-8 °С
Болотло
Тәбиғәт һаҡсылары халыҡтың сәйер ҡылығы тураһында саң ҡаға. Баҡһаң, бәғзеләр күркәм урындарыбыҙҙың береһе, тәбиғәт ҡомартҡыһы - Торатауға артылған юлда үҫкән ағастарға теләк теләп ҡулъяулыҡ, дымлы салфетка, хатта ҡул осондағы шыптыр бәйләп китә икәнһәң, ул тормошҡа аша тип ышаналар икән. Әлбиттә, был алма беш - ауыҙыма төш тип, күктән барыһы ла алдына килеп төшөүен көтөп ятыусыларҙың, шуға күнегеүселәрҙең эше.
Дуҫтар, был донъяны ыңғай яҡҡа үҙгәртәм тиһәң, иң беренсе үҙеңдән башла, тиҙәр! Тәртип, таҙалыҡты үҙебеҙҙән башлайыҡ.
Фото интернеттан алынды.