Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Еңеүгә - 80 йыл
1 Мая 2025, 09:15

Яугир уҡытыусылар иҫтәлегенә

30 апрелдә Бөйөк Еңеү байрамы алдынан Ғафури районы Еҙем-Ҡаран урта мәктәбендә яугир уҡытыусылар иҫтәлегенә бағышлап мемориаль таҡтаташ асылды.Унда фронтовик уҡытыусыларҙың яҡындары - улдары, ҡыҙҙары, ейән-ейәнсәрҙәре, ошо мәктәптең мәғариф ветерандары, район мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Айрат улы Рафиҡов, район ветерандар советы рәйесе Эльвира Әнүәр ҡыҙы Мөлөкова, ауыл хакимиәте башлығы Миңнира Сәғит ҡыҙы Шәйәхмәтова мәктәп уҡытыусылары, уҡыусылар ҡатнашты.

Яугир уҡытыусылар иҫтәлегенәЯугир уҡытыусылар иҫтәлегенә
Яугир уҡытыусылар иҫтәлегенә

30 апрелдә Бөйөк Еңеү байрамы алдынан Ғафури районы Еҙем-Ҡаран урта мәктәбендә яугир уҡытыусылар иҫтәлегенә бағышлап мемориаль таҡтаташ асылды.Унда фронтовик уҡытыусыларҙың яҡындары - улдары, ҡыҙҙары, ейән-ейәнсәрҙәре, ошо мәктәптең мәғариф ветерандары, район мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Айрат улы Рафиҡов, район ветерандар советы рәйесе Эльвира Әнүәр ҡыҙы Мөлөкова, ауыл хакимиәте башлығы Миңнира Сәғит ҡыҙы Шәйәхмәтова мәктәп уҡытыусылары, уҡыусылар ҡатнашты.

Илде һаҡлау ир-егет өсөн әүәл-әүәлдән тыуған төйәге, халҡы алдында изге бурыс тип һаналған. Атай-олатайҙарынан ҡалған данлы традицияларға, халҡыбыҙға хас булған Тыуған илде һөйөү тигән изге төшөнсәгә тоғро ҡалып, уҡытыусылар ҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡулдарына ҡорал тотоп немец илбаҫарҙарына ҡаршы батырҙарса алыша. Ватанын бөйөк итеү өсөн йәнен-тәнен аямай көрәшкән, яу яландарында утты-һыуҙы кисеп ҡоростай сыныҡҡан яугирҙар, һуғыштан иҫән ҡайтып, үҙҙәре һайлаған изге уҡытыусы һөнәре буйынса баш баҫып эшләгән, намыҫ менән баҫалҡы ғына йәшәгән, коллегалары, ауылдаштары, уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре араһында оло ихтирам яулаған заттар була улар.
Был таҡтаташҡа шундай 14 яугир уҡытыусының: Хәмит Абдуҡаев, Хәсән Әминев, Сәлим Әхмәтов, Мансур Борханов, Исхаҡ Ишбулдин, Ғәфүр Кулембетов, Хәйҙәр Лоҡманов, Яхия Муллағолов, Ғәзиз Сафин, Хәмит Уразмбетов, Сергей Федотов, Вәкил Хәбибуллин, Хәлит Хәнипов, Октябрина Яруллинаның исем-шәрифе индерелгән.
Сарала сығыш яһаусылар был тантананың мөһимлеген әйтеп, ҙур эш башҡарылыуын билдәләнеләр. “Беҙ батыр, ҡыйыу яугирҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ, уларҙың батырлығы бөйөк һәм үлемһеҙ”, - тигән һүҙҙәр ҙә яңғыраны.

"Табын" гәзите сайтынан.

#80Победа

Яугир уҡытыусылар иҫтәлегенә
Яугир уҡытыусылар иҫтәлегенә
Яугир уҡытыусылар иҫтәлегенә
Яугир уҡытыусылар иҫтәлегенә
Яугир уҡытыусылар иҫтәлегенә
Яугир уҡытыусылар иҫтәлегенә
Яугир уҡытыусылар иҫтәлегенә
Автор:
Читайте нас