Бөгөн Өфөнөң Еңеү паркында сәскә һалыу тантанаһы үтте. Унда Мәңгелек утҡа һәм Советтар Союзы геройҙары Александр Матросов Һәм Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин мемориалына сәскәләр һалдылар. Йөҙләгән ут «Хәтер Шәме» бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә обелиск итәгендә, шулай уҡ Совет майҙанында Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында тоҡандырылды. Иртәнге сәскәләр һалыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте Етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Баҙранов, Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов, Өфө Хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Сергей Кожевников, ветерандар, кадеттар һәм баш ҡала халҡы ҡатнашты.
- Халҡыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышы көндәрендәге батырлығы барыбыҙ өсөн дә намыҫ һәм рухи бөйөклөк өлгөһө булды, һәм буласаҡ. Һуғыш һәр ғаиләгә ҡайғы һәм юғалтыуҙар килтерҙе, миллионлаған кешенең тыныс тормошон боҙҙо. Был көндө беҙ туғандарыбыҙҙы, яҡындарыбыҙҙы, таныштарыбыҙҙы, яу яландарында, оккупацияла, блокадала, концлагерҙарҙа, тылда һәләк булғандарҙың барыһын да иҫкә алабыҙ. Улар мәңгелеккә беҙҙең хәтерҙә, - тип билдәләне ҡала округы башлығы, Өфө ҡала советы рәйесе Марат Вәсимов.
Шулай уҡ бөгөн бөгөн бөтә ил буйынса бер минутҡа тын алыу акцияһы үтәсәк. Ул Мәскәү ваҡыты буйынса 12.15 сәғәттә иғлан ителәсәк.