Шоңҡар
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарихнамә
8 Сентябрь 2022, 15:37

Мәғрифәтсе Ғабдулла Сәидиҙең ҡулъяҙмалары табылған

Мәғрифәтсе һәм дин әһеле Ғабдулла Сәиди XIX быуат аҙағында Баймаҡ районы Муллаҡай ауылында йәшәгән һәм эшләгән. Үҙ осоро өсөн ул абруйлы һәм алдынғы шәхес булған. Йылына унда 400-гә яҡын бала уҡып сыҡҡан.

Мәғрифәтсе Ғабдулла Сәидиҙең ҡулъяҙмалары табылған
Мәғрифәтсе Ғабдулла Сәидиҙең ҡулъяҙмалары табылған

"Башинформ" хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда XIX быуатта йәшәгән Ғабдулла Сәидиҙең ҡулъяҙмалары табылған. Иҫке төрки телендә матур итеп яҙылған ике ҙур китап. Был хаҡта республика хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Бадранов хәбәр итте.

«Бер-ике аҙна элек Ғабдулла Сәиди хаҡында яҙғайным, бөгөн миңә уның ҡулъяҙмаларын килтереп бирҙеләр. Был дәфтәрҙәр, һис шикһеҙ, тыуған яғыбыҙҙың, халҡыбыҙҙың һәм Рәсәйҙә ислам тарихын өйрәнеү өсөн фәнни ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Уларҙы ҡулда тотоп тороу бик тулҡынландырғыс. XIX быуаттыҡы бит. Мине уның мәғрифәтселек эшмәкәрлеге ҡыҙыҡһындыра»,  — тип яҙҙы Азат Бадранов.

Ҡулъяҙмалар сканер аша үткәреү өсөн республиканың Милли китапханаһы директоры Марат Зөлҡәрнәевҡа тапшырылды. Артабан ошо сығанаҡтарҙы ғилми әйләнешкә индереү өсөн тикшеренеүселәр һәм тәржемәселәр менән эш башлана.

Мәғрифәтсе һәм дин әһеле Ғабдулла Сәиди XIX быуат аҙағында Баймаҡ районы Муллаҡай ауылында йәшәгән һәм эшләгән. Үҙ осоро өсөн ул абруйлы һәм алдынғы шәхес булған. Йылына унда 400-гә яҡын бала уҡып сыҡҡан. Уның мәҙрәсәһендә дини фәндәрҙән тыш, геология, тау эше, химия нигеҙҙәрен өйрәнеүгә лә ҙур әһәмиәт бирелгән. Рәсәй төбәктәренән һәм Үҙәк Азия илдәренән диндарҙар йыл һайын Ғабдулла Сәидиҙең ҡәберенә килә. Азат Бадранов алдағы яҙмаларының береһендә хәҙрәттең йортон тергеҙергә һәм унда дини мәғрифәтселәр музейын асырға тәҡдим итте.

Автор:
Читайте нас: