Бөгөн яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө. Афған һуғышы 1979 йылдың 25 декабренән 1989 йылдың 15 февраленә тиклем дауам итә. Унда 620 мең совет һалдаты, офицеры интернациональ бурысын үтәй.
"УЧАЛЫЛАР АФҒАНСТАНДА /
БЕҘҘЕ ВАҠЫТ ҮҘЕ ҺАЙЛАНЫ" китабынан. (2014)
Шәрипов Урал Шәфҡәт улы 1968 йылдың 23 февралендә Учалы районының Иманғол ауылында тыуған. 1985 йылда урта мәктәпте тамамлағас, автомәктәптә водителдәр курсын тамамлай.
1986 йылдың апрель айында Урал Шәрипов синыфташы – Иманғол егете Айҙар Хөснуллин менән бергә армия хеҙмәтенә алына.
Өфөнән – Ырымбурға, унда ике аҙна булғандан һуң поезд менән Ташкентҡа оҙаталар. Ташкенттан Фирғәнәгә самолетта осалар. Унда биш ай “учебка”ла десантник-водителгә уҡығандан һуң, Ҡабулға ебәрәләр. Ҡабул аэропортында тәғәйенләүҙәрҙән һуң 50-се десант полкының матди тәъмин итеү ротаһына эләккән кесе сержант Урал Шәрипов колонна составында аҙыҡ – түлек, күберәген һуғыш ҡорамалдары ташый. Ҡабул – Бағрам – Хайратон – Пули-Хумри маршруты буйынса, ҡайһы саҡта Ҡандағарға ла рейсҡа сығалар (ҡайҙа машиналар етешмәй, шунда ебәрәләр). Юлдары Саланг артылышы, тоннель аша үтә. Йыш ҡына улар ут аҫтына эләгәләр. Бер рейста рота командиры Андреев һәләк була...
Красноярск егете медбрат Володя Кременчук рейсҡа гел дә Уралдың машинаһына ултыра. Ут аҫтына эләкһәләр, яралыларҙы вертолеттарға тейәп, госпиталгә оҙата. Урал да бер нисә тапҡыр еңелсә яралана. Госпиталгә ятмай, Володя дуҫы уны үҙе дауалай. (Һуңынан милиция аша табышып, күп йылдар дауамында Володя менән аралашып торалар).
Уларҙың ротаһында Красноярскиҙа хәрби училище тамамлаған афғанлы Рома тәржемәсе булып хеҙмәт итә (дөрөҫ исемен Урал хәтерләмәй, Рома, тип кенә йөрөтәләр). Яҡшы егет була: үҙенең халҡы, дине тураһында, Афғанстанда бик ныҡ эҫе булғанға күрә, йылына ике тапҡыр уңыш алып өлгөрөүҙәре хаҡында һалдаттарға ихлас һөйләй. “Ысынлап та, ике йыл хеҙмәт итеү осоронда унда тик бер генә тапҡыр ямғыр яуҙы!” – ти Урал, ғәжәпләнеп. Ҡыҙыҡ хәлдәргә лә осрайҙар: ундағы маймылдар һалдаттарҙың мылтыҡтарын, кәстрүлдәрен урлап ҡасҡан осраҡтар ҙа була. Ә инде колонна Саланг артылышын үткәндә, унда инде күҙ асҡыһыҙ, ҡарлы – буранлы ысын ҡышты тап итәләр... Тауҙарҙа хеҙмәт иткән ауылдашы Айҙар Хөснуллин менән Ҡабулда бер нисә тапҡыр осрашып, күрешәләр.
1988 йылдың 28 майында Урал Шәфҡәт улы Шәрипов иҫән-һау тыуған ауылына ҡайтып етә. Улдарының Афғанстанда хеҙмәт иткәнен белеп, ике йыл буйына ут йотҡан ата-әсә ҡыуанып ҡаршы ала уны. Үҙенең өлгөһөндә ауыр эштән, ҡыйынлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа өйрәтеп тәрбиәләгән сабыр холоҡло атаһына бөгөнгө көндә лә оло рәхмәтле Урал. (Атаһы 76 йәшендә вафат булған, әсәһе Фәниә апай Иманғол ауылында йәшәй).
Урал туғандары янында бер ай ғына ял итә лә, милицияға эшкә урынлаша. Фирҙәүес исемле һылыуҙы осратып, 1989 йылдың 31 декабрендә гөрләтеп туй яһайҙар. Ҡаланың өсөнсө мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгән Фирҙәүес Әлкә ҡыҙы менән ике балаға ғүмер бирәләр. Урал Учалы тау – металлургия техникумына уҡырға инеп, автомеханик һөнәренә эйә була. Һуңынан юридик университетты тамамлай.
Үҙенең балаларын да атаһы өлгөһөндә тәрбиәләй Урал Шәфҡәт улы. 23 йәшлек улдары Азамат нефть университетын тамамлаған, армия хеҙмәтенә әҙерләнә. Ҡыҙҙары Алина 12-се мәктәптә 8-се синыфта уҡый. Льготалар менән файҙалана алмаған яугир ғаиләһе менән һигеҙ йыл дауамында дөйөм ятаҡта көн күрә. Әлеге ваҡытта Бурансыла төпләнгәндәр. Отставкалағы милиция майоры Урал Шәрипов хәҙерге ваҡытта ООО “ЧОП Батыр” исемле шәхси предприятиела ҡарауыл начальнигы булып хеҙмәт итә.
Афған өсөн яугир – интернационалист Урал Шәфҡәт улы Шәрипов “Хәрби хеҙмәттәге отличие өсөн”, “Яугир-интернационалистҡа рәхмәтле афған халҡынан”, “Хәрби хәрәкәттәр ветераны”, “Яугир- интернационалистҡа”, “СССР-ҙың Ҡораллы көстәренә 70 йыл”, “Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына 15 йыл”, “Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына 20 йыл” миҙалдары, Мәскәүҙән Грамота менән наградланған.
Сәлиә Ғатауллина
22 ғинуар – 2014 йыл, Учалы.
Мөхәмәтов Риф Ситдыҡ улы 1959 йылдың 22 майында Учалы районының Һөйәрғол ауылында тыуған. 1976 йылда мәктәп тамамлағас, ГПТУ-ла өс йыл уҡып, столяр-балта оҫтаһы һөнәре ала.
1979 йылдың 2 майында армия сафтарына алына. Самараға учебкаға ебәрәләр. Унда алты ай эсендә элемтәсегә уҡытып, Германияға әҙерләйҙәр. Тик, ни сәбәптәндер, Германияға ебәрмәй, Тоцкиға оҙаталар. Унда өс ай тоталар ҙа, Термезга күсерәләр. Бер айҙан һуң Узбәкстандан Төркмәнстанға үҙ машиналарында “партизан” булып йөрөйҙәр. Һуңынан уларҙы гранатомет взводы алмаштыра. Йөк самолетына тейәлеп Баграмға осалар, унан –“партизандар” менән бергә Ҡабулға... Ул саҡта Ҡабулда танк батальоны тора, шуны һаҡларға ҡуялар. Ни өсөн икәнен аңлатмайҙар.
