Мәфтуха Аҫтанғәле ҡыҙы МУСИНА (1926 йылда Әбйәлил районының Үтәгән ауылында тыуған. Һуғыш башланғанда 15 йәштә була):
— Урман яғындағы Үтәгән ауылында тыуып-үҫһәм дә, бала сағымдың иң аяныслы хәтирәләре ялан яғындағы Юлдаш тигән ауыл менән бәйле. Унда йәшәгән Мәхмүзә апайым, ире фронтҡа киткәс, колхоз эшенән бушай алмайым тип, ике бәләкәй малайын ҡаратыр өсөн мине эргәһенә алдырҙы. Ләкин ул заманда өйҙә ятыу кемгә эләгә?! Икенсе көндө үк бригадир иген утауға сығырға ҡушты. Шулай итеп, мин ят ауылда бесән сабыу, кәбән ҡойоу, иген урыу кеүек эштәргә егелдем.
Ҡыш еткәс, Белорет урмандарына бүрәнә тартырға кешеләр һәм аттар ебәрергә тигән разнарядка килде. Ауылда ирҙәр юҡ, аттар ҙа юҡ, үгеҙ ектереп, йәш кенә ҡыҙҙарҙы оҙаттылар. Шулай 1942 йылдың ноябрендә Рәзифә исемле тиңдәшем менән Ҡағыға киттек. Миңә Ҡотом ҡушаматлы үгеҙ эләкте. Беҙҙең менән хәлһеҙләнеү арҡаһында хеҙмәт армияһынан бер ай ялға ҡайтарылған Мулләхмәт ҡартты ла ебәрҙеләр.
Минең өҫтөмдә юҡ: һуғышта йөрөгән ағайымдың салбарын, еҙнәмдең пәлтәһен кейҙерҙеләр. «Үгеҙҙәрегеҙҙе һаҡлағыҙ, дәүләт милкен юҡ иткән өсөн – төрмә», – тип янап ҡалдылар колхозда.
Мин китергә булғас, Мәхмүзә апайым малайҙарын ҡаратыр өсөн Үтәгәндән әсәйебеҙҙе алып ҡайтты. Репрессия йылдарында ғаиләбеҙ саҡ-саҡ һөргөнгә ҡыуылмай ҡалған, шуға әсәйем ҡурҡышынан нисек булһа ла түҙергә, үҙем ас булһам да, Ҡотомдо һәйбәт ҡарарға ҡушып ебәрҙе.
Урманда эш ныҡ ауыр булды: йығылған йөҙйәшәр ҡарағайҙарҙы яҙғыһын һал итеп ағыҙыу өсөн Иҙел буйына ташыйбыҙ. Эргәлә Хәмит, Шәрип ауылдарының малайҙары йыуан-йыуан ағастарҙы санаға оҫта ғына тейәп, арҡан менән уратып бәйләйҙәр ҙә китәләр, ә беҙҙең көс етмәй, һалыуын-һалып ҡуҙғалһаҡ, юлдың ауыш ерендә бүрәнәләребеҙ тәгәрәшеп ҡойола ла китә, барып еткәнсе илай-илай әллә нисә тапҡыр киренән һалабыҙ. Мулләхмәт ҡарт беҙҙән көлгән был малайҙар артынан: «Һеҙ бит урманный чилауек, ә беҙ степной чилауек», – тип тороп ҡалған була.
Үгеҙҙәрҙе ашатыу ҙа үҙебеҙҙең елкәлә. Көн һайын кис арып-арманһыҙ булған ҡыҙҙар хәлдән тайған малҡайҙарҙы туғарып та тормай егерме саҡрым ергә бесән артынан китәбеҙ, уны алып ҡайтҡансы төн уртаһы етә. Йоҡо туймаған, өҫ-баш кибеп тә өлгөрмәгән көйө таңдан тағы бүрәнә ташырға китәбеҙ. Бер алып ҡайтҡан бесән бер нисә көнгә етер ине, бәлки, тик беҙ йоҡлаған арала әлеге малайҙар бесәнде урлап, үҙҙәренең аттарына ашата ла ҡуя. Етмәһә: «Әгәр ошаҡлашһағыҙ, туҡмайбыҙ», – тип ҡурҡыталар. Үгеҙҙәр тамам йонсоно, ошолай барһа, уларҙың аяҡ һуҙасағынан ҡурҡып, беҙ өсәү таң ҡараңғыһынан ҡасырға килештек.
Тар ғына тау юлынан бара инек, арттан ҡыуа төшөп, Мулләхмәт ҡарт менән мине кире борҙолар. Тау үренә менеп өлгөргән Рәзифә бер нигә ҡарамай һарҡыуға елдереп ҡасты. «Һин боролмаһаң, мин дә боролмаҫ инем», – тип көнө буйы һуҡранып йөрөгән Мулләхмәт ҡарт иртәгәһен өндәшмәй үҙе генә ҡайтҡан да киткән. Яңғыҙ ҡалғас, үгеҙгә бесән ташыуы ла ауырлашты, өйҙән алып килгән картуфым да бөтөп килә, эш урынынан көнөнә ике йөҙ грамм ғына икмәк бирәләр. Бик ҡурҡһам да, былай ҙа үлем, тегеләй ҙә тип, мин дә ҡасырға булдым.
Үгеҙемде ектем дә, ҡалған ярты кәтилүк картуфымды санаға ултыртып юлға сыҡтым. Ҡараңғы төн. Үгеҙ юлдан сыға ла китә, сыға ла китә. Баҡһаң, ул һыуһап, ҡар ашарға ынтыла икән. Баламын бит инде, уны һуғарып алып сығырға кәрәклеге башыма ла инмәгән. Күҙ асҡыһыҙ итеп ябалаҡлап епшек ҡар яуа башланы, бер нәмә күренмәй. Ялан ере булһа, аҙашыр инем, ике яҡтан өҫкә ҡолап барған ҡарағай урманы булғас, бер юлдан китеп тик барабыҙ.
Тубыҡтан ҡар йырып барған ас үгеҙҙең тамам хәле бөттө. Бер аҙ картуфты балта менән тураҡлап, Ҡотомдоң алдына ҡуйҙым. Был ғына ризыҡ менән әллә йыраҡ китә алмаҫыбыҙҙы аңлап, мин хәйләләшергә булдым: картуф туралған кәтилүкте үгеҙгә күрһәтәм дә, бер сама алға йүгереп барып, «Ҡотом, кил, кил, мә аша!» – тип саҡырам. Меҫкен йән эйәһе, аҡтыҡ көсөн туплап, ошо ҡап-ҡара йәмшек һауыттағы тәмле ризыҡҡа ынтыла. Ул томшоғо менән киҫәктәрҙе берәм-берәм эләктереп сәйнәгәнсе, мин кәтилүкте һоноп тотҡан килеш тағы әллә күпме йүгереп өлгөрәм. Шулай бер нисә бөртөк картуф байтаҡ юлды артылырға ярҙам итте. Бушағас та, кәтилүкте болғап, әүрәтеп ҡараным, ләкин бер-ике рәт алданғас, теге атлауҙан баш тартты. Санаға ултырып туйғансы иланым да, тороп, үгеҙҙе туғарҙым, мөгөҙөнән арҡан менән санаға бәйләнем һәм, үҙем ҡамытты муйыныма кейеп, тәртәләрҙе ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, бар көсөмә йөктө һөйрәй башланым. Тик бәләкәй генә ас ҡыҙ ауыр йөктө күпме һөйрәй алһын инде?! Мин хәлһеҙләнеп туҡтауға үгеҙ ҙә ҡоланы.
Ҡотом тилмереп ҡарап тик ята. Мал булһа ла, йәне аяулы бит инде, ташлама, үлтермә, яҙмышым һинең ҡулыңда, тип әйтергә теләгәндер инде. Әле булһа күҙ алдымда ошо йәлләткес ҡараш. Шул ваҡыт яныма әсәйем дә килеп баҫҡандай булды. Үгеҙҙе алып ҡайт бер үк, хөкөм итерҙәр, төрмәгә ултыртырҙар, тип ялбарған кеүек итте ул. Әллә йоҡомһорап китеп төш күрҙем инде…
Был ваҡытта инде ҡыштың ҡыҫҡа көнө үтеп, ҡараңғы төшкәйне. Ошонда ҡалһаҡ, туңасаҡбыҙ. Мин үгеҙҙе муйынынан ҡосаҡлап илай башланым, «Тор инде, Ҡотом, тор, ҡолама! Икебеҙ ҙә үләбеҙ бит былай!» – тип иңрәп һамаҡлай-һамаҡлай мөгөҙөнән һөйрәргә тотондом. Хоҙайҙың ҡөҙрәте булдымы, әллә аҡыллы хайуан хәлемде аңланымы – бар көсөнә ынтылып аяғына баҫты һәм яйлап ҡына йәнәш атланы. Ярай, төн йылы ине, өҫтөмдәге өлкән ирҙәр кейеме епшек ҡарға еүешләнеп тоҡ кеүек ауырайһа ла, бирешмәнем. Бүре килеп сыҡһа-сыҡһын, ашар ҙа китер, кеше-фәлән осрамаһын, берәй хаслыҡ ҡылыр, йә үгеҙемде тартып алыр, тип уйланым. Юлда, бәхетемәме-бәхетһеҙлегемәме, бер әҙәм дә, йыртҡыс та тап булманы.
Таң атыуға алда заповедник кордоны күренде. Мин ергә ятып ҡар яларға тотонған үгеҙҙе торғоҙоп аҙапланмай, кешеләр йәшәгән ергә йүгерҙем. Бында әсәйемдең ауылдашы, Тал Ҡусҡарынан Нотфулла ағай эшләгәнлеген электән белә инем. Әсәһе Хәспиямал инәй сәй эсерҙе. Шул мәлдә өй янына ат менән кешеләр килеп туҡтаны. Тал Ҡусҡарынан Ғибатулла ағай, Шәмсиямал менән Сәғиҙә еңгәйҙәр Ҡағы урыҫтарынан шәлгә картуф алмаштырып ҡайтып барышлай туҡтағандар икән. Улар ҙа: «Мәрғүбәнең ҡыҙы лаһа», – тип, мине танып, үҙҙәре менән алып ҡайтырға булып китте. Мин ризалашманым, үгеҙҙе ҡалдырырға ярамай, тинем. Ярай, уларҙың аты менән барып, санамды һөйрәтеп, шуға Ҡотомдо тейәп алып килдек. «Улайһа, һин үгеҙеңде ике-өс көн ашатып, хәл индереп ал да, санаңды ҡалдырып, етәкләп кенә ҡайт та кит», – тип кәңәш бирҙе еңгәләр. Эй балалыҡ, баштан шуға башым етмәгән: сананы ниңә ташлап китмәҫкә миңә, йөк һөйрәттереп, бахыр малды күпме ыҙалатып барғанмын. Сәғиҙә еңгә бер биҙрә картуф ҡалдырып китте. Шәлгә алыштырып алған нәмәләре әллә ни күп тә булмағандыр инде?! Ә Нотфулла ағай Ҡотомға бесәнен йәлләмәй ашатты. Элек кешеләр изге күңелле ине шул…
Өс көндән таң менән юлға сығып, үгеҙҙе картуфҡа әүрәтә-әүрәтә ҡараңғыла Әбделғәзе ауылына килеп еттем һәм таныштарға ҡунырға туҡталдым. Шунда ят бер ҡатын килеп инеп, хәлемде һораша башланы. Уны-быны уйламайынса үҙемдең бүрәнә ҡырҡыуҙан ҡасып ҡайтып барыуымды һөйләнем дә ҡуйҙым. Был ҡатын НКВД-ының шымсыһы булыуы хаҡында аҙаҡ ҡына белдем. Йоҡларға ятырға йөрөгәндә өйгә Юлдаш колхозының бригадиры килеп инде. Тап килеүенә аптырарһың: ул яңы бүрәнә ҡырҡыусылар төркөмөн оҙатып китеп бара һәм нәҡ ошо төндө Әбделғәзелә ҡунырға туҡтағандар икән. Минең турала уға теге шымсы еткереп өлгөргән. Бригадир мине әрләп, төрмә менән янап, иртәгә