

Майҙың матур байрамдарының береһе Еңеү байрамы яҡынлаша. Әҙерлек эштәре күптән башланды. Георгий таҫмаһы — символик таҫмаларҙы таратыу буйынса Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү көнөн байрам итеүгә арналған йәмәғәт акцияһы. Уны бөгөн олоһонан алып кесеһенә тиклем тағалар. Тик артығын шаштырып ебәреүселәр ҙә табыла. Кемдер машина ишегенең тотҡаһына бәйләй, сумкаһына беркетеп ҡуйыусылар ҙа табыла. Хатта эттәренең муйынсаҡтарына бәйләүселәр ҙә бар. Ошондай йәмһеҙ күренештәрҙе туҡтатыу өсөн, административ штраф ҡаралған. Хатта ҡайһы бер осраҡта иректән мәхрүм ителергә лә мөмкин.
Георгий таҫмаһы - ул Бөйөк Еңеүҙе иҫкә төшөрөп торған символ. Уны ғорурлыҡ менән йөрәк тапҡырына тағайыҡ. Тарихын онотмаған халыҡтың киләсәге бар икәнлеген дә онотмайыҡ.
Фото интернеттан алынды.