Яҡташтары – Илтабандан Рафаэль Ғатауллин, Фәнил Әхмәтшин, Ишкендән Сабит Ғатауллин менән бергә хеҙмәт итәләр.
Баграм –Ҡабул араһында поста торғанда дүрт һалдат, улар араһында Риф, “ЗиЛ-131” машинаһында Баграмдан ҡайтырға сыға. Атыш башлана. Пуля бензин багының трубкаһына эләгә. Грузин милләтле водитель машинаны туҡтата. Балсыҡ стеналар артына йәшенгән дошмандар уларға ата башлай. Беҙҙең һалдаттар ваҡытында килеп етеп, уларҙы ҡотҡарып өлгөрә.
Джелалабадҡа ебәрәләр, унда рейдҡа сығалар. Фәнил Әхмәтшин яраланып һәләк була. Рафаэль Ғатауллин яраланып Ташкентта ята, инвалид булып тыуған ауылына ҡайта. Стәрлетамаҡ егете тауҙарҙа дошман пуляһынан яраланып һәләк була...
1981 йылда Риф Мөхәмәтов тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайта. 1984 йылда Аида исемле ҡыҙ менән өйләнешеп, ике бала үҫтерәләр. Әлеге ваҡытта ҡатыны Аида участка шәфҡәт туташы булып эшләй. 25 йәшлек ҡыҙҙары инглиз теле уҡытыусыһы, 22йәшлек улдары Марат Тау институтында 5-се курста тау инженеренә уҡый. 2007 йылда ишемия инсульты кисергән водитель һөнәрле Риф әлеге ваҡытта бер ҡайҙа ла эшләмәй.
Полкташтары менән осрашып торалар. Ул саҡта Совет һалдаттарының Афғанға ебәрелеүе дөрөҫ, тип иҫәпләй: “Америка үҙенең ғәскәрҙәрен керетһә, ни булыуын күҙаллауы ла ҡыйын... Хәҙерге йәштәр, һаулыҡтары яҡшы булһа, армияла хеҙмәт итергә тейеш”.
Инсульттан һуң күп нәмәне хәтерләмәйем инде, тине ғәфү үтенгәндәй Риф осрашыу һуңында.
Сәлиә Ғатауллина
16 декабрь, 2013 йыл–Учалы.
Закиров Булат Ильяс улы 1967 йылдың 1-се ғинуарында Учалы районының Илтабан ауылында тыуған. 1984 йылда мәктәпте тамамлағас, ДОСААФ -та водитель һөнәре ала.
1985 йылдың 17 апрелендә армия сафтарына алына. Афғанстанға ебәрерҙәре Учалыла саҡта уҡ билгеле була – команда 20А. Учалы районынан Ильяс менән тағы алты егет бергә эләгә: Илтабандан Зарипов Хәйҙәр, Аҡҡужанан – Зиннуров Айбулат, Яров Юнир, Зарипов Мансур, Әхмәтов Әлим. Барлығы Учалы районынан ул саҡта 45 кеше Афғанстанға ебәрелә.
Иң тәүҙә Төркмәнстанда Кушка исемле ҡалала ике ай карантинда булалар. Бишенсе июлдә машиналарҙа Афғанстанға–Тургунди исемле ҡалаға юлланалар. Беренсе йылда колонна составында (Матди тәьмин итеүҙең айырым батальоны) ҡорал ташыйҙар. Унда тағы Учалынан яҡташтарын: Баттал ауылынан Илгиз Бирғәлин, ҡаланан Ирек Моратов, Уральскийҙан игеҙәктәр – Рәмил һәм Рауил Сәғитдиновтар, Илдар Йыһаншин, ҡаланыҡылар Игорь Борисов, Виктор Кузьмин, Миндәктән Марс Әхмәҙиевты осрата.
Уларҙың араһынан Илгиз Бирғәлин, Ирек Моратов, Рәмил Сәғитдинов Афғанстанда һәләк була.
...Колонналарҙы оҙатып, Ҡандағарға кергән мәлдә, “ҡара майҙан” тип аталған урында атыш башлана. Илгиз Бирғәлиндың машинаһы был мәлдә буксирҙа килә, ә үҙе икенсе машинала пассажир урынында. Дошман снайперы уға төбәп ата. Пуля каска аҫтынан Илгиздең башын үтәләй тишеп үтә. Баттал егете шул минутта мәңгелеккә күҙҙәрен йома...
Атыш бик көслө була. Колоннала барған машиналарҙың тәгәрмәстәре тишелеп–тетелеп, “дискы”ларында ғына үҙҙәре яғына сығып етәләр.
...Рәмил Сәғитдинов ете-һигеҙ ай хеҙмәт иткәндән һуң һәләк була. Игеҙ һыңары Рауил Сәғитдиновты ошо хәлдән һуң өйҙәренә ҡайтаралар... Моратов Ирек уларҙың батальонына бер йылдан һуң эләгә. Ете-һигеҙ ай хеҙмәт иткәндән һуң Ирек Моратов та һәләк була... Әзербайжан, сыуаш егеттәренең дә Афғанстанда ғүмерҙәре өҙөлә...
Беренсе йылда Булат Закиров боеприпастар ташыһа, икенсе йылда зенит установкаһы водителе булып хеҙмәт итә. Ошо машиналарҙа колонналарҙы оҙатып баралар ( руссалап әйткәндә, “техническое замыкание колонны”). Ҡандағарға кергән саҡта, “йәшел зона” тип аталған урында, десантниктар колоннаның имен-аман үтеп инеүен тәьмин итәләр. Тирә-яҡты “душман”дарҙан таҙарталар. Һәр машинаны 200-300 метр ара ҡалдырып үткәрәләр (әгәр ҙә алда барған машинаға һөжүм башланһа, арттағы машиналарҙы ваҡытында һаҡлап ҡалыр өсөн). Ҡайһы саҡта бер урында ике-өс көн торорға тура килә. Ошондай бер рейстан, Тургунди–Ҡандағарҙан әйләнеп ҡайтҡансы, 15–16 көн ваҡыт үтеп китә. Рейсҡа сығыр алдынан Булат өйөнә хат яҙа ла, берәй аҙнанан һуң ғына туғандарына ебәрергә ҡушып китә. Улдарынан оҙаҡ хат килмәһә, ата-әсәһе артыҡ борсолмаһын өсөн...
Урындағы халыҡ, хатта дошмандар менән күҙгә-күҙ осраша Булат: көндөҙ тыныс халыҡ рәүешендә осраған афғанлы төндә дошманға әйләнеп, атыша башлай. Герат исемле ҡалала Булат афған балаларын ит консервалары, ҡуйыртылған һөт менән һыйлай.
Бер йыл, ун ай, егерме һигеҙ көн Афғанстанда хеҙмәт итеп, Булат Ильяс улы Закиров тыуған ауылына иҫән-һау әйләнеп ҡайта. Ут йотоп улдарын көткән ата-әсәһе ҡыуанып ҡаршы ала уны. Әсәһе әлеге ваҡытта иҫән-һау, атаһы вафат инде.
1996 йылда Булат Фәнжиә исемле ҡыҙға өйләнә. Азамат исемле ун алты йәшлек улдары унынсы синыфта уҡый. Әрменән һуң реабилитация үтмәй, льготалар менән файҙаланмай. Әлеге ваҡытта ваҡытлыса бер ҡайҙа ла эшләмәй.
–Афған һуғышы кәрәк инеме?–тип һорайым Булаттан.
–Кәрәк ине, юғиһә Америка баҫып алыр ине бит,–тип яуап бирҙе Булат Закиров, бер генә секундҡа ла икеләнмәй,– егеттәр хеҙмәт итергә тейеш, армия дисциплинаға өйрәтә. Тик һуғыш ҡына булмаһын, тыныс тормошта хеҙмәт итһендәр!
–Эйе, бик изге теләктәрең, Булат, амин, шулай булһын!–тип хушлаштым яугир-интернационалист менән.
Сәлиә Ғатауллина
13 декабрь, 2013 йыл. Учалы.
***
Фәйзуллин Миңлеғәле Ғәрифулла улы 1961 йылдың 12 июлендә Учалы ауылында тыуған. Һигеҙенсе класты тамамлағандан һуң Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһында электрослесарь һөнәренә уҡый.
1979 йылдың 7 ноябрендә Миңлеғәле армия сафтарына алына. Өфөнән Ҡырғызстандың Ош ҡалаһына ебәрәләр. Ике ай ярым “учебка”ла булғандан һуң “автомаршрут” менән Ташкентҡа, сик буйына килеп етәләр. Улар эләккән урын – “Мәскәү отряды” тип атала. “Мәскәү отряды”нан һуң Үзбәкстандағы “Хорог” исемле заставала ике аҙна булалар ҙа, сик буйы аша уларҙы Афғанстанға оҙаталар. Миңлеғәле төпкөлдә – провинция “Рустаг” тип аталған урында тәүҙә пехотала, һуңынан минометсы булып хеҙмәт итә. Башта палаткаларҙа йәшәп, ике ай тирәһе траншеялар әҙерләйҙәр. Блиндаждар төҙөлөп бөткәс, Миңлеғәле хеҙмәт иткән “Мәскәү отряды” айырым йәшәй.
Маневр төркөмө менән бергә ҡышлаҡтарҙы, тауҙарҙы тикшерәләр. (“прочесывание”). Колонналарҙан алда вертолеттарҙа ла осоп тикшерәләр. Бер шундай “прочесывание” ваҡытында отряд командиры урынбаҫарын, старшина – украин егете Полонизко Викторҙы дошмандар үлемесле яралай...
Отряд өсөн һыуҙы йыраҡтан ташыйҙар. Һыу ташыған “ЗиЛ” машинаһын БТР оҙатып йөрөй. Бер шулай һыуға барғандарында алдан барған БТР минаға эләгә. Мина ярсығынан “ЗиЛ” машинаһының водителе яраланып, уны вертолетта госпиталгә оҙаталар. Ошо хәлдән һуң үҙҙәренә яҡыныраҡ ерҙә ҡойо ҡаҙырға булалар. Бының өсөн урындағы ике афғанлыны саҡыралар, сөнки ҡомло урында нисек дөрөҫ итеп ҡойо ҡаҙырға улар яҡшы белә. Туңмай хаҡына килешәләр. (Урындағы халыҡ өсөн был бик кәрәкле ризыҡ бит инде). Бер нисә метр ҡаҙығандан һуң ҡойо ишелеп төшә. Ике афғанлы күмелеп ҡала. Уларҙы ҡотҡарыр өсөн һалдаттар күмәкләп, ике сәғәт буйына яңынан ҡаҙа. Улар ҡаҙа башлағанда киңлеге ике метр ғына булған ҡойо афғанлыларҙы ҡаҙып сығарғансы тағы ла тәрәнерәк, киңлеге ун метрға еткән котлованға әйләнә. Ике афғанлы ниндәйҙер мөғжизә менән генә тере ҡала...
Миңлеғәле менән бергә тик Өфөнән яҡташтары хеҙмәт итә. Күберәк – Украина егеттәре. Улдарының Афғанстанда, ут эсендә хеҙмәт иткәнен өйөнә ҡайтҡансы ата-әсәһе белмәй. Сөнки сик буйында пограничник булып хеҙмәт иткәнеңде хатҡа яҙырға ярамай. Конверт тышында ла “Ялан почтаһы” тип кенә яҙыла.
Алмаш килеүен көтөп, 1983 йылдың 22 февралендә генә ике йыл, өс ай армия хеҙмәтендә булып, Миңлеғәле тыуған йортона ҡайтып төшә. Рәзилә исемле ҡыҙға өйләнеп, бер ҡыҙ һәм бер улға ғүмер бирәләр. 29 йәшлек ҡыҙҙары, 27 йәшлек улдары икәүһе лә ғаиләле. Береһенең ҡыҙы, икенсеһенең улы бар.
Миңлеғәле Ғәрифулла улы 20 йыл дауамында ҡатырға–рубероид заводында (КРЗ) ҡатырға киптереүсе булып, әлеге ваҡытта автозаправкала электрослесарь булып эшләй.
Афған өсөн ”Беренсе һәм икенсе дәрәжәләге”Сик ғәскәрҙәре отличнигы”, “Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына 20 йыл”, “СССР-ҙың ҡораллы көстәренә 70 йыл”, “Яугир –интернационалисҡа рәхмәтле афған халҡынан”, “Шторм-333” миҙалдары менән наградланған.
Сәлиә Ғатауллина
7 ғинуар, 2014 йыл – Учалы.
Хөснийәров Ғәлимйән Абдуллажан улы 1961 йылдың 15 апрелендә Учалы районының Ҡунакбай ауылында тыуған. 1978 йылда урта мәктәпте тамамлағас, СПТУ-ла тракторист һөнәренә уҡып, танытма ала.
1979 йылдың 3 июлендә Ғәлимйән Армия хеҙмәтенә алына. Учебканы Куйбышевта (Самара) үтә. Уларҙы сик буйындағы хеҙмәткә әҙерләйҙәр. Учебканан һуң 17 һалдатты Тоцкиға ебәрәләр. “Үҙ теләгем менән китәм”, – тигән ҡағыҙҙар тултырғандан һуң, ул заманда “Зеленая дорога” тип аталған поезға тейәп, Афғанға оҙаталар. (“Зеленая дорога”– бер ҡайҙа ла туҡтамай бара торған хәрби поезд). Термез исемле ҡалаға самолет менән 33 һалдат оса. Учалы районынан яҡташтары: Учалы ауылынан – Әхмәтшин Фәнил, Илтабандан – Бәхтейәров Фәнил, Ғатауллин Рафаэль, Исхаҡов Риф бергә тура киләләр. Термезда мотоуҡсылар полкы ойоштороп, “Антей” тип аталған бик ҙур самолетҡа тейәп, ике мең һалдатты Ҡабулға оҙаталар. Был – һикһәненсе йылдың ғинуар айында була. Багран-10 тип аталған урында ун кешелек палаткаларҙы, йылыраҡ булһын өсөн соҡорҙар ҡаҙып урынлаштыралар ҙа, өс ай тирәһе шул ерҙә ҡалалар. Был осорҙа тауҙарҙа ҡар ята. Һалҡын булғанға, әлегә башлыса тыныс була. Аҙнаға ике-өс тапҡыр тауҙарға рейд яһайҙар. Март айҙарында инде уларҙы тауҙарҙа “душмандар” йәшенеп көтә башлайҙар. Панджшер – (биш арыҫлан үҙәне) – улар урынлашҡан райондың исеме. Урындағы халыҡ һәр кем үҙенсә йәшәй. Банданың башлығы – Гулбетдин Хикмәтйәр. Беҙҙең һалдаттар бер ай бер урында, икенсе айҙа икенсе урында рейдҡа сығып, тауҙарҙы бандиттарҙан таҙарта. Душмандар һәр ваҡыт көтөлмәгән урындан һөжүм итәләр. Шартлағыс пуля ҡулланалар: кемдеңдер тамағына килеп тейһә, яугир шунда уҡ ҡурҡыныс яранан һәләк була. Йә иһә үлемесле ҡорал һалдаттарҙың беләген, янбаштарын өҙгөсләп-умырып ала... Джелалабадтан казах егетенең муйынына аталар. Ул шунда уҡ йән бирә. Санинструктор Мазухинға арттан аталар. Бер нисек тә ҡанды туҡтатырлыҡ түгел – алдан да, арттан да ҡан урғыла. Уның ике беләгендә үҙе менән яралылар өсөн йөрөткән аптечкалары була. Аптырағас, ошо аптечкаларҙы яраларға ҡаплап ҡарайҙар. Әммә Мазухинды ҡотҡара алмайҙар...
Ротала 70 кеше. Вертолетты кәрәкле урында ултыртырға бөтөнләй мөмкинселек юҡ – бар тирә-яҡты бейек ҡаялар уратып алған. Тауҙарҙа тик үтә тар “кәзә һуҡмаҡтары” буйлап ҡына хәрәкәтләнергә була. Яралыларҙы плащ-палаткаларға төрөп, ошо һуҡмаҡтар буйлап, вертолет төшкән урынға ташыйҙар. Күп осраҡта уларҙы вертолетҡа алып барып өлгөрә алмайҙар...
Бер йылдан ашыу хеҙмәт иткәндән һуң яҡташы – Өфө егете Ведерников менән осрашалар. Ведерниковтың Афғанға эләгеүенә ярты йыл икән. Ғәлимйән уның менән үҙенең паегы – ит консервалары, тәм-том менән бүлешә лә, айырылышалар. Ведерников хәрби машинаға инеп ултыра. Күп тә үтмәй, бары ун биш минут тирәһе ваҡыттан һуң, Ғәлимйәндең хеҙмәттәше: –“Ғәлимйән! Яҡташыңа аттылар бит!”- тип ҡысҡырып ебәрә... Йүгереп янына барып етһә, әле яңы ғына үҙе менән йылмайып хушлашҡан Ведерников мәңгелеккә күҙҙәрен йомған...
Уларҙың ротаһында 4 БТР була. Ошо хәрби машиналарҙа колонналарҙы оҙатып баралар. Сөнки БТР–ҙа ултырған һалдаттар тауҙарҙа уларҙы сәпкә алған дошмандарға күренмәй, ә колонналарҙағы “Урал”, “Газ-66” машиналарында барған барыһы ла әллә ҡайҙан күренә. Ундай йөк машиналарында вертолеттар өсөн кәрәкле булған кәрәсин, обмундирование, аҙыҡ-түлек тейәлә. Тейешле урынға алып барып еткерер өсөн колоннаның башында ла, аҙағында ла БТР-ҙар бара. Күпселек осраҡта юлда уларға һөжүм итәләр.
Йыл ярым хеҙмәт иткәндән һуң Ғәлимйән Хөснийәров ҡаты яралана.
–Ҡаяла ултыра инем, ҡапыл ниҙер “дыңҡ” итеп ҡалды ла, каскам әллә ҡайҙа ырғып китте. Аптырап, башымды тотоп ҡараным. Шунда яраланғанымды аңланым. “Все, бөттө былай булғас, үлдем!” – тигән уй йәшен тиҙлегендә мейемдә сағылып үтте. Ныҡ итеп башым әйләнеүен тойҙом. Кемдеңдер шул саҡ: “Галимьян, падаешь!” – тип ҡысҡырғанын ишетеп өлгөрҙөм. Шунан һуң нимә булғанын хәтерләмәйем. Метр ярым осҡанмын икән упҡынға, госпиталдә генә иҫемә килдем, – тип хәтерләй ул көндө Ғәлимйән. Госпиталдән һуң инвалидлыҡ биреп, ҡайтарырға тейеш булһалар ҙа, ул ризалашмай. Рота командиры үҙе килеп, уны яңынан Афғанға алып китә. Ни өсөн тигәндә, взводтағы ун ике һалдат – мосолман халҡы. Улар рус милләтле командир һалдаттарға бөтөнләй баш бирмәйҙәр, буйһонмайҙар. Шуға Ғәлимйәнде ротныйҙары взвод командиры итеп ҡуя.
Тыуған ауылына Афғандан иҫән-һау әйләнеп ҡайта. Улдары өсөн ошо ике йылда ут йотоп, бөтөрөнгән ата-әсә ҡыуанып ҡаршы ала улдарын. Тик оҙатып ҡалған ҡыҙы ғына уны көтмәгән... Осрашҡас, Афғанстанда һуғышта булғанына ла ышандыра алмай уны. Ысынлап та, ул йылдарҙа Афған тураһында халыҡ бер ни ҙә белмәне, тиерлек. Белергә тейеш түгел ине...
Афғандан ҡайтҡандан һуң бөтөнләй икенсе тормош башлана. Яраланғандан һуң ваҡытында инвалидлыҡ алмағас, һуңынан бөтөнләй бирмәйҙәр. Сөнки тейешле ярты йыл срок үтеп киткән була. Реабилитация ла үткәрмәйҙәр.
Бик сибәр Нәфисә исемле ҡыҙға өйләнә. Нәфисә Имаметдин ҡыҙы менән хәҙер инде 27 йыл бергәләр. 24 йәшлек Чингиз исемле улдары, 23 йәшлек Энже исемле ҡыҙҙары бар. Улдарының бер йәшлек ҡыҙы – ейәнсәрҙәре үҫә. Афған өсөн пособие ала. Йөрәге, башы туҡтауһыҙ ауыртып борсоғанға, производствола эшләй алмай. Мал-тыуар аҫырап, баҡса үҫтереп көн итәләр.
–Ғәлимйән, ул һуғыш беҙгә кәрәк инеме? Үҙең нисек уйлайһың был хаҡта? Бөгөнгө көндә хеҙмәткә алынған егеттәргә ниндәй теләктәр әйтер инең? – тип һорайым. Күпмелер ваҡытҡа тынлыҡ урынлашты:
– Ул саҡта беҙгә тыуған илебеҙ, бөйөк партиябыҙ нисек ҡуша, шулай йәшәнек, эйе бит? Шуға ла, шулай булырға тейеш, дөрөҫ, тип инандыҡ. Партия, комсомол – бына нимә беҙҙең өсөн беренсе урында ине. Ә буласаҡ һалдаттарға әйтер һүҙем – Рәсәйҙе һаҡларға кәрәк! Һәр ваҡытта ла! – йәш кенә көйөнсә ҡот осҡос ауыр һынауҙар–тетрәнеүҙәр кисерергә тура килгән яугир–интернационалист минең һорауыма ошолай ҡәтғи итеп яуап бирҙе.
