Шоңҡар
+10 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
9 Мая , 11:59

Ике тапҡыр “ҡара ҡағыҙы” килә

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға һикһән йыл ваҡыт үтһә лә, Совет һалдаттарының батырлығы – беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙҙың ҡаһарманлығы быуындан-быуынға күсә. Дүрт йыл дауамында барған ҡан ҡойошта еңеү яулауҙа үҙ өлөшөн индергән һалдаттың үлемһеҙ рухы Рәсәйҙең һәр бәләкәй генә төпкөл ауылында йәшәй һәм йәшәйәсәк.

Ике тапҡыр “ҡара ҡағыҙы” киләИке тапҡыр “ҡара ҡағыҙы” килә
Ике тапҡыр “ҡара ҡағыҙы” килә

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға һикһән йыл ваҡыт үтһә лә, Совет һалдаттарының батырлығы – беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙҙың ҡаһарманлығы быуындан-быуынға күсә. Дүрт йыл дауамында барған ҡан ҡойошта еңеү яулауҙа үҙ өлөшөн индергән һалдаттың үлемһеҙ рухы Рәсәйҙең һәр бәләкәй генә төпкөл ауылында йәшәй һәм йәшәйәсәк.

Шафиҡов Хәйрулла Нәбиулла улы немец нацистары менән алышҡанда ҡаһарманлыҡ күрһәткән Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарының береһе була. 1925 йылда Ғафури районының Юлыҡ ауылында донъяға килә. Бала сағынан нужа һурпаһын күп татырға тура килә. Кулак тип, уларҙы ғаиләһе менән, Себергә һөргөнгә ебәрәләр. Бер нисә йылдан тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтыу бәхете тейә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ун һигеҙе тулып өлгөрмәһә лә, һуғышҡа ебәреүҙәрен һорап военкомат тупһаһын тапай башлай. Әллә йәше етмәү сәбәпле, әллә “кулак мөһөрө” ҡағылыусылар һатлыҡйәндәр булыр тип уйлап, ағалары менән уны тәүге осорҙа ебәрмәйҙәр. 1942 йылда Хәмиттула, Зәйнулла тигән бер туған  ағалары менән бергә фронтҡа юллана. Ике тапҡыр “ҡара ҡағыҙы” килә. Береһендә янында бомба шартлағас, ул тупраҡҡа күмелеп ҡала. Командирҙары үлгән икән тип уйлап, тыуған яғына хәбәр ебәрә. Арттан килгән Совет һалдаттары тере икәнен күреп, ҡаҙып алалар.

Немец илбаҫарҙарын ояһына тиклем баҫтырып барып, еңеү яулағас ҡына тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Юлыҡ ҡыҙы Сара Мөхәмәтзәкир ҡыҙы менән сәстәрен сәскә бәйләп, ун өс балаға ғүмер бүләк итәләр. “Ярты Европаны йәйәү үттем. Беҙ күргәнде һеҙгә күрергә яҙмаһын ине”, – тип йыш теләй. “Фронтта күргәндәрен бер тапҡыр ҙа һөйләмәне. Бөйөк Ватан һуғышы тураһында кинолар ҡарағанда ғына илай торған ине. Мунсанан кейенеп сыға ине. Бер мәл күлдәген алмаштырғанда арты менән тороп мине күрмәне. Яра эҙҙәренән сыбарланған арҡаһын күреп иҫем китте. Муйынында ла ҙур йөй бар ине. Шул яман шешкә әйләнеп, 1993 йылда атайым беҙҙе ташлап китте”, – ти Гөлфиә Хәйрулла ҡыҙы.

“Батырлыҡ”, “Батырлыҡ күрһәткәне”, “Варшаваны азат иткәне”, “Берлинды алғаны өсөн” тигән миҙалдар менән бүләкләнгән Хәйрулла Нәбиулла улы, шулай итеп, үлгәндән һуң да балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә генә түгел, кейәүҙәренә лә ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып тора.

Ике тапҡыр “ҡара ҡағыҙы” килә
Ике тапҡыр “ҡара ҡағыҙы” килә
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас