Шоңҡар
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Апрель 2025, 18:40

Депутат ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтарын яҡлай

Эштән һуң өйөндә гүзәл затты икенсе смена көтә. 

Депутат ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтарын яҡлай
Депутат ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтарын яҡлай

Дәүләт Думаһы депутаты Игорь Антропенко Рәсәйҙә йәшәүсе гүзәл заттарҙың эш көнөн бер сәғәткә ҡыҫҡартырға тәҡдим итә. Уның фекеренсә, өйҙә уларҙы тағы бер сменалыҡ эш көтә. Ә бәләкәс балалары булған гүзәл заттар кистәрен бишкә ярылырҙай була. Өйгә эштәрен эшләргә ярҙам итеү, түңәрәктәргә йөрөтөү - быларҙың барыһы ла ваҡыт һәм көс талап итә. 

Тик Рәсәй халҡы депутат фекере менән ризалашып бөтмәй. Сөнки эш сәғәте менән бергә эш хаҡы ла ҡыҫҡарасаҡ, тиҙәр. Былай ҙа халыҡ осон-осҡа ялғап, ике-өс эштә эшләргә мәжбүр. 

Фото интернет селтәренән алынды. 

Депутат ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтарын яҡлай
Депутат ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтарын яҡлай
Автор: Разинә Зайнетдинова
Читайте нас