Ғәлимйән Абдуллажан улы Хөснийәровтың Афғанистанда хеҙмәт иткән өсөн наградалары: “За верность долгу и Отечеству”, “20 лет вывода Советских войск из Афганистана”, “70 лет Вооруженных сил СССР”, “Шторм-333”, “Воину-Интернационалисту” миҙалдары, Мәскәүҙә тапшырылған грамоталары бар.
Хушлашҡанда уның менән бик йылы итеп хушлаштыҡ. Иң изге теләктәр, һаулыҡ, күңел тыныслығы һиңә, Ғәлимйән!
Сәлиә Ғатауллина
4 декабрь, 2013 йыл. Учалы.
***
(Ғинуар айында Ғәлимйән Хөснийәровтың ғаиләһе менән осраштым. Иҫән-һауҙар, улы Сыңғыҙҙың ике ҡыҙы, Ынйы ҡыҙының ҡыҙы һәм улы бар. Ҡатыны Нәфисә менән матур итеп донъя көтәләр. Тиҙҙән хаҡлы ялға сығырға йыйына.
Иҫән-һау булһындар!)
Ғатауллин Рауил Буранбай улы 1962 йылдың 21 сентябрендә Учалы районының Ишкен ауылында тыуған. 1980 йылда Урал ауылында урта мәктәпте тамамлай.
1980 йылдың 27 октябрендә армия сафтарына алына.
Ул көндәрҙе Рауил үҙе бына нисек хәтерләй:
–Ял көнө ине, ихатала эш менән булып йөрөйөм. Төш мәлендә военкоматтан подполковник Сатлыков килеп керҙе. Инәйемде саҡыртып алды ла: “Талиба апай, улыңды армияға ебәрергә ризаһыңмы?” – тип һораны. Инәйемдең төҫө нисектер үҙгәреп китте, шулай ҙа үҙен ҡулға алып: “Оло улдарым Германияла хеҙмәт итеп ҡайттылар, кинйә улым да бурысын үтәргә тейештер бит?!”– тине. Повестканы ҡулыма тапшырҙы ла, подполковник ҡайтып китте. Нишләп үҙе килтереп бирҙе икән, тип өйҙәгеләр аптырашып тороп ҡалды. Атайым – Буранбай Алсынбай улы үҙе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Инәйем менән ауыр һуғыш йылдарын үҙҙәре кисергәс, улдары өсөн гел борсолдолар. Ә минең хеҙмәт итергә теләгем ҙур ине. Элек бит кем армия хеҙмәтендә булмай, уларға бөтөнләй икенсе ҡараш булды. Ҡыҙҙар ҙа хөрмәт итмәй ине. Бер аҙнанан һуң өй тулы дуҫтар, туғандар мине әрме хеҙмәтенә оҙатып ҡалдылар.
Өфөнән Рауилде Стәрлетамаҡҡа “учебка”ға ебәрәләр. Унда авиамеханикка уҡыталар. Ауылда саҡта ныҡлап спорт менән шөғөлләнгән егеткә “учебка”ла әллә ни ауыр булмай. Алты айҙан һуң Үзбәкстанға ебәрәләр. Ташкенттан самолет менән ун биш һалдатты Афғанстанға, Ҡабулға оҙаталар. Ҡабулдан һуң Пакистан сигенән 56 километр йыраҡлыҡта урынлашҡан Джелалабад ҡалаһындағы хәрби аэродромға килеп төшәләр. Унда вертолет полкы урынлашҡан. Ун биш һалдат араһында Рауил Башҡортостандан бер үҙе була. Хеҙмәттәштәренең күпселеге чечен егеттәре. Тынғыһыҙ әрме хеҙмәте башлана. Авиамеханик Рауил хеҙмәттәштәре менән хәрби “Миг-8”, “Миг-24” вертолеттарын һәр минутта осошҡа әҙер тоторға тейеш. Хәрби операциялар барышында вертолеттарҙы атып төшөргән осраҡтар ҙа була. Ул саҡта “тревога” менән икенсе вертолетта һәләкәт урынына ашығалар. Ут аҫтына ла эләгеп торалар. Күптәр ундай бәрелештәрҙә һәләк була.
Өс-дүрт ай хеҙмәт иткәндән һуң көтмәгәндә үтә ҡыуаныслы хәл була. Аэродромда саҡта янына чечен егете килеп: “Рауль, тебя брат твой зовет!” – тип һөйөнсөләй. Бер ни ҙә аңламаған Рауил уның артынан ашыға. Ни күҙҙәре менән күрһен, ихлас йылмайып ике туған ағаһы, Ишкен егете Сабит Ғатауллин тора! Ике туған сикһеҙ ҡыуанып, ҡосаҡлашып күрешә. Сабит Афғанда инде ярты йыл хеҙмәт иткән. Әлеге ваҡытта колонналарҙы оҙатып Ҡабулдан Джелалабад аэродромына килеп еткәндәр. Рауилдең хатынан ҡустыһының ошо аэродромда хеҙмәт иткәнен төшөнгән була. Тағы ошолай ике тапҡыр осрашып өлгөрәләр...
Һуңынан Сабиттың ҡаты яраланыуы хаҡында военкоматҡа хәбәр килә. Тик яңылышлыҡ менән: “Улығыҙ яраланған!” – тип Рауилдең ата-әсәһенә әйтеп китәләр. Военкоматҡа барғас ҡына, Рауил түгел, уның ике туған ағаһы Сабит Ғатауллин яраланғаны билгеле була.
Афғанда хеҙмәт итеү осоронда ата-әсәһенә Рауил хеҙмәт иткән частан ике рәхмәт хаты килә. Бер хаттарында улдарына “Совет Армияһы Отличнигы” исеме бирелеүе тураһында хәбәр итәләр. Улдарын батыр йөрәкле, намыҫлы, ҡыйыу, үҙ иленең ысын патриоты итеп тәрбиәләгәндәре өсөн часть командиры, сәйәсәт бүлеге начальнигы рәхмәт һүҙҙәрен белдерә.
Афған өсөн Рауил биш миҙал менән наградлана: “Отличник ВВС”, “70 лет вооруженных сил СССР”, “Воину-интернационалисту от благодарного афганского народа”, “Ветеран боевых действий”, “20 лет вывода Советских войск из Афганистана”. Мәскәүҙән алған грамотаһы ла бар.
Бер йыл да ун ай хеҙмәт иткәндән һуң Рауил госпиталгә эләгеп, Төркмәнстанда бер ай дауалана.
1982 йылдың 31 декабрендә Рауил Буранбай улы Ғатауллин Ишкенгә, тыуған йортона ҡайтып төшә. Яңы йылды улдарын ут эсенән иҫән-һау көтөп алған ата-әсәһе, туғандары янында ҡаршылай.
1985 йылда Вилиә исемле ҡыҙҙы осрата. Өйләнешеп, өс балаға ғүмер бирәләр. Оло улдары Руслан – 28 йәштә, 25 йәштәге ҡыҙҙары Юлиә кейәүҙә, кинйәләре - ун йәшлек Винер дүртенсе класта уҡый.
