

Миллионлаған ҡорбандар килтергән Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ғафури районы Ҡаранйылға ауылы халҡы ла ил күргәнде күреп, ил кисергәнде кисерә. Ватанын һаҡлап 118 ир-егет фронтҡа китә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың 64-е яу яланында батырҙарса һәләк булған. Хәҙер инде һуғыштан әйләнеп ҡайтҡан 54 ветерандың да иҫәндәре ҡалмаған.
Быйылғы йылда яу яландарында һәләк булғандарҙың һәм Еңеү менән ҡайтҡандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү йәһәтенән Ҡаранйылға ауылында ла обелиск эшләп ҡуйырға ҡарар ителә. Был изге эште ошо ауылда тыуып-үҫеп, бөгөнгө көндә Өфө ҡалаһында йәшәүсе Гөлсәсәк Мөхәмәт ҡыҙы Кинйәбаева башланғысы менән тормошҡа ашырыла. Ауыл халҡы, ситтә йәшәүсе ауылдаштары был эшкә бер төптән булып ҡушылған. Район хакимиәте башлығы Венер Вахитов сығымдарҙың бер өлөшөн атҡарып сығырға ярҙам иткән.
Сара ауылға кергән ергә ошо байрамға бер уңайҙан эшләнеп ҡуйылған ауыл исеме яҙылған стела эргәһенән, “Үлемһеҙ полк”та ҡатнашыусыларҙың рухлы йырҙар йырлап, урам буйлап ауыл клубына табан килеүенән башланды. “Үлемһеҙ полк” – ул атай-олатайҙарыбыҙға ихтирам, еңеү яулап киләсәгебеҙҙе хәстәрләгәндәргә рәхмәт билдәһе. Бындай саралар - үҙебеҙҙең бер ҙур ғаилә, ҙур ил икәнлегебеҙҙе күрһәтеү, берләшеү мөмкинлеге лә. Әйтерһең, яугирҙар бөгөн дә сафта, ғорур атлап килгән кеүек тойолдо...
- Хәйерле көн, хөрмәтле Ҡаранйылға ауылы, Сәйетбаба ауылы биләмәһе халҡы һәм килгән ҡунаҡтар! Бөгөнгө көн - тантаналы һәм иҫтәлекле. Беренсенән, ауыл халҡын ошо Хәтер мемориаль комплексын асыу тантанаһы менән ихлас күңелдән тәбрикләйем. Беҙҙең районда 110-ға яҡын мемориаль комплекс бар. Быйыл шуларҙың 51-е төҙөкләндерелде. Бөгөнгө был сара бик мөһим. Ошо ауылдан яуға киткән 120-гә яҡын ҡаһармандар алдында беҙ бурыслыбыҙ һәм сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Әле махсус хәрби операцияла Ватан һағында торған ир-егеттәребеҙ ҙә Еңеү яулап, иҫән-һау ҡайтһындар. Барығыҙҙы ла Еңеү байрамы менән ҡотлайым, - тине Венер Фәнир улы сығыш яһап һәм Хәтер мемориалын эшләүҙә әүҙем ҡатнашҡан Зөлфиә Ғибәҙуллина, Шамил Вахитов, Гөлсәсәк Кинйәбаеваны Маҡтау грамотаһы менән бүләкләп үтте.
Артабан ошо эште башлап, уны атҡарыу өсөн бар көсөн һалған Гөлсәсәк Мөхәмәт ҡыҙына һүҙ бирелеп, ул үҙ сығышында: “Барығыҙҙы ла Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллыҡ байрамы менән ҡотлайым, донъяларҙың тыныслығын, барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ, дәртле, дарманлы булып йәшәүегеҙҙе теләйем. Был мемориалды асыу теләге бала саҡтан, күңел һорауы булып килә ине. Сөнки, Сәйетбаба мәктәбенә уҡырға барғас, ул ауылдағы обелискка барғанда беҙгә кәрәкле, таныш фамилиялар булманы. Шунда үҙебеҙҙең ауылда ла обелиск булдырыу уйы тыуғайны. Бөгөн Хәтер мемориалын булдырыуҙа ярҙам иткән барығыҙға ла, минең башланғысты күтәреп алған туғандарыма, иҫәп-хисап эштәрен алып барған Зөлфиә Сәйфетдин ҡыҙына, шулай уҡ барлыҡ теләктәрҙе, хыялдарҙы тормошҡа ашырыу өсөн йүгереп йөрөгән Фәрит Фахразый улына, ауыр йөкләмәбеҙҙе тормошҡа ашырыуҙа ярҙам иткән район хакимиәте башлығы Венер Фәнир улына, ауыл ир-егеттәрен йыйып, ойоштороп йөрөүсе Шамил Вахитовҡа, бөтә ауыл халҡына, ошо эш барышында исемдәрҙе, тарихты барларға ярҙам иткән зиһенле оло инәйебеҙ – Маһира әбейгә ҙур рәхмәтемде белдерәм. Бер ыңғайҙа ауыл, нәҫел тарихын барланыҡ, хәтерҙе тергеҙҙек, шуның өсөн дә ошо мемориалға “Хәтер” тип исем бирергә уйлаштыҡ. Был обелиск менән генә башланған эш оло эшкә әйләнде. “Тарихын белмәгән халыҡтың киләсәге лә юҡ”, тиҙәр, беҙ үҙебеҙҙең тарихты тергеҙеп, бөгөнгө көнгә бәйләп, киләсәк быуындарға ҡалдырҙыҡ тип, ҙур ышаныс менән әйтә алам”, - тине.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.
Ғафури районы.