Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарихнамә
22 Сентябрь 2022, 14:56

ҺЕҘ АСЛЫҠТЫҢ НИ ИКӘНЕН БЕЛӘҺЕҘМЕ?

Барып етеп ҡапҡанан инһәк, донъя буш кеүек, ике ҡуллап ҡаршы алған кеше юҡ. Олатайҙы һарай артында таптыҡ. Хәнә апай ҡыймай ғына “Олотай, Зәйтүнәне генә ашатып ебәрһәңсе”, - тип һораны. “Дүрнәгеҙ (беҙ өләсәйҙе шулай тип атай инек) өйҙә юҡ, мин бер нәмә лә белмәйем”, - тине ул. Беҙҙең ашауға өмөт өҙөлдө. Дүрнәй ҡайтманы микән, тип ҡабат өйгә кергәндә соланда ҙур кәрзиндә эремсекте тауыҡтар супләгәнен күрҙем дә, бәләкәй генә киҫәген ҡулыма йомдом. Тауыҡҡа ҡуйылғас, миңә ғәйеп булмаҫ әле тип уйланым. Апайҙарға был турала әйтмәнем, урлаған, тип әрләрҙәр, тип ҡурҡтым. Ауылдың ситенә сығып еткәс кенә, эремсекте ауыҙыма ҡаптым.

ҺЕҘ АСЛЫҠТЫҢ НИ ИКӘНЕН БЕЛӘҺЕҘМЕ?
ҺЕҘ АСЛЫҠТЫҢ НИ ИКӘНЕН БЕЛӘҺЕҘМЕ?