–Тәүге мәлдә, төрлө яҡтан пулялар һыҙғырып торғанда, ныҡ ҡурҡыныс ине, һуңынан өйрәнелде. “Тревога” көтөп автоматтарыбыҙҙы ҡосаҡлап йоҡлай торғайныҡ. Палатка эсендә бигерәк эҫе – ҡырҡ биш, илле градусҡа тиклем етер ине. Беҙҙең Урал егеттәре барыбер ундай ауырлыҡтарға бирешмәне бит ул! – тип ғорурлыҡ менән әйтеп ҡуйҙы Рауил әңгәмәбеҙ һуңында.
Рауил Буранбай улы 26 йыл инде Учалы комбинатында бульдозер машинисы булып эшләй. Хәҙерге ваҡытта ғаиләһе менән Межозерный ҡалаһында йәшәй. Улдарын уҡытып, өйләндереп, ейән-ейәнсәрҙәр өсөн ҡыуанып, бәхетле ҡартлыҡ кисереү – төп хыялы.
Сәлиә Ғатауллина
26 декабрь 2013 йыл– Учалы.
****
***
Ибраһимов Илдар Рәжәп улы 1963 йылдың 13 ноябрендә Учалы районының Мулдаш ауылында тыуған. Мулдашта өсөнсө класты тамамлағас, урта мәктәпте 1981 йылда Учалы ауылында тамамлай. Юғары уҡыу йортона инә алмай ҡайтҡас, Урман хужалығына эшкә урынлаша. Шул уҡ йылда көҙөн хәрби комиссариат армия йәшендәге егеттәрҙе автомәктәптә водитель һөнәренә уҡыта.
1982 йылдың 28 сентябрендә Илдар армияға алына. Уның менән бер призывта Зандин Рәил – Учалы ауылынан, Ғәдиев Марсель – Иманғолдан, Солтанов Фәтих – Уральскиҙан, Шарапов Раят - Илтабандан, Ситаев Андрей, Бабкин Анатолий, Бухтояров Валерий - Учалы ҡалаһынан бергә эләгә. Өфөлә саҡта уларға: “Сик буйында хеҙмәт итәсәкһегеҙ!”- тип әйтәләр. Пензаға килеп еткәс, хәрби формалар биреп, поезда “Германияға” оҙаталар. Ташкентта ғына Германияға ебәрмәҫтәре аңлашыла. Ташкенттан шунда уҡ Кушкаға оҙаталар. Кушкала уларҙың хәрби частары урынлашҡан. Роталарға бүлеп, Илдар 602-се автомобиль батальонының 2-се ротаһына эләгә. Ике ай карантинда булғандан һуң “КамАЗ”ға ултырып, колонна составында “Кушка – Тургунди – Шинданд – Ҡандағар” юлында яғыулыҡ (кәрәсин, солярка) ташыйҙар. Шуға уларҙың ротаһын үҙ-ара “колонна наливников” тип йөрөтәләр.
Афғанстанда хеҙмәт иткәнен Илдар өйҙәгеләргә яҙмай. “Төркмәнстанда машиналар менән мамыҡ йыябыҙ”, – тип кенә яҙа. Әсәһе, Альфред Абдрахмановтың һәм Рәил Зандиндың әсәләре менән осрашҡандан һуң ғына белеп ҡалып, бик ныҡ ҡайғыра, улына илай-илай хаттар яҙа.
Бер йыл хеҙмәт иткәндән һуң Илдарҙың машинаһы минаға эләгә. Колонна менән юлға сыҡҡан саҡта тәүҙә бетон юлдан хәрәкәтләнәләр. “Йәшел зона”ға еткәс, юл ситендәге ҡомдан баралар. Иң алдан танк үтә, уның артынан эҙмә-эҙ башҡа машиналар. Ул көндә лә танк артынан барған машиналар бәлә-ҡазаһыҙ ғына үтеп тора. Колонна уртаһындағы Илдарҙың “КамАЗ”ы алдынан Альфред Абдрахманов, арттан Кирәбе егете Володя Кузьмин килә. Бына Альфред та иҫән-имен үтеп китә. Ҡапыл ниҙер шартлай ҙа, кабина эсе дөм ҡараңғыға әйләнә. Нимә булғанын аңламай ҡалған Илдар тиҙерәк автоматын алып, ергә ята. Алда барған Альфред, машинаһында ниҙер “дыңҡ”итеп ҡалғанға артына боролоп ҡараһа, Илдарҙың машинаһы төтәй башлаған... Баҡтиһәң, мина Илдарҙың “КамАЗ”ындағы “мост”ың “ступица”һын шартлатып, шартлау тулҡыны баллон “ресивер”ҙы Альфредтың машинаһына ырғыта. Артта килгән Володя Кузьмин был хәлдәрҙән һуң ҡапыл ныҡ итеп газға баҫҡас, машинаһы ҡомда “буксовать” итә башлай. “Замыкание”лә килгән машиналар ярҙамға килеп еткәс кенә, Кузьминдең машинаһын һөйрәп сығаралар. Ә Илдарҙың машинаһы бөтөнләй эшлектән сыға, кәрәкле запас өлөштәрен генә сисеп алып, артабан Кузьминдың машинаһында юлын дауам итә (ул саҡта еңел үтеп киткән төҫлө булһа ла, һуңынан шул саҡта һаулығына ныҡ зыян килгәне билгеле була – Илдар хәҙерге ваҡытта 3-сө төркөм инвалиды).
Илдарҙың яҡташы Рәмил Яуымбаев Афғандан яраланып ҡайта.
1982 йылдың сентябрендә хеҙмәткә алынған Илдар Рәжәп улы Ибраһимов 1985 йылдың 9 февралендә генә тыуған ауылына әйләнеп ҡайта, сөнки тәжрибәле һалдаттарҙы яңы килгәндәрҙе өйрәтер өсөн тағы бер нисә айға алып ҡалалар.
1985 йылда Илдар Минзилә исемле ҡыҙға өйләнеп, өс балаға ғүмер бирәләр. (Хәҙерге ваҡытта Минзилә һәм икенсе балаһы мәрхүм). 1996 йылда ике балалы Әлфирәгә өйләнеп, тағы ике уртаҡ балалары тыуа. Әлеге ваҡытта Учалы ауылында йәшәйҙәр. Илдар “Сельхозтехника”ла, МТС-та эшләй. Оло ҡыҙы кейәүҙә, инде ейәнсәрҙәре лә үҫә.
Афғанстанда хеҙмәт иткән өсөн “Локаль һуғышта ҡатнашыусыға”, “Хәрби хәрәкәттәр ветераны”, “СССР-ҙың Ҡораллы көстәренә 70 йыл”, Ватан алдындағы һәм ғәскәри бурысты үтәүҙәге тоғролоғо өсөн”, “Шторм-333”,” Яугир-интернационалистҡа рәхмәтле афған халҡынан”, “Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына 20 йыл” миҙалдары, Мәскәүҙән ебәрелгән грамотаһы бар.
