Шоңҡар
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Апрель 2025, 20:47

Уйындан уймаҡ сыға яҙған

Баланы вертолет менән дауаханаға килтереп өлгөргәндәр. 

Уйындан уймаҡ сыға яҙған
Уйындан уймаҡ сыға яҙған

Бәләкәс балаларҙы күҙ менән ҡаш араһында ғына үҫтерергә тырышһаҡ та, замана ата-әсәләре арттарынан ҡарап өлгөрә алмайҙар. Туймазыла йәшәүсе бер малай ҙа уйын мәлендә магнитлы шарҙар йота. Ярай ҙа, өлкәндәр ваҡытында уларҙың юғалыуын аңғарып ҡалып, улдарын дауаханаға алып баралар. Рентгенттан ҡарағас, хәүефләнеүҙәре дөрөҫ булып сыға. РБКД-ға вертолет менән алып барып, баланы ҡотҡарып өлгөрәләр. Операция уңышлы тамамлана. 

 

Уйындан уймаҡ сыға яҙған
Уйындан уймаҡ сыға яҙған
Автор: Разинә Зайнетдинова
Читайте нас