Шоңҡар
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
19 Ноябрь 2025, 12:10

Кисә уҡытыусы булһа, бөгөн - ил һағында

Өйҙә уны ҡатыны һәм ике балаһы көтә. Ҡатыны Фидәлиә балалар баҡсаһында өлкән тәрбиәсе булып эшләй. Ҡыҙҙары Диана һәм улдары Денис лицейҙа уҡый. Балалар спорт менән әүҙем шөғөлләнә һәм яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә.

Кисә уҡытыусы булһа, бөгөн - ил һағында
Кисә уҡытыусы булһа, бөгөн - ил һағында

                   

 

Күптән түгел махсус хәрби операция зонаһынан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға “Физрук” позывнойлы яугир ҡайтты. Былтыр ул үҙ теләге менән МХО-ға юлланды, унда бөгөнгө көнгә тиклем хеҙмәт итә.

Яугир Мәсетле районының Ғүмәр ауылында механизатор һәм ауыл фельдшеры ғаиләһендә өсөнсө бала булып тыуа. Дыуан-Мәсетле мәктәбен тамамлай. Яҡшы уҡый, йәмәғәт тормошонда, район һәм республика предмет олимпиадаларында әүҙем ҡатнаша, еңел атлетика, саңғы спорты, көрәш менән шөғөлләнә.
Мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт педагогия университетына инә. Уҡыған ваҡытта ла әүҙем студент була, факультеттың рус уйыны ҡаҡма туп буйынса йыйылма командаһы составында сығыш яһай. Университетты тамамлағандан һуң Рәсәй Армияһы сафына хеҙмәткә саҡырыла. Хеҙмәтен Төньяҡ Кавказда махсус тәғәйенләнештәге ғәскәрҙә үтә. Һуңынан контракт буйынса хеҙмәт итә.
2011 йылдан Оло Ыҡтамаҡ лицейында физкультура уҡытыусыһы булып эшләй башлай. “Физрук” етәкселегендә лицейсылар район, зональ, республика һәм төбәк-ара ярыштарҙа еңеүсе һәм призер иҫәбендә йөрөй.
2024 йылдың мартында үҙ теләге менән МХО-ға бара. Хәҙер Харьков йүнәлешендә хеҙмәт итә. Лайыҡлы хеҙмәте өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы “Хәрби хеҙмәттә күрһәткән батырлығы өсөн”, “Хәрби батырлыҡ” миҙалдары менән бүләкләнә.
– Бында, алғы һыҙыҡта, өйҙән яҡшы яңылыҡтар көтәбеҙ, әгәр тылда барыһы ла яҡшы булһа, тимәк, бында ла барыһы ла яҡшы, рухыбыҙ көслө буласаҡ һәм еңеүгә ынтыласаҡбыҙ, – ти “Физрук”.
Өйҙә уны ҡатыны һәм ике балаһы көтә. Ҡатыны Фидәлиә балалар баҡсаһында өлкән тәрбиәсе булып эшләй. Ҡыҙҙары Диана һәм улдары Денис лицейҙа уҡый. Балалар спорт менән әүҙем шөғөлләнә һәм яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә.
– Минең менән ротала яҡташым хеҙмәт итә, ә батальонда яҡташтар дүртәүбеҙ. Салауат һәм Ҡыйғы райондары егеттәре менән иңгә-иң терәп алышабыҙ. Арабыҙҙа башҡа илдәрҙән килгән кешеләр ҙә бар: беҙҙең менән бергә окоптар эшләйҙәр. Беҙ бер-беребеҙгә ауыр ваҡытта ярҙам итәбеҙ. Яу яланында сит ил техникаһы күренмәй, ғәҙәттә БПЛА ғына оса. Улар менән туранан-тура бәрелеш булманы. Дошман дрондар ярҙамында һөжүм итеүгә өҫтөнлөк бирә, беҙ уларҙы “Мәскәй әбей” тип атайбыҙ. Дрон эргәләге ике егеткә һөжүм иткән осраҡ булды. Шартлау яңғыраны һәм улар менән бәйләнеш юғалды. Беҙ улар менән рация аша бәйләнешкә инергә тырыштыҡ, әммә уңышһыҙ, ышыҡтан сығып, яҡынлаша алманыҡ. Хатта уларҙы һәләк булғандыр, тип уйлағайныҡ. Әммә ҡараңғы төшкәс, яугирҙар кире ҡайтты, икеһе лә иҫән-һау булып сыҡты. Егеттәр шартлауҙан һуң рацияларын юғалтыуҙары тураһында һөйләне. Беҙгә маскировка селтәрҙәре үреп, блиндаж шәмдәре ҡойоп, йылы ойоҡбаштар бәйләп ярҙам иткән мәсетлеләргә рәхмәт белдерәм. Алғы һыҙыҡта был хәстәрлек беҙҙең өсөн баһалап бөткөһөҙ. Айырыуса Мәсетле районы хакимиәтенең, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабының, “Ышаныслы тыл” хәрби берләшмәһенең һәм “Ағинәйҙәр” йәмғиәтенең дөйөм эшкә индергән өлөшөн билдәләргә теләйем, – ти ул.
Ошо көндәрҙә яугирҙы район хакимиәтенә саҡырҙылар, унда Әнис Ҡасим улы “Физрук”тың МХО-ла күрһәткән тәүәккәллеге, ҡыйыу-лығы өсөн рәхмәт әйтте һәм еңеүгә ышанысын белдерҙе.

Рәмил МАЙҘАНОВ.

 

 

 

 

Автор: Венер Исхаков
Читайте нас