Үҙе лә улдар тәрбиәләгән Илдар Рәжәп улы Ибраһимов йәштәрҙең әрме хеҙмәтенән тайпылмауҙарын теләй. “Ватанды һаҡлау бурысы – беренсе урында. Йәштәрҙең үҙҙәре өсөн дә кәрәк, сөнки армия хеҙмәте бик күпкә өйрәтә. Экстремаль ситуацияларҙа ҡаушап – юғалып ҡалмаҫ өсөн дә армия мәктәбе бик ныҡ ярҙам итә бит ул!” – ти яугир.
Сәлиә Ғатауллина
7 ғинуар, 2014 йыл – Учалы.
Сафиуллин Ильяс Арыҫланғәли улы 1967 йылдың 20 авгусында Учалы районының Ҡунаҡбай ауылында тыуған. 1985 йылда урта мәктәпте тамамлай.
1986 йылдың 14 апрелендә армия хеҙмәтенә алына. Афғанстанға эләгерен тәүге көндө үк белә, сөнки “Команда -20А” – Афғанға әҙерләүҙәрен аңлата. Ата-әсәһенә был хаҡта бары ярты йылдан һуң ғына билгеле була.
Тәүҙә Төркмәнстанда карантин үтәләр. Һуңынан Иолетань ҡалаһында 49-сы материаль тәъмин итеү батальонында хеҙмәт итә. Колонналарҙа боеприпастар ташыйҙар. Өфөнән, Стәрлетамаҡтан, Мәләүездән, Федоровканан яҡташтары менән бергә хеҙмәт итәләр. Федоровка районы Батыр ауылынан Самат Акчурин менән ике йыл буйына бергә булалар. Полкташтары менән әлегәсә осрашып торалар.
Хеҙмәт иткән мәлендә бик йыш үлем менән күҙгә-күҙ осрашырға тура килә уға. Салауат районы егете танк менән бергә шартлай... Ҡайтырға бары өс кенә көн ҡалғас, күҙ алдында ике йыл буйына бергә булған комбатының эсен снаряд аҡтарып үтә... Замполиттың йөрәгенә төбәп аталар...
–Тағы бер мәл әле һаман да иҫтән сыҡмай: “Вечный перевал- Саланг” тип аталған урында тауҙарҙа Камаз автомобиле аҫылынып тора. Аҫта – өс йөҙ метр бейеклек упҡын! Көс-хәлгә, ниндәйҙер мөғжизә менән, ул машинаны тартып сығарҙылар. Водителдең сәстәре ошо хәлдән һуң ап-аҡ булып ағарҙы!–тип хәтерләй ул мәлдәрҙе Ильяс.
Душмандар менән йөҙгә-йөҙ осраша. Ҡуйы һаҡал баҫып, ныҡ ябыҡҡан Афғанлы-әсирҙәрҙе лә осратырға тура килә уға. Ҡабулда урындағы халыҡ менән дә осраша. Афғанстан әлегә тиклем уны төштәренә инеп яфалай.
Афғанда саҡта партия сафтарына инеп, ҡулына партбилет ала. Кесе сержант, сержант званиеләренә эйә була. Тиҫтәнән ашыу наградалары бар. Улар араһында - “За боевые заслуги”, “За отличие в воинской службе”, “Шторм -333”, “От благодарного Афганского народа” һ.б. миҙалдар, грамоталар...
Ике йылдан һуң тыуған ауылы Ҡунаҡбайға ҡайтып төшкәндә, автобус туҡталышында уны әсәһе ҡаршы ала. Шул минутта әсәйемдең нисек илап ҡыуанғанын ябай һүҙҙәр менән генә бер нисек тә аңлатып бирә алмайым, ти бөгөнгө көндә Ильяс Арыҫланғәле улы. Ике йыл дауамында төн йоҡоларын йоҡламай, хафаланып, ҡәҙерле улының иҫән-һау тыуған йортона ҡайтып инеүен көтөп ала алған әсәнең кисерештәрен һүҙ менән аңлатып бирергә кәрәкмәйҙер ҙә, бәлки. Ундай кисерештәрҙе балаһын әрме хеҙмәтенә – билдәһеҙлеккә оҙатып ҡалған һәр ата-әсә үҙ йөрәге аша үткәрә бит?!
–Барып еткәс, беренсе ярты йылдан һуң ғына ҡурҡыуым бөттө. Үҙебеҙҙең илдәге тыныс тормоштан ҡапыл ҡырағай һуғышҡа килеп инелде бит?! Һуңынан, ҡайтырға ике-өс ай ҡалғас, ҡурҡыуҙарым тағы ҡабатланды... Иҫән-һау тыуған яғыма ҡайтып етә алырыма ышанмай инем инде...
Минең менән әңгәмәләшеп ултырған арала Ильяс бер нисә тапҡыр тәмәке тартырға сығып инде...
–Кәрәк инеме икән ул һуғыш? Йылдар үткәндән һуң был һорауға нисек яуап бирә алаһың? – тип һорайым.
–Ул саҡта партия нисек ҡуша, шул башҡарылды. Афған илен бандиттарҙан таҙартырға кәрәк, тип аңлаттылар. Мин үҙем дә коммунист инем бит?
–Хәҙерге йәш егеттәргә ниндәй әйтер һүҙҙәрең бар?
–Армия хеҙмәтенән тайпылмаһындар, ир-егеттәр һаҡламаһа, кем һаҡлаһын тыуған илде? Рәсәйҙе һаҡларға кәрәк!– тип ихлас йылмайып яуап бирҙе үҙе лә ул үҫтергән Ильяс Сафиуллин.
1996 йылда Вәсилә Вассаф ҡыҙы менән өйләнешеп, бер ул, бер ҡыҙ үҫтерәләр. Улдары Илгизәргә 16 йәш–техникумда автомеханик һөнәрен үҙләштерә. 11 йәшлек Розалия бишенсе синыф уҡыусыһы. Ҡунаҡбай ауылында мал-тыуар аҫырап, матур итеп йәшәп яталар. Ильяс үҙе Легион-Промда охранник булып эшләй.
Тормош юлдашы Вәсилә әҙерләгән тәмле сәй табынынан һуң яугир-интернационалист Ильяс Арыҫланғәле улы менән йылы итеп хушлаштыҡ.
Сәлиә Ғатауллина
5 декабрь, 2013йыл. Учалы.
( Үкенескә ҡаршы, Ильяс бер нисә йылдан һуң вафат булды. Ауыр тупрағы еңел булһын...)
*****
***
Шакиров Булат Марат улы 1968 йылдың 23 февралендә Ҡунаҡбай ауылында тыуған. 1984 йылда урта мәктәпте тамамлағас, тракторист һөнәре ала.
1986 йылдың 24 апрелендә Армия хеҙмәтенә алына. Команда 20А–ға эләгеп, Ленинград ҡалаһында учебкала сержант мәктәбендә артиллерисҡа уҡыталар. Унда ярты йыл самаһы булғандан һуң, октябрь башында Афғанстанға ебәрәләр. Иң тәүҙә Ташкентҡа, унан һуң йыйылма пунктары булған Черчиктән Ҡабулға осалар. Бер аҙнанан Гардез исемле ҡалаға ебәрәләр.
