Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарихнамә
7 Март 2022, 20:15

Бәхил бул, архитектор!

Мәрхүмдең ғаиләһенең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Хоҙай һеҙгә сабырлыҡ бирһен. 

Бәхил бул, архитектор!
Бәхил бул, архитектор!

 

 БР-ҙың атҡаҙанған архитекторы Урал Ураҡсин вафат булды.

Урал Ғәзиз улы Ураҡсин 1951 йылдың 25 авгусында РСФСР-ҙың Чкалов өлкәһе Төйлөгән районы Мәҡсүт ауылында (хәҙер Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Дәүләтҡол ауылы составында) ишле ғаиләлә тыуған. Тел ғалимы, академик, яҙыусы Зиннур Ураҡсиндың ҡустыһы.

Өфөләге 1-се башҡорт интернат-мәктәбен тамамлағас, Мәскәү архитектура институтына уҡырға инә. 1974 йылда уны уңышлы тамамлап, Сибай ҡалаһының баш архитекторы булып эшләй башлай.

1994—2000 йылға тиклем Өфө хакимәтенең Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө баш идаралығының 1-се урынбаҫары.

2000 йылдан Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары.

2013 йылдан башлап «Башкиргражданпроект» институты генераль директорының кәңәшсеһе.

2003—15 йылдарҙа БР‑ҙың Архитекторҙар союзы идараһы рәйесе.

Урал Ураҡсин етәкселегендә БР ҡалалары һәм район үҙәктәренең генераль пландары эшләнә. Сибай ҡалаһының генераль гененераль планы (1976), үҙәген деталләп планлаштырыу (1977), ҡайһы бер микрорайондарҙы төҙөү (80— 90‑сы йй.) һәм йәмәғәт биналары, шул иҫәптән автовокзал (1987), Никах йорто (1994) проекттары авторы. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: