Шоңҡар
-22 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
7 Май 2025, 11:25

Ул йылдарҙың даны онотолмаҫ

Башҡортостан Республикаһының Милли йәштәр театрында илһөйәрлек тәрбиәләү буйынса ҙур эш алып барыла. Был сәнғәт усағы йыл һайын Бөйөк Еңеү байрамы алдынан һуғышға ҡағылышлы спектаклдәр ун көнлөгө үткәреүҙе традицияға әйләндергән.

Ул йылдарҙың даны онотолмаҫ
Ул йылдарҙың даны онотолмаҫ

Башҡортостан Республикаһының Милли йәштәр театрында илһөйәрлек тәрбиәләү буйынса ҙур эш алып барыла. Был сәнғәт усағы йыл һайын Бөйөк Еңеү байрамы алдынан һуғышға ҡағылышлы спектаклдәр ун көнлөгө үткәреүҙе традицияға әйләндергән. Быйылғы декадникта  “Звезда Героя” (Ф.Әхмәҙиев, О.Мусина) , “Спасите Леньку!”(М.Икрамова), “Синяя-синяя речка”(Б.Вахтин), “Беҙҙең өйҙөң йәме”(М.Кәрим), “Бер ғүмер етмәй икән...”(М.Ҡунафин) спектаклдәре күрһәтелә. 

Театрҙың икенсе ҡатындағы ҙур фойела Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына һәм Еңеүҙең 80 йыллығына арналған  "Яуҙы еңгән мөхәббәт”, ”Үлмәҫбай”, “Беҙҙең өйҙөң йәме”, ”Ночевала тучка золотая”, “Синяя-синяя речка”,  “Ҡара һыуҙар”, “Бер ғүмер етмәй икән…” спектаклдәренән ҡанатлы һүҙҙәр менән нығытылған фотоһүрәттәр күргәҙмәһе эшләй.

Быларҙан тыш, беренсе ҡатта тамашасыларҙы ошо тематик йылды һәм хәрби-патриотик айлыҡты тасуирлаған фотозона, Хәрби Дан музейы менән берлектә ойошторолған махсус хәрби операция геройҙары фотоһүрәттәренән күргәҙмә ҡаршы ала, тип хәбәр итте театрҙың әҙәбиәт бүлеге.

#победа80

Ул йылдарҙың даны онотолмаҫ
Ул йылдарҙың даны онотолмаҫ
Ул йылдарҙың даны онотолмаҫ
Автор: Венер Исхаков
Читайте нас