+24 °С
Ямғыр
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға быйыл - 80 йыл. Бөйөк Еңеүҙе лайыҡлы ҡаршы алыуға әҙерлек эштәре күптән бара. Апрель айының һәр кесаҙнаһында, 15 - 17 сәғәттәрҙә, "Өфө - Арена"ла ике меңгә яҡын парадта ҡатнашыусы репетицияға киләсәк.
Ә генераль репетициялар 4 һәм 7 майҙа Октябрь проспектында, В.И. Ленин майҙаны ҡаршыһында, уҙасаҡ.
Был ваҡытта юл хәрәкәте сикләнеүе тураһында әлегә билдәле түгел.
Фото интернет селтәренән алынды.