ҺУҒЫШ! Биш кенә хәрефтән торған был һүҙҙә мәңге уңалмаҫ ер яраһы, күңел яраһы, ватылған-емерелгән яҙмыш, өҙөлгән ғүмер, йәтимлек.
Ҡәһәрле был һалҡын һүҙҙе ишетеү менән, йөрәктәр ҡыҫыла. Меңәрләгән әсәләрҙең күҙ йәше күңелде өтөп алғандай,гонаһһыҙ сабыйҙарҙың йөрәк өҙгөс ауазы күңелде телеп үткәндәй.
Ваҡыт аяуһыҙ алға елә. Тиҫтәләрсә миллион кешенең ғүмерен ҡыйған, яҙмышын емергән, йәнен һәм тәнен зәғифләгән, өмөтөн һүндергән Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға етмеш һигеҙ йыл ваҡыт үтеп тə киткән. Һуғыш тарих биттәрендә урын алһа ла, уның халыҡ хәтеренән юйылыуы мөмкин түгел. Илебеҙҙә һуғыштың ут-ялҡынынан өтөлмәй ҡалған, афәте ҡағылмаған ғаилә юҡ, сөнки Бөйөк Еңеүгә өлөш индергән ҡаһарман һәр ғаиләлә тиерлек бар.
Ерҙә йәшәгән һәр кемгә лә иң мөһиме – Тыныслыҡ! Бөгөнгө матур, тыныс тормошта йәшәүебеҙ менән беҙ һуғышта баш һалған олатайҙарыбыҙға, Еңеүҙе яҡынлаштырырға көстәрен йәлләмәгән өләсәйҙәребеҙгә бурыслыбыҙ, улар алдында баш эйәбеҙ!
«Атайсал» үҙ-ара ярҙам йәмәғәт проектын бер йылдан ашыу элек, 2021 йылдың 1 мартында, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән башлап ебәрҙеләр. Был проект ярҙамында меңәрләгән ҙур һәм бәләкәй изге эштәр башҡарылған да инде. Ошо проект сиктәрендə Йөҙимән ауылында тыуып уҫеп,тормошон медицина менəн бəйлəгəн, атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре врач-хирург Шəрəфетдинов Миңлеəхмəт Миңдулла улы Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтəлегенə обелискты яңыртты. Унда һуғыш яланында батырҙарса һәләк булғандар һәм еңеү менән ҡайтҡан геройҙарыбыҙҙың исемдәре, фамилиялары тултырып яҙылыуына шатланды ауылдаштары. Уның был ғəмəле – оло маҡтауға лайыҡ.
Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙарға тергеҙелгән обелискты асыу тантанаһы 7 май, Бɵйɵк Еңеү байрамы алдынан асылыуы был сараға мəртəбə ɵҫтəне. Байрамда район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова, район мəғариф бүлеге етəксеһе Рауил Ғəбдрəшит улы Солтанморатов, ауылдың олоһо-кесеһе, ситтə йəшəгəн ауылдаштар дəррəү ҡатнашты. Сара автопробег менән башланды, уkыусы егеттәр почетлы kарауылда торзо. Байрамда һалдат бутҡаһы, ҡайнар самауыр сәйе эсеү ойошторолдо. Мөһим сара мәктәп уҡыусыларының, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең матур концерты менән тамамланды.
“Атайсал”да ҡатнашыу өсөн ҙур байлыҡҡа эйә булыу мөһим түгел, ауылдаштарыңа ярҙам итеү, байрамдар ойоштороу һәм башҡалар ҙа етә. Бының өсөн матди ярҙам ғына түгел, йөрәк, күңел йылыһы менән бүлешеү мөһим. Беҙҙең һәр беребеҙҙең үҙенә яҡын тыуған ере, ғәзиз йәнтөйәге бар, ҡулдан килгәнсә үҙебеҙҙең Кесе Ватаныбыҙға ярҙам итеп, күңел тыныслығы, йыуанысы алайыҡ. Ауылдарыбыҙҙың яҙмышы үҙебеҙҙең ҡулда бит.
Атайсалын һөйгән - илен һөйә,
Бәләкәйҙән ҙуры башлана.
Ауылымды төҙөк, күркәм итер
«Атайсал»дар эштәр башҡара.
Батырҙарыбыҙға мәңгелек дан! Беҙ уларға ҙур ихтирам һәм оло рәхмәт белдерәбеҙ.
Зифа ҒАЙСИНА.
Сығанаҡ: "Табын" гәзите.
Фото: "Табын" гәзите.