Ҡыҙы барҙың наҙы бар, ти халыҡ. Гүзәл заттарҙың һәр береһе ғүмеренең һәр осоронда ла матур, бүтәндәрҙән айырылып торорға теләй. Бәләкәстәр ҙә бөгөнгө көндә матурлыҡ индустрияһында үҙҙәренә иғтибарҙы талап итә. Һүрәтле һуҙмалар, таҫмалар эшләүсе Нурсилә УЙЫЛДАНОВА үҙ ҡулдары менән матурлыҡ өләшеп кенә ҡалмай, ә үҫеп килгән ҡыҙҙарға ҡабатланмаҫ образдар тыуҙырыуға ла булышлыҡ итә.
Магнит – башҡорт йәштәре ҡалаһы
Беҙ – тәбиғәт балалары. Йәшәр өсөн көс алыу менән бергә, унан илһам да алабыҙ, кәрәк саҡта күңелебеҙҙе лә имләйбеҙ. Әбйәлил районы Исҡужа ауылында тыуып үҫкән Нурсилә Уйылданова ла бала сағынан тәбиғәт менән бер бөтөн булыуын аңлап үҫә. Мәғрур тауҙар ҡосағында ултырған тыуған яғын яратыуы, киләсәктә һөнәр һайлауында ла булышлыҡ итә. Урта мәктәпте тамамлағас, БДУ-ның Сибай филиалында биолог һөнәрен үҙләштерә. Тик бөгөнгө көндә һөнәрең буйынса эш табыуы еңелдән түгел. Бигерәк тә, йәштәргә. Нурсилә алдына ла башта ҡайҙа эшкә барырға тигән һорау тыуа. Әммә уҡыған кеше бер ваҡытта ла юғалып ҡалмай. Балалар яратҡан кеше, тәрбиәсе һөнәренә өҫтәлмә уҡып алып, тыуған яғында хеҙмәт юлын башлай.
Бөгөн күп ирҙәр ғаиләһенән ситтә эшләргә мәжбүр. Нурсиләнең тормош иптәше Марс та ғаилә ҡорған ваҡытта уҡ Магнитогорскиға йөрөп эшләгән була. Башҡорт ҡалаһына әйләнгән был төбәккә йәштәр тиҙҙән күсеп китә. Әлбиттә, республиканан ситтә йәш быуынға милли тәрбиә биреү, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап ҡалыу еңелдән түгел. Марс менән Нурсилә лә ҡыҙҙары туған телдәрен белһен, милли асылдарынан ситләшмәһендәр өсөн ҡулдарынан килгәндең барыһын да эшләргә тырышалар. Башҡорт телендә уҙғарылған төрлө сараларға йөрөйҙәр, ғаиләлә йолаларҙы үтәргә тырышалар, ә тел юғалмаһын өсөн каникул, ялдарҙа тыуған яҡтарына ашығалар. Олатай, өләсәйҙәрҙең наҙы менән бергә, туған телгә ҡарата һөйөү, ҡыҙыҡһыныу ҙа артыуын яҡшы аңлайҙар.
Кемдәрҙә депрессия була?
Күп сирҙәрҙе беҙ үҙебеҙ уйлап табабыҙ. Бигерәк тә, бөгөнгө көндә модаға инеп киткән күңел ауырыуҙарын. Ҡайһы ваҡытта ялҡаулыҡ, донъя көтөүгә ҡарата булған һүлпәнлекте лә шулар араһына төрөп йәшереп ҡуябыҙ. Рәхәт тә инде. Һуйлайып ятаһың да, түбәгә серт төкөрөп, минең депрессия, тип яҡындарыңдың ҡотон осораһың. Эшһеҙлектән арып киткән декреттағы йәш әсәйҙәрҙеке айырым термин менән атала. Бала тапҡандан һуң башланған депрессия, тип үк ебәрәләр. Гүзәл заттың ғүмерендә бер нисә тапҡыр ҡабатланған был мәлендә бары тик үҙҙәренең яратҡан шөғөлдәре булған, эҙләнергә, бер урында тик торорға яратмағандарыныҡын ғына был сир урап уҙа. Нурсилә лә шул уҡ фекерҙә.
– Булыр бала – биләүҙән, ти халыҡ. Ысынлап та, киләсәктә уның кем булыры, ниндәй юлды һайлауы бәләкәй сағынан уҡ беленәлер. Мин дә ҡурсаҡтарымды үҙем теккән кейемдәр менән кейендерергә яраттым. Бәләкәс кенә туҡыма киҫәге ҡулыма килеп эләкһә, һә тигәнсә нимәлер әтмәләп тә ҡуя инем, – ти Нурсилә бала саҡ хәтирәләре менән бүлешеп. – Әсәйем, беренсе уҡытыусым Наилә Бикйән ҡыҙынан күп нәмәгә өйрәндем. Тегергә, бәйләргә, сигергә... Тағы ла, бала саҡтан һүрәт төшөрөргә, фантазиямды эшкә егеп төрлө апликациялар эшләргә тартылып ҡына торҙом. Бала, үҫмер саҡтан ҡул ҡаушырып ултырырға ғәҙәтләнмәгән, тынғыһыҙ, эҙләнеүсән кеше булдым. Оло тормош юлына аяҡ баҫҡас, хобби ниндәйҙер кимәлдә килем сығанағына ла әйләнде. Әллә шул арҡала инде, мине баланан һуң була торған депрессиялар урап үтте...
