Ижады алтын уның
Яныбай Хаммат улы Хамматов 1925 йылдың 16 ғинуарында Белорет районының Исмаҡай ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Уға биш йәш тулыуға әсәһе Сәрбиямал вафат була. Тәүге ауырлыҡтарҙы Яныбай ошо йылдарҙан башлап күрә. Башланғыс белемде Исмаҡайҙа ала, уҡыуын Инйәр ауыл мәктәбендә дауам итер өсөн бик күп михнәттәр, ҡаршылыҡтар кисерергә тура килә. Инйәрҙә уҡығанда йәйге каникул ваҡыттарында алтын йыуыу приискыларында эшләй. Ошонда тәүге шиғырҙарын яҙа, старателдәр тормошо менән таныша. Инйәр мәктәбен тамамлап, тыуған ауылында эш башлай. Әммә илгә ҡаршы немец фашистары һуғыш башлай, һәм 17 йәшлек Яныбай хеҙмәткә алына.
Яуҙан ул 1946 йылда әйләнеп ҡайта, төрлө урында эшләй. ВЛКСМ-дың Белорет ҡала комитетында беренсе секретарь, “Башзолото” тресының сәйәси бүлек начальнигы урынбаҫары, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, Әбйәлил район Советының башҡарма комитеты рәйесе, БАССР Эске эштәр министрлығының ойоштороу бүлеге начальнигы... Ҡайҙа ғына эшләһә лә, ул үҙенә ышанып тапшырылған эште ҙур яуаплылыҡ менән башҡара.
Я. Хамматов әҙәбиәткә, яҙыу эшенә ныҡлап тотонорға форсатты һуңғараҡ таба. Тәүге хикәйәләре һәм мәҡәләләре башҡорт старателдәре тормошона арналған. Тарихи әҫәрҙәр яҙыусы булараҡ киң танылыу ала Яныбай Хаммат улы. Ул – егермеләгән роман авторы. «Бөртөкләп йыйыла алтын» пенталогияһы ХХ быуат башынан 1980 йылдарға тиклем Башҡортостанда алтын сығарыуҙы сағылдыра. Яҙыусы тарихи тема өҫтөндә ентекле эшләй. Ике ҡалын китаптан торған «Төньяҡ амурҙары» роман-дилогияһы ХIХ быуатта Башҡортостанда барған хәлдәрҙе Рәсәй тормошона бәйләүе, башҡорт полктарының 1812-1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында ҡатнашыуын күп яҡлы һүрәтләүе һәм ата-бабабыҙҙың француздарға ҡаршы һуғышта күрһәткән батырлыҡтарын күрһәтеүе менән әһәмиәтле. “Башҡорттар китте һуғышҡа…” романы иһә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы үткән данлы, шанлы юлды тасуирлаусы эпик әҫәр булараҡ билдәле. “Тыуған көн” романы ла ҡаһарман яҡташыбыҙ Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың биографияһына таянып яҙылған.
Фото: present5.com