1946 - 1947 йылда ҡоролоҡ арҡаһында ҡаты аслыҡ булыу сәбәпле әсәйемдәр мине, 7 йәшлек баланы, егерме саҡырым йыраҡлыҡтағы Аҙнай ауылына Нажия апайыма ебәрергә булдылар. Бер аҙ тороп, хәл кереп ҡайтыр, тигәндәрҙер инде. 18-20 йәштәрҙәге мулла ҡыҙы Һәҙиә апайға эйәртеп, 14 йәшлек Хәнә апайым менән мине шунда оҙаттылар.
Әсәй тынысландыра, бынау тауҙы менеп төшкәс тә Ҡыҙыл Октябрҙәге өләсәйегеҙгә барып етәһегеҙ, ул һеҙҙе ашатыр, ҡалған юлды йүгереп үтерһегеҙ, йәнәһе.
Ауылды сыҡҡас та миңә ялан юлы бик оҙон булыр кеүек күренде. Шулай ҙа эстә йылы тойола - өләсәйгә барам бит! Мине апайҙар ҙа дәртләндерә, бына хәҙер Октябргә етәбеҙ, өләсәй юлға ҡарап, аш бешереп, беҙҙе көтөп торалыр инде, тиҙәр.
Барып етеп ҡапҡанан инһәк, донъя буш кеүек, ике ҡуллап ҡаршы алған кеше юҡ. Олатайҙы һарай артында таптыҡ. Хәнә апай ҡыймай ғына “Олотай, Зәйтүнәне генә ашатып ебәрһәңсе”, - тип һораны. “Дүрнәгеҙ (беҙ өләсәйҙе шулай тип атай инек) өйҙә юҡ, мин бер нәмә лә белмәйем”, - тине ул. Беҙҙең ашауға өмөт өҙөлдө. Дүрнәй ҡайтманы микән, тип ҡабат өйгә кергәндә соланда ҙур кәрзиндә эремсекте тауыҡтар супләгәнен күрҙем дә, бәләкәй генә киҫәген ҡулыма йомдом. Тауыҡҡа ҡуйылғас, миңә ғәйеп булмаҫ әле тип уйланым. Апайҙарға был турала әйтмәнем, урлаған, тип әрләрҙәр, тип ҡурҡтым. Ауылдың ситенә сығып еткәс кенә, эремсекте ауыҙыма ҡаптым. “Роман” тигән яландан үткәндә мин артта тороп ҡала башланым. Аслыҡ тойғоһы минең иҫемдә юҡ. Юлдан сығып ҡуҙғалаҡтар, йыуалар эҙләп тапҡылайым, ҡырлы ҡурай тигән үләндең тамыры менән йолҡоп алып, ҡабығын суйырып, иренгә тигеҙмәй генә сәйнәйем (ул тамыр иренгә тейһә, ирен ярыла). Шул ваҡыт Һәҙиә апай миңә ике бармаҡ күләмендә генә картуф ҡабығынан бешерелгән икмәк һынығы тотторҙо. Шунда ул беҙгә һөйләне, атаһы Шәйхразый мулла, аслыҡ булырын алдан белеп, картуф ҡабыҡтарын йыйып киптереп барған, шуны онға әйләндереп һаҡлаған. Әҙерәк хәл кергәндер инде, уларҙан ҡалышмай атлай башланым. Алда Һайран, Арлар тигән оҙон урамлы ауылдарҙы үттек. Һәҙиә апай таныштарын күрә лә, туҡтап, һөйләшеп тора. Мин унан һорайым икән: «Апай, нишләп был урамдарҙы гел урап-урап йөрөйбеҙ?» - тип. Аҙаҡ шуны һөйләп көләләр ине. Һайрандан һуң тағы 5 саҡырым... Ҡалҡыулыҡты менгәс, Нажия апайҙың өйө күренә, унан тиҙ барып етәбеҙ, тиҙәр юлдаштарым. Һайранды үткәс, ҙур йылғала һыу эсеп, йыуынғас, тауға ла менеп еттек, унан ысынлап та өй ҡыйыҡтары күренде.
Барып инһәк, апай мейес яҡҡан, күмерендә табикмәк бешерә, өҫтәлдә һөт, самауырға күмер һала. Ятып алайым, мин ауырыйым, тим. Улар ятҡырманы, көсләп ултыртты. Ас көйө үлеп ҡуйыр, тип ҡурҡҡандарҙыр инде. Табынға ултыртҡас, сәй эсеп, табикмәкте әҙ генә ашаным да, ҡалғанын ашъяулыҡ аҫтына ҡуйҙым, төшкә ҡалдырам инде үҙемә күрә. (Беҙҙе аслыҡ ниндәй экономияға өйрәткән). Көләләр. Йә хәҙер ят инде, тиҙәр. Мин ятмайым, терелдем инде, тим.
Аҙнай халҡы ла ас. Улар ҡайын опилкаһынан икмәк бешереп ашайҙар. Мине лә һыйларға тырышып, биргәйнеләр, йотоп булманы. Был бәләкәй ауылда апайым - уҡытыусы, еҙнә Йәләев Ғизетдин - колхоз рәйесе. Шуға күрә был йортта башҡаларға ҡарағанда аш-һыу яғы арыуыраҡ булғандыр инде. Унан артыҡ, еҙнәм оҫта балыҡсы ине, биҙрәләп иң тәмле балыҡтарҙы алып ҡайта ине. Еҙнәм күкрәге тулы орден-миҙалдар менән шинель, папаха кейеп, наган тағып, кешеләрҙе эшкә ҡыуа ине. Ул зифа буйлы, матур кеше ине, ҡунаҡтарҙа башҡорт һәм украин йырҙарын матур тауыш менән йырлай, фокустар күрһәтә ине, шуғалыр ҙа ауыл ҡатындары уны яраталар ине… Шул ваҡыттар еҙнә ауыл халҡына иҫтәлекле эш эшләп ҡалдырҙы - урам уртаһынан йылға ағыҙҙыртты. Уны әле лә «Йәләев» йылғаһы тип йөрөтәләр. Нажия апайым уҡытыусы булыуына ҡарамаҫтан, колхоз эшенә лә йөрөнө. Районда алдынғы уҡытыусы булды. Улар алты бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр.
Аҙнайҙа күпме торғанмындыр, ағайым мине алырға килде. Минең ҡайтҡы килмәй, ауылда аслыҡ. Хәҙер ашарға картуф үҫте, тиһәләр ҙә ышанманым. Әсәй килеп, ышандырғас ҡына, ҡайтып киттем.
Был яҙмамда минең төп фекерем вайымһыҙлығыбыҙ, бер-беребеҙгә иғтибарһыҙлығыбыҙ тураһында ине, кәрәк саҡта изгелек эшләүҙән тыйылабыҙ. Уның өсөн Аллаһ Тәғәлә лә шелтәһен биреп ҡуя икән. Хәҙистә лә әйтелгән бит: “Доғаһыҙ тәҡдир үҙгәрмәҫ, изгелекһеҙ ғүмер оҙонаймаҫ”, тип. Теге ике апай мине килтереп, икенсе көн кире ҡайтып барғанда олатайҙы ерләп йөрөгән саҡҡа тура килгәндәр. Беҙ уларға инеп сыҡҡан көн уны йәшен һуҡҡан булған. Беҙ “Роман” буйлап барғанда артыбыҙҙан ҡара болот, йәшен йәшнәүҙәрен күреп, беҙҙе килеп тотһа, ҡайҙа ҡасырбыҙ, тип ҡурҡҡан инек. Беҙгә килеп етмәне, олотайға «маҡсат» менән тура «килгән» булған икән. Үгәй олатай булыуына ҡарамаҫтан, бик ҡайғырҙыҡ, йәлләнек (үҙебеҙҙең олатай фин һуғышында ятып ҡалған). Үсәү тураһында уйыбыҙҙа ла булманы. Ул ваҡытта, беҙҙең менән булған хәлдә, олатайыбыҙҙың күңелендә ни булғандыр. Әллә уйлап еткермәгән, әллә фәҡирҙәрҙе түбән күргән (ул элек бай булып, репрессиянан төпкөл ауылға ҡасып киткән кеше), билдәһеҙ. Астың хәлен туҡ белмәй инде.
Беҙгә бер-беребеҙгә донъяла йәшәгәндә бик ихтирамлы, мәрхәмәтле, иғтибарлы булырға кәрәк, бигерәк тә ярҙамға мохтаж булған балаларға. Хәҙистәрҙә әйтелгәнсә, Аллаһы Тәғәлә гонаһтарҙың ғөшөрөн бик тиҙ биреүе мөмкин, һуңыраҡ, йә иһә вафат булған мәлдә, булмаһа әхирәттә бирә. Һаҡ булайыҡ, үткәндәрҙән ғибрәт алайыҡ.


PS.Ауыл араларын яҙмағанмын, дүрнәй торған ауыл 5 км., Арлар,Һайран 10 км, ә Аҙнайға тағын 5 км. ҡала.. Хәҙерге 7 йәшлек бала (туҡ булһа ла) 20 км. араны яланаяҡ барып етә алыр ине микән?. Шундағы сибек кенә ситсы күлмәктәге ялбыр башлы баланы-үҙемде, әле йәлләп , яҙыуымды уҡыһам, тағын күҙҙән йәш сыға. Өҫтәүенә көн эҫҫе, бит һәм беләктәр ҡып-ҡыҙыл булып бешкән; зарланыу ҙа мыжыу ҙа юҡ, күндәм булғанмын...


Зәйтүнә Көҫәпова.

Автор:
Читайте нас: