Шоңҡар
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Июль 2025, 12:35

Алтын балыҡмы, әллә?..

Халыҡ төрлө фекерҙә. 

Алтын балыҡмы, әллә?..
Алтын балыҡмы, әллә?..

Өфө ҡалаһындағы Йылы күленән балыҡсы алтын балыҡ тотҡан. Теләк теләгәнме-юҡмы, әммә фотоға төшөргәндә һыуға уны кире ебәргән. "Алтын балыҡ тоттом", - тип яҙған ул социаль селтәрҙәге үҙенең сәхифәһендә. 

Был балыҡҡа ҡарата халыҡтың фекере төрлөсә. Моғайын, аквариум балығы, тигән фараз дөрөҫөрәктер. Күрәһең, беҙҙең халыҡ эт һәм бесәй кеүек йәнлектәрҙе генә уйнап туйғас урамға сығарып ебәрмәй,  ә өйҙәге балыҡтар ялҡытып китһә лә, ошолай йылға-күлдәргә ебәреп ҡотолаларҙыр. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Фото интернеттан алынды. 

Алтын балыҡмы, әллә?..
Алтын балыҡмы, әллә?..
Автор: Разинә Зайнетдинова
Читайте нас