Шоңҡар
-20 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
18 Февраль , 20:13

Сепрәк ҡурсаҡ

Ашауҙан үткән була ул. Дистрофия ваҡытында кеше асығыуҙы ла һиҙмәй башлай. Ятып, йә мейес янында һөйәлеп ултырып көндәре үтә. Егермеһен саҡ уҙған бер аяҡһыҙ Коля исемле кисәге яугир иҫке таҫтамалды төрөп бәпес эшләй.

Сепрәк ҡурсаҡ
Сепрәк ҡурсаҡ

Блокада ваҡытында Лена исемле бәләкәс кенә ҡыҙҙы Ленинградтан эвакуациялайҙар. Махсус бригада һалҡын ҡышта фатирҙар булып иҫән ҡалған халыҡты йыйып йөрөгәндә, әсәһе, өләсәһе, ағаһы мәйете янындағы ҡыҙҙы табып алалар. Ҡаҡ һөйәктә сыҡмаған йәне генә ҡалған бала үҙенең исеменән башҡа бер нимә лә иҫләмәй. Госпиталгә урынлаштыралар уны.

Ашауҙан үткән була ул. Дистрофия ваҡытында кеше асығыуҙы ла һиҙмәй башлай. Ятып, йә мейес янында һөйәлеп ултырып көндәре үтә. Егермеһен саҡ уҙған бер аяҡһыҙ Коля исемле кисәге яугир иҫке таҫтамалды төрөп бәпес эшләй. Күмер менән күҙ, ауыҙ, танауын да әтмәләп ҡуя. “Лена, ошо ҡурсаҡты ҡара йәме. Яҡшылап ашарға өйрәт. Һин хәҙер уның әсәһе. Тәрбиәлә, ярат. Күрәһеңме, ул әле ауырый, хатта иларлыҡ та хәле юҡ”, - тип ҡыҙға тоттороп ҡуя.

 Шул көндән алып, Ленаның тормошо яҡшы яҡҡа үҙгәрә башлай. Сепрәктән ҡуйылған ҡурсаҡты бәүелтә, көйләп йоҡлата, үҙенә бирелгә бутҡаны ла “ашата”. Тәүлек әйләнәһенә унан айырылмай “әсәй” кеше. Бер юлы үҙе лә яйлап ҡына тамағына ашай башлай. Күҙгә күренеп матурайып, һауығып килгән ҡыҙға ҡарап барыһы ла шатлана.

Шулай итеп, бер сепрәк киҫәге бәләкәс кенә баланы үлем тырнағынан йолоп ала. Сөнки кемгәлер кәрәгеңде белеү ҙә артабан йәшәргә көс, дәрт бирә бит.

Сепрәк ҡурсаҡ
Сепрәк ҡурсаҡ
Автор: Разинә Зайнетдинова
Читайте нас