Рәүф Баев – Таһир Күсимов исемендәге батальондың иң тәжрибәле яугирҙәренең береһе, махсус хәрби операцияға ул 2023 йылдың йәйендә “Башҡортостан” полкы составында юллана.
Рәүф Сәлимйән улы Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Лиман һәм башҡа ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. МХО-ла ҡаһарманлыҡ менән хеҙмәт иткәне өсөн генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнә.
“Тәүҙә мине махсус хәрби операцияға бармаҫҡа өгөтләнеләр, һиңә 62 бит инде, тинеләр”, – ти ул. – Шунан республика хәрби комиссариатына мөрәжәғәт иттем, унда минең теләккә риза булдылар һәм район хәрби комиссариатына мине махсус хәрби операцияға ебәрергә ҡуштылар”.
Ни өсөн барырға булған? Үҙе әйтеүенсә, 20-25 йәшлек егеттәрҙең МХО-ға юлланыуын телевизорҙан ҡарап, уларҙың әле яуға тулыһынса әҙер булмауын күреп ултырған һәм шәхсән теләк белдерергә булған – ул бит йәш сағында Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт иткән һәм Афғанстандағы һуғышҡа ныҡлы әҙерлек үткән, тимәк, был йәһәттән тәжрибәһе етерлек.
Ҡаһарман ир Ейәнсура районының Өмбәт ауылында тыуып үҫкән. Махсус хәрби операцияға тиклем колхозда эшләй, республикабыҙ һыу һаҡлағыстарын төҙөүҙә ҡатнаша. Ә уға тиклем газ тәьминәте ойошмаларында водитель булып эшләй, Төмән өлкәһенә, Ямал-Ненец автономиялы округына һәм Украинаға газ үткәрә.
МХО яландарынан тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡас, Рәүф Сәлимйән улы “Башҡортостан геройҙары” кадрҙар проектында ҡатнашырға ғариза бирә.
«Беҙҙең егеттәр МХО-нан ҡайта башлаясаҡ, бергәләп тормошто рәтләргә, илебеҙҙе алға сығарыу өсөн тырышырға кәрәк. Был йәһәттән йәш кадрҙарҙы үҫтерер кәрәк. Шуға күрә «Башҡортостан геройҙары» программаһы бик ваҡытлы булдырылды. Минең тәжрибәм алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан МХО ветерандары өсөн әһәмиәтле булыр тип ышанам», — ти Рәүф Баев.
Фото: Т. Баевтың шәхси архивынан.
Автор:Рәшит Кәлимуллин