

Бөйөк Ватан һуғышы - оло тарихи ваҡиға. Тарихлы халыҡ - бәхетле халыҡ. Ул тарихи үткәнен һаҡлаусы, ирек, бәхет өсөн көрәшеүсе улдарын ололауы, онотмауы менән бәхетле.
Был кисәлә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ветерандарыбыҙҙың, яу яланында һәләк булған яугирҙәрҙең, бала сағы әсе һуғыш йылдарына тап килгән һуғыш балаларының балалары, ейәндәре, бүләсәләре ҡатнашты.
Хәтер иҫләй, хәтер һис онотмай
Дауам итә йылдар барлауын.
Бар Ер шары белә Еңеү өсөн,
Уҙған юлдар еңел булмауын,
- тип һәр ҡатнашыусы атаһы, олатаһы - Бөйөк Ватан һуғышы ветераны тураһында иҫтәлектәре менән бүлеште. Һәр хәтирә яу юлы, фронтта күргән ауырлыҡтар, яу яланында күрһәткән батырлыҡтар тураһында күҙ йәштәре аша һөйләнде.
Ауыр һуғыш һалдаттарҙың ғына түгҽл, ә әсәләрҙең дә, ҡатындары һәм балаларының да яҙмышын селпәрәмә килтҽргән. Уларға ла был дәһшәтлҽ йылдар шаһиты булырға тура килгән. Ваҡыт аяуһыҙ, беҙҙең арабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ҡалманы, тыл ветарандары ла, бала саҡтары аяуһыҙ һуғыш йылдарына тура килгән, һуғыш осоро балалары ла һынаулы ғына ҡалып бара. Улар иҫән саҡта хәтирәләрен яҙып алып ҡалыу маҡсатында Этҡол ауыл китапханасыһы Йәрмөхәмәтова Гөлдәр тарафынан “Һуғыш емергән баласаҡ” тип аталған китап – альбом булдырылды. Беҙ улар иҫән саҡта уларҙың хәтирәләрен яҙып алып ҡалып, барлыҡ ҡәҙер хөрмәтте күрһәтергә бурыслыбыҙ.
Был сарала ауылдашыбыҙ, махсус хәрби операция яугире, “Башҡорт” позывнойлы Азамат Сәйфуллин да ҡатнашты. Әлеге ваҡытта ул яраланып госпиталдә дауаланғандан һуң ялға ҡайтҡан. Азамат махсус хәрби операцияға барыуына афған һуғышында ҡатнашҡан ағаһы Сәйфуллин Наилдең өлгө булып тороуын билдәләп уҙҙы.
Хәтер кисәһе матур йыр һәм шиғырҙар, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ, һуғыш балалары тураһындағы видеолар менән үрелеп барҙы.
Беҙ - һуғыш ялҡынынан яҙмыштары көйгәндәрҙҽң ейәндәре һәм бүләләре был афәтлҽ йылдар тураһында оноторға тҽйеш түгҽлбеҙ! Беҙҙең Бөйөк Еңеү хаҡындағы иҫтәлек быуаттан-быуатҡа нығынһын, бар доньялағы тыныслыҡ һөйөүсе кешеләрҙе берләштерһен. Тыуған ерҙәре өсөн баштарын һалған батырҙарҙы, ауыр йән һәм тән йәрәхәттәре алып ҡайтҡан ауылдаштарыбыҙҙы оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ. Улар беҙҙең менән, беҙҙең арала.