Шоңҡар
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
29 Октябрь 2025, 10:20

Һалдат ҡайтты тыуған яғына

– Беҙ – берҙәм һәм бер-беребеҙгә шул хәтлем теләктәш. Уның киреһенең булыуы мөмкин түгел. Бер-беребеҙ өсөн тауҙай тороу тураһында әйтеп тораһы ла түгел.

Һалдат ҡайтты тыуған яғына
Һалдат ҡайтты тыуған яғына

 

Ошо көндәрҙә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан "Татарин" позывнойлы һалдаттың ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтыуын ишетеп, ифрат һөйөндөк. Бер ни тиклем ваҡыт яҡын туғандары янында булғас, ил һаҡсыһын төрлө урынға осрашыуҙарға саҡырғандар.

Мишкә районы хакимиәте башлығы Лариса Александрова белдереүенсә, улар өсөн һәр Ватан һаҡсыһының тыуған яғына ялға ҡайтып төшөүе – ҙур ваҡиға. Был осраҡта ла мишкәләр яҡташын ҙурлап ҡаршы алған. "Татарин" позывнойлы һалдат менән күрешеп һөйләшкәндәр, яугирҙәргә нимә кәрәк икәнен һорашҡандар. Фронтта иң кәрәк әйберҙәр – генератор, рация, удлинитель. Тиҙ арала яҡташы һорағандарҙы һатып алып, уға биргәндәр.

– Рәсәйҙәрҙең, шул иҫәптән, башҡортостандарҙың дошманды ҡыҫырыҡлауы – һәр йәһәттән дә маҡтаулы ла, батырлыҡ та, – тип һөйләй яҡташыбыҙ. – Беҙ – берҙәм һәм бер-беребеҙгә шул хәтлем теләктәш. Уның киреһенең булыуы мөмкин түгел. Бер-беребеҙ өсөн тауҙай тороу тураһында әйтеп тораһы ла түгел.

"Татарин" билдәләүенсә, айырыуса Мишкә районы егеттәрен халыҡ Геройы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғизи Заһитовтың рухы алға әйҙәй. МХО һалдаттары эре аҙымдар менән дошманды сигендереү дауам итә, үҙ сиратында, Еңеүгә лә күп ҡалмаясаҡ.  

Фото: Оксана Килмәкова.

 

Автор: Венер Исхаков
Читайте нас