Шоңҡар
-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
15 Сентябрь 2025, 16:20

Ҡолҡанда батыр яугирға таҡтаташ асылды

12 сентябрҙә Ғафури районының Ҡолҡан ауылында Бөйөк Ватан һуғышында яу яландарында ятып ҡалған һәм һуғыштан иҫән ҡайтып вафат булған яугирҙар иҫтәлегенә ҡоролған обелиск янында махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған рядовой, отделение һәм хәрби машина командиры Заһир Самат улы Вәлиев иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды.

Ҡолҡанда  батыр яугирға таҡтаташ асылды
Ҡолҡанда батыр яугирға таҡтаташ асылды

12 сентябрҙә Сәйетбаба ауыл биләмәһенең Ҡолҡан ауылында Бөйөк Ватан һуғышында яу яландарында ятып ҡалған һәм һуғыштан иҫән ҡайтып вафат булған яугирҙар иҫтәлегенә ҡоролған обелиск янында махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған рядовой, отделение һәм хәрби машина командиры Заһир Самат улы Вәлиев иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды.

Тантаналы сарала район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фуат Зәки улы Кейекбаев, Сәйетбаба ауыл биләмәһе башлығы Венер Сәхиулла улы Ҡунафин, батырҙың уҡытыусыһы Фәнүзә Хөрмәт ҡыҙы Заһиҙуллина,  яугирҙың әсәһе Лилиә Ринат ҡыҙы, тормош иптәше Гүзәл Рәфис ҡыҙы, Заһирҙы ҡарап үҫтергән Фәтих Сәмиғулла улы, туғандары, яҡындары, ауылдаштары, уҡыусылар ҡатнашты.

Заһир Самат улы 1993 йылдың 15 сентябрендә Ҡаранйылға ауылында Лилиә менән Самат Вәлиевтарҙың ғаиләһендә икенсе бала булып тыуған. Сәйетбаба урта мәктәбенең 9 класын тамамлағас, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 18-се профессиональ колледжда уҡып, дөйөм төҙөлөш эштәре оҫтаһы һөнәре ала. 2012 йылдың 3 июлендә хәрби хеҙмәткә алынып, юл машиналары механигы водителе булып хеҙмәт итә. Хәрби хеҙмәттән һуң Стәрлетамаҡ ҡалаһында монтажсы булып эшләй, Алыҫ Төньяҡта вахта ысулы менән дә эшләп ала. Гүзәл Рәфис ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, София исемле ҡыҙға ғүмер биргәндәр, әле уға дүрт йәш.

2023 йылдың 24 сентябрендә Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеү төҙөп, контракт буйынса хеҙмәт итә башлай. Парашют-десант ротаһында отделение һәм хәрби машина командиры була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2024 йылдың 21 мартында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була. Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән хәрби хеҙмәттә күрһәткән батырлығы, ҡыйыулығы өсөн Заһир Вәлиев үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән наградлана. Яугир тыуған ауылы  Ҡаранйылғала ерләнгән.

Таҡтаташ асыуҙағы тантананы алып барыусы Миңһылыу Абдуллина сараны асыҡ тип иғлан иткәс, РФ һәм БР Гимндары яңғыраны. Тәүге һүҙ район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фуат Зәки улына бирелеп, ул үҙ сығышында: “Бөгөн беҙ махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған, рухлы яҡташыбыҙ Заһир Самат улы иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асабыҙ. Үҙ халҡы, ере өсөн ғүмерен биргән яугирҙарыбыҙҙы онотмаҫҡа, уларҙың батырлыҡтарын быуындан-быуынға еткерергә бурыслыбыҙ. Ҡаһарманыбыҙҙың яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереүгә күп көс һалған әсәһенә, кәләшенә, туғандарына оло рәхмәтемде еткерәм. Тыуған илдең тыныслығы һәм бойондороҡһоҙлоғо хаҡына тоғро хеҙмәт иткән һәм ҡурҡыу белмәҫ йөрәк менән ҡаһарманлыҡ күрһәткән яҡташтарыбыҙҙың һәр береһе оло хөрмәткә лайыҡ. Заһир ысын ил һаҡсыһы булараҡ, беҙҙең яҡты киләсәк, тыныс тормош өсөн ғүмерен биргән, уның тураһында яҡты иҫтәлек һәр беребеҙҙең йөрәгендә мәңге һаҡланыр”, - тине.

Сәйетбаба ауыл биләмәһе башлығы Венер Сәхиулла улы шундай батыр ул тәрбиәләгәндәре өсөн әсәһенә, яҡындарына рәхмәт әйтеп, батыр рухы мәңгелек булыуын еткерҙе.

Заһирҙың класс етәксеһе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәнүзә Хөрмәт ҡыҙы уҡыусыһы тураһында яҡты хәтирәләр менән уртаҡлашып: “Заһирҙы мин 5-се кластан ҡабул итеп, класс етәксеһе булдым. Улар Ҡаранйылға мәктәбенән алты уҡыусы килделәр. Заһир класта хужалыҡ секторы булды. Ул спорт һөйөүсән, тәртипле булды, дәрескә һәр саҡ бөхтә йөрөнө. Бөгөнгө көндә тағы ике уҡыусым Алик Йәрмиев, Аяз Фәйзуллин МХО-ла йөрөй. Уларға иҫән-һау ғаиләләренә әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйем. Заһирҙы онотмайбыҙ, ул һәр саҡ беҙҙең хәтеребеҙҙә булыр. Яҡындарына, туғандарына сабырлыҡ теләйем, - тине һәм Мәлих Харистың “Онотмаһын мине Тыуған ил” шиғырын аһәңле итеп һөйләп ишеттерҙе.

Мемориаль таҡтаташты асыу хоҡуғы Фуат Зәки улына, Венер Сәхиулла улына, Заһирҙың әсәһе Лилиә Ринат ҡыҙына бирелде. Таҡтаташтағы аҡ япма төшөрөлә. Тантанала ҡатнашыусылар бер минутлыҡ тынлыҡ менән Заһир Самат улын иҫкә алды һәм таҡтаташҡа сәскәләр һалынды.

Әлфиә Вәлиева.

"Табын" гәзитенән

Ҡолҡанда  батыр яугирға таҡтаташ асылды
Ҡолҡанда  батыр яугирға таҡтаташ асылды
Ҡолҡанда  батыр яугирға таҡтаташ асылды
Ҡолҡанда  батыр яугирға таҡтаташ асылды
Ҡолҡанда батыр яугирға таҡтаташ асылды
Автор: Венер Исхаков
Читайте нас