Шулай башлана ҡанын күп юғалтҡан яугирҙың ғүмере өсөн көрәш. Яралыларҙы эвакуациялағанда хәрби техниканың ике тапҡыр артиллерия утына тотолоп, дрондар һөжүме, “Урман”дың да әҙерәк утҡа бешеүе. Селидово - Перевальск - Ростов госпиталдәре... Һуңынан Санкт-Петербург хәрби медицина академияһының хәрби-ялан хирургия клиникаһында айҙарға һуҙылған тиҫтәләрсә операциялар, реабилитация. Махсус хәрби операцияға тиклемге тыныс тормошта ул үҙе эш ҡоралдары менән оҫта идара итһә, был юлы клиника табиптары бысҡы, дрель, сүкеш кеүек медицина инструменттары менән уның аяғын һаҡлап ҡалыу өсөн көрәшә. Берләштерелгән травма бүлеге етәксеһе, медицина хеҙмәте полковнигы, медицина фәндәре кандидаты Максим Борисов һәм уның тырыш командаһы махсус хәрби операция яугирының аяҡтарын өлөшләп йыйған, янбашынан һөйәген “бысып” алып аяғына өҫтәгән. Февраль айынан бөгөнгө көнгә тиклем өс тиҫтәгә яҡын операция кисергән яугирҙы аҡ халатлы фәрештәләр аяҡҡа баҫтырған тиерлек. Әйткәндәй, Рәсәй яугирҙарын ҡотҡарған ҡаһарман табиптарҙың ауыр ҙа, яуаплы ла хеҙмәте “Йәшәү өсөн көрәш” циклының яңы фильмында асыҡ күренә. Рәсәй хирургтары тәү ҡарамаҡҡа тергеҙеп булмаҫлыҡ аяҡ-ҡулдарҙы һаҡлап алып ҡала. Улар һөйәкте заманса технологиялар ярҙамында “үҫтерергә” өйрәнгән. Үҙенсәлекле операциялар, тәжрибәле хирургтар ярҙамында махсус хәрби операция яугирҙары аяҡҡа баҫа. Фильмда, башҡа яугирҙар менән бергә, Үҙәнбаш ауылында тыуып-үҫкән, үҙ теләге менән махсус хәрби операцияла ҡатнашып, ауыр һынауҙарға бирешмәй, күптәргә өлгө булырлыҡ Фәнис Сөнәғәтовтың да ҡатмарлы операциялар, реабилитация үтеү тарихы күрһәтелә.
- Ысын дуҫтарға, бер ғаиләгә әйләнгән яуҙаштарыңды юғалтыуы ауыр. Һуңғы хәрби заданиела күптәрен юғалттым. Үҙемде үлемдән әсәйемдең доғалары, Аллаһы Тәғәлә һаҡлап алып ҡалғандыр тим. Табиптарҙың, медицина хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы, яҡындарымдың доғалары менән һауығыуға табан барам, - ти яугир.
Яугир Үҙәнбаш мәктәбен тамамлай, һуңынан 26-сы һөнәрселек училищеһында балта оҫтаһы һөнәренә уҡый. Рәсәй Федерацияһы федераль сик буйы хеҙмәтенең сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. 2002-2004 йылдарҙа Амур өлкәһенең Александр Невский орденлы Шимановск отрядында сик буйын намыҫлы һаҡлай. Фәнис Сөнәғәтов 2024 йылдың мартында Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операция зонаһына юллана. 2025 йылдың февраленә, ауыр яраланғанға тик-
лем, 506-сы гвардия мотоуҡсылар Познанский Ҡыҙыл Байраҡлы, Суворов орденлы полкының штурмлаусылар подразделениеһында өлкән уҡсы, төркөм командиры булып хеҙмәт итә. Тырыш, ныҡыш башҡорт ир-уҙаманын командование ла башҡаларға өлгө итеп ҡуя. Был турала мотоуҡсылар часы командирының Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменә ебәрелгән Рәхмәт хаты ла һөйләй.
“Хөрмәтле Радий Фәрит улы! Һеҙҙең төбәктә, Үҙәнбаш ауылында, йәшәгән гвардия кесе сержанты Фәнис Сөнәғәтов хәрби хеҙмәтен беҙҙең часта үтә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыуының тәүге көндәренән үк үҙен Ватаныбыҙ һағына баҫҡан намыҫлы, ышаныслы яуҙаш итеп күрһәтте.
Ул төрлө хәрби бурыстарҙы үтәгәндә, утҡа тотоуҙа, тормошта һәм төрлө көнкүреш шарттарында үҙен ҡыйыу һәм лайыҡлы тота, ҡоралы менән ышаныслы мөғәмәлә итә һәм башҡа хәрбиҙәр өсөн өлгө булып тора. Тап ошондай ныҡлы характерлы кешеләр арҡаһында Бөйөк Ватан һуғышында фашист армияһын дөмөктөрҙөк, тимәк, беҙ ҙә нацизмдың тергеҙелеүен туҡтата алабыҙ!
Беҙҙең менән хеҙмәт иткән һәм намыҫлы хәрби хеҙмәте менән Еңеүҙе яҡынайтҡан яҡташығыҙ өсөн рәхмәт. Бәхет, изгелек һәм тыныслыҡ теләйбеҙ!
Хәрби часть командиры, гвардия полковнигы А.Булатов.
Октябрь 2024 йыл”, - тиелә Рәхмәт хатында.
Ошо түгелме ни яугирҙың ата-әсәһе, һеңлеләре, яҡындары өсөн ғорурлыҡ?! Төбәк етәксеһе исеменә ебәрелгән һәм муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тантаналы шарттарҙа, Ватанды һаҡлаусылар көнөндә, район етәкселегенең яугирҙың атаһына тапшырыуы ла икеләтә ҡыуаныс булғандыр яҡындары өсөн. Ғүмерен урман хужалығы тармағына бағышлап, руль артында үткәргән атаһы Данис Бикйән улының һәм өс баланы лайыҡлы тәрбиәләүҙә көсөн һалған әсәһе Земфира Зәки ҡыҙының хеҙмәте ҙур.
Әйткәндәй, Сөнәғәтовтарҙың башҡа балалары ла Еңеүҙе яҡынайтыуға көсөн дә, тырышлығын да йәлләмәй. Белореттың балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютында тәрбиәсе булып эшләгән Нәйлә Данис ҡыҙы ла махсус хәрби операция биләмәһендәгеләргә ярҙам итеү сараларында даими ҡатнаша. Приютта булһынмы, башҡа ерҙә маскировка селтәрҙәре, браслеттар үрелһенме, һәр ваҡыт изге һәм кәрәкле ғәмәлдәрҙең уртаһында ҡайнай.
“Урман” позывнойлы кесе сержанттың намыҫлы хеҙмәте “Махсус хәрби операция ҡатнашыусыһы”, “Хәрби батырлыҡ өсөн”, “Батырлыҡ өсөн” миҙалдары менән билдәләнгән. Ә бөгөнгө көндә уның иң юғары наградаһы - тиҫтәләрсә яһалған операцияларҙан һуң үҙ аяғында атлап йөрөүе, яңынан тормошҡа ҡайтыуы, яҡындарының хәстәрелер. Ғүмерҙән дә юғарыраҡ награда юҡ бит. Батырҙарса һәләк булған яуҙаштары өсөн йәшәргә бурыслы ул.
Фото: яугирҙың шәхси архивынан.
Эльвира Хәмзина