Ҡыҙҙарын үҫтергәндә Нурсилә үҙен төрлө яҡтан һынап ҡарай. Башта махсус һатылған полимер балсыҡтан төрлө биҙәүестәр эшләргә тотона. Уларҙы әүәләп үҙе теләгән һынға килтергәс, электр мейескә ҡуйып ҡатыра. Төрлө үҫемлек, емеш-еләк һындарын эшләргә ярата. Тәү ҡарашҡа ысынбарлыҡтан айырып алырлыҡ та түгел. Үҙенсәлекле, башҡа берәүҙә лә булмаған, ҡабатланмаҫ кулон, алҡа, беләҙектәрҙе халыҡ теләп ала. Тора-бара ошо уҡ әйберҙән туй, башҡа ғаилә байрамдары өсөн бокалдарға биҙәүестәр, шампан шарабы һауыты, йәштәрҙең никах балдаҡтарын һалырға мендәрҙәр, бүләккә тигән аҡсаларға ҡумталар эшләй. Тик пандемия башланып, халыҡтың мәжлестәргә йыйылыуы кәмегәс, был шөғөл туҡталып ҡала. Етмәһә, ҡытай баҙарында, тәү ҡарашҡа оҫталарҙыҡы һымаҡ уҡ күренгән, әммә тотһаң, ватылып, туҡымалы урындары һүтелеп барған нәмәләр тулып ята.
Икенсе ҡыҙы менән өйҙә ултырған сағында Нурсиләнең ҡулына туй кәрәк-яраҡтарынан ҡалған таҫма килеп эләгә. “Бынан нимәләр эшләргә мөмкин икән?” – тип эҙләнә башлай. Шунда ҡыҙҙар өсөн һүрәтле һуҙмалар, таҫмалар күреп ҡалып илһамланып, дәртләнеп яңы шөғөлгә тотона. Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына, тигәндәй, йыйылып киткән эштәрен интернетҡа һалғас, тиҙҙән күмәртәләп һатып алырға теләүсе лә табыла.
Был эш менән өс йыл шөғөлләнә Нурсилә. Туғыҙ йәшлек Элина менән дүрт йәшлек Розалия әсәләрен яңы башланғыстарға ҡанатландырыусы ғына түгел, ә яңы эштәренең моделдәре лә, реклама сығанағы ла. Нурсилә уларҙың ниндәй йәнһүрәт ҡарауҙарын, ниндәй уйынсыҡ менән ҡыҙыҡһыныуҙарына ҡарап, ҡул эштәрен тулыландыра. Байрам, иҫтәлекле даталар өсөн эшләгәндәре лә етәрлек. Мәҫәлән, Бөйөк Еңеүгә арналған Григорьев таҫмаһынан түшкә ҡаҙарға брошкаларҙы балалар баҡсаһында төркөмләп, мәктәптәрҙә тотош класс менән алыусылар йыл һайын табылып тора. Шулай уҡ балалар баҡсаһының, башланғыс класс уҡыусыларының сығарылыш кисәләренә бүләккә исемле таҫмаларға ла ихтыяж ҙур.
Уларға ярашлы таҫмалар менән бәйле булған цитаталы асылмаларҙы ла үҙе эшләй оҫта ҡуллы замандашыбыҙ. Улар ҡул эштәренә реклама өсөн тулы картинаны күрһәтеү, һатып алыусының иғтибарын йәлеп итеү өсөн уңышлы алым һанала. Киләсәктә башҡорт ҡыҙҙарын һынландырған, башҡорт халыҡ кейеме, биҙәүес өлгөләре төшөрөлгән һүрәттәр менән мәҡәл һәм әйтемдәрҙе яҙып, туған телендә лә эшләргә хыяллана. Уның өсөн бер нисә рәссам килешеп тә ҡуйған.
Саялыҡта, мәргәнлектә лә ал бирмәй
Башҡорт ҡыҙҙары борон-борондан сая, мәргән, ҡапыл килеп тыуған хәл-ваҡиғалар ҡойононда юғалып ҡалмауҙары менән билдәле. Быны башҡорт халыҡ ижады өлгөләре лә, тарих та иҫбатлай. Нурсилә өс малай араһында берҙән-бер ҡыҙ булып үҫә. Үҙҙәренә бүленгән йорт эштәрен дә бергәләшеп башҡаралар, ял да итәләр. Үҙҙәре эшләгән уҡтан да аталар, улар үҫкәндә балалар араһында киң таралған, тапҡырлыҡты, сослоҡто һынаған уйындарҙы ла бергәләп уйнайҙар, һыбай ҙа сабалар.
Һуңғы ваҡытта уҡтан атыуға иғтибар артып, конкурстар йыш уҙғарыла башлағас, Нурсиләлә бала сағында күп тапҡырҙар һыналған һәләте ҡабаттан асыла төшә. Йыш ҡына һабантуйҙарҙа халыҡҡа үҙе етештергән тауарҙы тәҡдим итеү менән бергә, был өлкәлә үҙен таҫыллыҡта ла һынап ҡарай. Магнитогорскиҙа коллектив менән уйын-ярыштарҙа ҡатнаша. Тирҙа атыу буйынса ла уға етеүсе юҡ.
Төрлө яҡлап булдыҡлы, һәр ваҡыт үҙендәге матур, көслө сифаттарҙы асыуға ынтылған Нурсилә Уйылданова яҡындарына, тирә-яҡҡа нур һибеп, яҡшылыҡ өләшеп йәшәүҙән йәм таба.
Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.