+24 °С
Ямғыр


Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы хөрмәтенә Октябрьский ҡалаһының 38-се янғын һүндереү-ҡотҡарыу часы хеҙмәткәрҙәре «Йәшел Башҡортостан»акцияһында ҡатнашты. Улар "Еңеү парк"ында шыршылар ултыртҡан. Был акция геройҙарға хөрмәт күрһәтеү генә түгел, ә йәшел киләсәк булдырыуға аҙым да. Ултыртылған шыршы үҫәсәк һәм ата-бабаларыбыҙҙың батырлығын һәм сыҙамлығын иҫкә төшөрәсәк.