-8 °С
Болотло
Кисә, Стәрлетамаҡ ҡалаһында Ашҡаҙар йылғаһында тыйылған урында һыу ингән мәлдә ун ике йәшлек ҡыҙ һыуға бата. Уны ҡотҡарам, тип, әсәһе ҡыҙы артынан ташлана һәм уны һыу төбөнән алып сыға. Әммә шул мәлдә үҙе һыу төбөнә китә. Ҡатынына ярҙам иткән мәлдә ире лә бата. Әлеге ваҡытта әсәй кешенең йәнһеҙ кәүҙәһен һыу төбөнән алып сығалар. Атай кешенең мәйетен эҙләү дауам итә.
Һыу инеү миҙгелендә батып үлеү осраҡтары йыш була. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ. Бәлә аяҡ аҫтында икәнен онотмайыҡ.
Фото интернеттан алынды.