үҙҙәре менән кире урманға китергә ҡушты. Ҡотомдо күргәс: «Үгеҙең тамам йонсоған, эшләргә хәленән килмәҫ, ана, Мөштәжәптекен ал, ә ул һинекен колхозға алып барып тапшырыр», – тине. Баҡһаң, кеше тапмағанлыҡтан, ун ике йәшлек кенә шул малайҙы ла бүрәнә ташырға алып китеп баралар икән. Инде өйгә етеп киләм, тип ҡыуанғайным. «Әсәйемде ныҡ һағындым, ҡайтып ҡына күрәйем дә Ҡағыға артығыҙҙан үҙем барырмын», – тип ялбарып иланым. Ләкин һуғыш мәленең тәртибе ҡаты… Ошо китеүемдән яҙға тиклем бүрәнәлә булдым, ҡоро тире лә һөйәккә ҡалдым. Эш ауырлығынан бигерәк әсәйемде һағыныу тойғоһо көслө ине, ҡайтыуыма ул инде булмаҫ кеүек тойолдо. Бергә эшләгән апайға: «Әсәһе үлһә, кеше нисек йәшәй икән, мин ҡайғынан үҙем дә үлермен ул», – тигән булам. «Йәшәйһең инде, йәшәргә кәрәк, әле һинең үҙеңдең әсәй булаһың бар», – тине ул. Миңә был һүҙҙәр әҙәм ышанмаҫлыҡ булып тойолдо…
Ҡайтып барышлай иптәштәрем Үтәгәндә тыуған йортта туҡтап ял итеп алырға кәңәш итһәләр ҙә, әсәйемде һағындым, түҙә алмайым тип, Юлдашҡа ашҡындым. Тик әсәйем Юлдашта юҡ ине: «Ауырып китте, балниста ята», – тинеләр. Мунса төшөп, өҫ-башымды йыуып, иртәгә район үҙәгенә балнисҡа барам тип йоҡлап киттем һәм төш күрҙем: әсәйем аҡ шәлгә төрөнөп тау башына менеп бара. «Әсәй, ҡайҙа киттең, мине көт!» – тип ҡысҡырыуыма боролдо ла: «Балам, мин ҡайтмаҫ ерҙәргә киттем инде», – тип күҙҙән юғалды. Төн уртаһында һикереп тороп, «Ниңә алдайһығыҙ, әсәйем үлгән бит», - тип илай башлағас, апайым уның тифтән вафат булып ҡалыуын әйтте.
...Үгеҙ тарихының дауамы былай булған. Мин Ҡотомдо Юлдашҡа алып ҡайтып киткән Мөштәжәп Абдрахмановты аҙаҡ тап итеп һораштым.
– Эй апай, артабан минең ул үгеҙ менән нисек яфаланғандарҙы белһәң, – тип Мөштәжәп хайуанды ҡырҡ ыҙа менән имен-аман алып ҡайтып тапшырыуы һәм уның колхозға тағы әллә күпме хеҙмәт итеүе тураһында һөйләне. – Еңеү беҙҙең ише бала-сағаның, һыйыр-үгеҙҙәрҙең көсө менән дә яуланды бит, – тип өҫтәп ҡуйҙы.
Мөштәжәп һөйләгәндәрҙән шуныһы ныҡ хәтерҙә ҡалған: дүрт-биш саҡрым юлды арыу ғына үткәс, ҡар ныҡ һалған бер урында үгеҙ көрткә бата ла ҡуя. Бала ҡулдары ҡайҙан ҡаҙа алһын, ул һыуланып өшөп бөткән көйө, көрәк эҙләп, кире Әбделғәзегә китә. Нәмә юҡ ваҡыт, көрәк тә алтынға торошло, шуға биреп торған ҡатын кире алып килеүен үтенеп һорай. Мөштәжәп Ҡотомдо ҡаҙып сығарғас, көрәкте кире илтә. «Үгеҙ батҡан һаҙҙы үткәйнем генә Ҡаҙмаш ауылына барҙым да сыҡтым. Яҡында ғына ауыл барлығын белгән булһам, көрәкте шунан ғына алыр ҙа юл ыңғайы тапшырыр ҙа китер инем – былай бер үткән юлымды тағы өс тапҡыр урарға тура килде. Улайтҡансы ҡайтып етә яҙыр инем», – тип үкенеп һөйләгән булды бахыр. Бына шулай беҙ, ике бала, күрмәгәнде күреп, бер үгеҙҙе һаҡлап алып ҡалдыҡ. Мал хаҡы бала йәненән дә ҡәҙерлерәк ваҡыттар булды шул…
Зөһрә Ҡотлогилдинаның "Һуғыш балалары һөйләй" китабынан.