Шоңҡар
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарихнамә
1 Август 2021, 16:36

"Еңеү поезы"на һуңламағыҙ!

Уның менән танышыу өсөн Өфө халҡына бер генә мөмкинлек ҡалды.  

"Еңеү поезы"на һуңламағыҙ!
"Еңеү поезы"на һуңламағыҙ!

"Еңеү поезы" күргәҙмәһе үткән йылда эшләй башланы һәм илдең ҙур ҡалалары буйлап сәйәхәткә сыҡты. Ниһәйәт, сират Өфө ҡалаһына ла етте. Поезд составындағы экспозиция менән республика халҡы тимер юлы вокзалында таныша ала. 

"Еңеү поезы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фән" күсмә күргәҙмәһе –  хәрәкәтләнеүсе составта урынлаштырылған донъялағы тәүге инсталляция. Быйылғы Рәсәйҙәге Фән һәм технологиялар йылы уңайынан авторҙар күргәҙмәне Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән совет ғалимдарының фәнни асыштары һәм ҡаҙаныштары менән тулыландырған. Состав бер нисә өлөштән тора: һуғышҡа тиклемге тормош, һуғыш һәм еңеүгә арналған. Һуғыш бүлеге иһә ауыр һалдат тормошо, яу яланы, концлагер, штаб, лазарет, ялан мунсаһы, окоптарҙан тора. Тауыш ҡоролмалары, экрандағы видеояҙмалар иһә күренештәрҙе тулыландырып, ул ваҡыттағы ваҡиғаларҙы ысынбарлыҡҡа нисек булғанын тулайым сағылдыра.

Ҡанлы, шанлы йылдар ауазы булған күргәҙмә менән бушлай танышырға була. Бының өсөн бары тик рәсми сайтта теркәлергә кәрәк.

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: