Шоңҡар
-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
7 Сентябрь 2025, 09:40

Олатаһының яу юлдары буйлап...

- Мин райондан түгел, ә Өфө ҡалаһынан киттем, сөнки китергә тигән көн ял көнөнә тура килеп, хәрби комиссариат эшләмәне һәм мин, ғаиләм мине ебәрмәй тормаһын тип, тиҙерәк Өфөгә китеү яғын ҡараным. Контракт төҙөшкәс, Донецкиға ебәрҙеләр, хәҙер Луганск йүнәлешендә алғы һыҙыҡтабыҙ.

Олатаһының яу юлдары буйлап...
Олатаһының яу юлдары буйлап...

Олатаһының яу юлдары буйлап...

Махсус хәрби операция биләмәһендә илебеҙ азатлығы өсөн нацистарға ҡаршы көрәшеүсе ир-аттар ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып тора. Улар ялдарын ғаиләләре янында булып, бергә үткәрә, шулай уҡ туғандары, яҡындары, дуҫтары менән осрашырға ла ваҡыт таба. Улар араһында Курорттан “Чех” позывнойлы 55 йәшлек ефрейтор Венер Фәтҡуллин да бар. Уның менән беҙгә лә осрашып, яу юлдары тураһында һөйләшергә насип булды. Июль аҙаҡтарында ғаиләһе янына бер айға ялға ҡайтып көс туплаған яугир августа ҡабат яуҙаштары янына, яу яланына юлланды.

Венер Фәтҡуллин Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында тыуып үҫә. Мәктәптә уҡығанда өлкән кластарҙа малайҙарға техника фәне уҡытылып, өлгөргәнлек аттестаты менән бергә тракторсы-машинист таныҡлығы алып сыға. Артабан Стәрлетамаҡ ҡалаһында училищеға уҡырға кереп, газ торбаларын термоизоляциялаусы, экскаваторсы һөнәрен алып сыға. 1988 йылда Ульяновск ҡалаһына эшкә юлланып, “ВАЗ” автозаводында 4-се разрядлы станоксы-оператор булып тәүге хеҙмәт юлын башлай. Бында бер аҙ эшләп, хеҙмәт сынығыуы алған егетте Ҡораллы Көстәр сафына саҡыралар. Армияла Украинала хәрби әҙерлек үтеп, Ҡаҙағстандың Семипалатинск хәрби частарының береһендә махсус тәғәйенләнештәге хеҙмәттә ил алдындағы бурысын үтәп ҡайта. Колхозда механизатор булып, төрлө эштәрҙә эшләй, егерь ҙә була. Артабан Себер тарафтарына вахта ысулы менән эшкә йөрөй. Стәрлетамаҡ ҡалаһынан фатир һатып алып йәшәй. Ауырғазы районының Бишҡайын ауылынан Наталья Никифорова менән танышып, 2016 йылда өйләнешәләр. Ҡатындың тәүге никахтан Дмитрий исемле улы һәм Анна исемле ҡыҙы бар, улар хәҙер ғаиләле, өс ейәндәре бар. Ҡыҙы кейәүҙәре менән Хабаровскиҙа йәшәй, ул кадровый офицер, өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, 2022 йылдан бирле МХО-ла.
Артабан Венер Зәйет улы менән һөнәре буйынса табибә-терапевт булған ҡатыны Наталья Витальевна Ғафуриға күсеп килеп, Курорттан фатир һатып алып, ошонда йәшәй башлайҙар. Табибә хәҙер хеҙмәт стажы буйынса хаҡлы ялда. Әсәһе яғынан беҙҙең районда туғандары булыуы бында килеп йәшәргә этәргес биргәндер. Ғаилә башлығы “Красноусол” шифаханаһында водитель, экскаваторсы булып эшләгән. Махсус хәрби операция башланғас, эшен ҡалдырып, Мәскәүҙә ирекмән булып, махсус хәрби операциялағы яугирҙарға формалар комплектлап оҙатыу эшмәкәрлеге алып бара. Ошонда эшләп йөрөгәндә, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, башына МХО-ға юлланыу тураһында уй килә. Әммә яҡындары уның был уйына ҡырҡа ҡаршы төшөп, ебәргеләре килмәй, өгөт-нәсихәт уҡыйҙар, йәше лә олораҡ булғас, ауыр буласағын аңлатырға тырышалар.
Венер Фәтҡуллин бер нимәгә ҡарамай, 2024 йылдың декабрендә РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөшөп, үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юллана. Алғы һыҙыҡта үҙе кеүек үҙ теләктәре менән ил именлеге һағына баҫҡан яугирҙар менән бергәләп ауылдарҙы, ҡалаларҙы нацистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша.
- Мин райондан түгел, ә Өфө ҡалаһынан киттем, сөнки китергә тигән көн ял көнөнә тура килеп, хәрби комиссариат эшләмәне һәм мин, ғаиләм мине ебәрмәй тормаһын тип, тиҙерәк Өфөгә китеү яғын ҡараным. Контракт төҙөшкәс, Донецкиға ебәрҙеләр, хәҙер Луганск йүнәлешендә алғы һыҙыҡтабыҙ. Башта автомобиль ротаһында водитель булдым, артабан, Свердловскиҙа уҡығандан һуң, алғы һыҙыҡҡа айырыуса мөһим объекттарҙы һаҡларға тәғәйенләнеләр, - ти яугир. –Командирҙар, хеҙмәттәштәр һәйбәттәр, туҡланыу ҙа яҡшы, кейем-һалымды ла, форманы ла (йәйге, ҡышҡы) бирәләр. Еңеүгә ышаныс һәм Ватанға, яҡындарыңа һөйөү беҙгә көс бирә. Минең кеүек оло йәштәгеләр 3-4 кенә, башҡалары йәштәр. Тағы ла шуныһы: Ғафуриҙан килгән гуманитар ярҙам, маскировка селтәрҙәре, бүләктәр, балаларҙың хаттары ла беҙҙең күңелдәрҙе күтәрә. Иң аяныслыһы шул: йәшәй ҙә башламаған, күбеһе Армияла ла булмай, ҡулына хәрби ҡорал тотмаған һәм күп нәмәне белмәгән (ҡайһылары хатта противогазды кейә белмәй) 18-19 йәшлек тәжрибәһеҙ йәштәр йәл. Әлбиттә, араларында башлы, белемлеләре күберәк. Шуның өсөн мәктәптә Башланғыс хәрби әҙерлек (НВП) фәнен уҡытыуға ныҡлы иғтибар бирелһен ине. Ир-егеттәр мотлаҡ әрме мәктәбен үтергә, хәүеф килгәндә Ватанын яҡларға һәм һаҡларға әҙер булырға тейеш. Уларҙы күнекмәләр аша өйрәтергә тырышам, рәхмәт әйтәләр, - ти ул ҡәнәғәт йылмайып. – МХО-ға юлланырға ҡарар итеүемә бер ҙә үкенмәйем. Тыуған илеңә – Ватаныңа хәүеф янағанда өйҙә тыныс ҡына ятып буламы ни?
Спортты үҙ иткән, ҡасандыр көрәшеп йөрөгән, буй-һыны спортсмендарҙыҡынан һис ҡайтыш булмаған Венер Зәйет улына етеҙлекте талап иткән МХО биләмәһендә әленән-әле һөжүм иткән дрондарҙан ҡасып, тиҙ генә хәрәкәтләнеүе еңел бирелә. Һуғыш ғәрәсәте эсендә йөрөһә лә, күнекмәләрҙе ҡалдырмай ул, турникта 45-50 тапҡыр күтәрелеү, 300 тирәһе отжиматься итеү уның өсөн бер ни түгел.
Әсәһенең атаһы – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, илдең именлеге, тыныслыҡ өсөн пулемётсы булып яу юлы үткән олатаһының ейәне Венер бөгөн ҡасандыр олатаһы йөрөгән яу юлдары буйлап, 80 йыллап ваҡыт үткәндән һуң, баш ҡалҡытҡан дошмандарға ҡаршы көрәшә.
– Олатайымдың намыҫына тап төшөрмәй, юлын лайыҡлы дауам итергә һәм Еңеү менән әйләнеп ҡайтырға тейешмен, - ти Венер Фәтҡуллин. Теләгәнең ҡабул булып, иҫән-имен Еңеү менән ҡайтырға насип булһын!
Индира ИШКИНА.

 

Автор: Венер Исхаков
Читайте нас