Улдарының Афғанстанға эләккәнен ата-әсәһе ноябрь айында ғына конверт тышындағы “Ялан почтаһы” тигән яҙыуҙан аңлап ҡалалар. Улар борсолмаһын өсөн Булат тәүҙә “Германияға ебәрҙеләр”, тип яҙған була.
Танк взводындағы Сәфәр егете Иманғолов Урал менән бергә хеҙмәт итә. Хәрби заданиегә ебәрһәләр, борсолмаһындар өсөн өйөнә “Командировкаға китәм”, тип хат яҙа. Джелалабадта барған хәрби бәрелештәрҙә ҡатнаша. “Душман”дар менән күҙгә-күҙ осраша, бәхеткә күрә яраланмай. Урындағы халыҡ Пакистандан һуғыш ҡорамалдары ташый, бик йыш ҡына уларҙы ҡулға эләктерәләр.
Бер мәл төнгө сәғәт ике тирәһендә душмандар уларҙың бригадаһына (56-я гвардия десант-штурм бригада) һөжүм итә. Был кис хәрби заданиенән ҡайтып, йоҡлап ҡына киткән саҡтары була. Ниндәйҙер мөғжизә арҡаһында барыһы ла иҫән ҡала. Уларҙың бригадаһына тәғәйенләнгән снаряд бары йөҙ метр йыраҡлыҡта булған “йондоҙло һыҙат”ҡа төшөп шартлай.
–Ул төн бик ҡурҡыныс булды. Өйҙәгеләрҙе башҡаса бер ҡасан да күреп булмаясаҡ, тип уйланым. Һуңынан,”дембель” алдынан, ҡайтырға ике-өс ай ҡалғас, шул ҡурҡыу тойғоһо көсәйҙе. Хатта бронежилеттарҙы икешәр ҡат кейә торғайныҡ.
Шулай тип хәтерләй ул саҡтарҙы 18 йәшендә генә үҙ илендәге тыныс тормоштан һуң ҡырағай, ҡот осҡос яу яланына барып эләккән артиллерист Булат Шакиров.
Ике йылдан һуң Ҡунаҡбайға ҡайтып кергәндә, төш ваҡыты еткән була. Ҡыуанышып әсәһе, туғандары менән күрешәләр. Был ваҡытта эштә булған атаһына “һөйөнсө”ләргә йүгерәләр. Әсәһе шунда уҡ табын әҙерләргә тотона, күршеләре йыйыла. Улының иҫән-һау тыуған йортона ҡайтып килеүен ишеткән атаһы шул сәғәттә үк ашығып-атлығып ҡайтып етә...
Афғанстанда саҡта уны ике миҙал менән наградлайҙар: “За Боевые заслуги”, “За Отвагу”. Тик, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында, уларҙы әлегә тиклем көтөп ала алмай. Шулай уҡ Афған менән бәйле миҙалдары бар.
Гөлдәр Рәис ҡыҙы менән тормоштарын бәйләп, ике ҡыҙ, ике ул үҫтерәләр. Оло ҡыҙҙары Юлиә кейәүҙә, Аймаралары эшләп йөрөй. Улдары Әхтәм унынсы синыфта уҡый, кесе улдары Солтан – алты йәштә.
Булат “Газ-Комплект”-та охранник булып эшләй. Хыялы–балаларын иҫән-һау аяҡҡа баҫтырып, башлы-күҙле итеп, тыныс тормошта гөрләтеп йәшәү.
Уға ла үҙемдең һорауымды бирҙем:
–Хәҙерге буласаҡ һалдаттарға ниндәй ҡәңәштәр бирер инегеҙ?
–Ҡурҡмаһындар. Бөгөнгө көндә хеҙмәт итеүе былай ҙа бер йыл ғына. Элек, беҙҙең заманда, әрмегә бармаған егеттәрҙе ҡыҙҙар хөрмәт итмәне, хәҙер ундай төшөнсәләр юҡ, кәнишнә. Барыбер, егет кеше хеҙмәт итергә тейеш, тип уйлайым.
Һорауыма бына шундай яуап бирҙе етди сырайлы яугир-интернационалист Булат Марат улы Шакиров.
Сәлиә Ғатауллина
7 декабрь, 2013 йыл. Учалы.
Мөхәмәҙиев Әхмәҙи Әүхәҙи улы 1966 йылдың 9 мартында Учалы районының Наурыҙ ауылында тыуа. 1983 йылда урта мәктәпте тамамлағас, ДОСААФ-та водитель һөнәренә уҡый.
1984 йылдың 17 апрелендә Әхмәҙи армия хеҙмәтенә алына. Өфөнән шунда уҡ Пензаға оҙаталар. Пензалағы артиллерия училищеһының полигонында палаткаларҙа бары бер төн йоҡлағандан һуң, “һатып алыусылар” килеп етә. Тотош колонна автобустар менән Кушкаға табан юлға ҡуҙғалалар. Тик йәш һалдаттарҙы үҙҙәре артынан килгән “һатып алыусыларҙың” сәйер төҫ-ҡиәфәте аптырашта ҡалдыра: башҡа урындарҙан килгән “һатып алыусы” офицерҙәр барыһы ла ысын хәрбиҙәрсә – төҙ кәүҙәле, матурҙар, ә лейтенант Данилкин менән сержант Серебряков ҡап-ҡара булып ҡояшта янғандар һәм икеһе лә... бик ныҡ сатанлай. Лейтенант Данилкин хатта таяҡҡа таянып алған? Һуңынан ғына уларҙың Афғанстанда яраланып өлгөрөүҙәре хаҡында билгеле була.
Кушкала өс ай карантинда булғандан һуң роталарға бүлеп, Тургундиға ебәрәләр. Әхмәҙи 1-се ротаға эләгә. Уларҙы капитан Кирьянов ҡаршы ала. Алданыраҡ хеҙмәт иткән һалдаттарҙың береһе: “Первый танковыйға эләктегеҙ!” – тип “һөйөнсө”ләй. Автомобиль батальонына ебәрелгән Әхмәҙи тағы аптырай. Ә эш бына ниҙә икән: йүнәлтмә буйынса Афғанға алданыраҡ килгән капитан Кирьянов танк училищеһын тамамлаған, уның петлицаһында ла танк һүрәте төшөрөлгән. Шуға уның ротаһын һалдаттар шаяртып “танк ротаһы” тип йөрөтә икән. (Һуңынан, йылдар уҙғас, хеҙмәттәштәре Кирьяновты күпме эҙләһәләр ҙә, әлегә тиклем таба алмайҙар. Тыуған яғына хат яҙалар, интернет аша ла эҙләп ҡарайҙар – һөҙөмтә юҡ).
Хәрби частәре – Кушка ҡалаһында, Полтавка исемле поселокта – уларҙың штабтары. Унда ремонт взводы, элемтә взводы һәм хужалыҡ кәрәк-яраҡтары взводы урынлашҡан. Камаз автомобиле водителе Әхмәҙи колонна составында “Тургунди – Герат – Шиндант – Кандағар” маршруты буйынса кәрәсин, солярка ташый. Юлға сығыр алдынан приказ уҡыйҙар: бер ҡайҙа ла туҡтамаҫҡа, хатта ата башлаһалар ҙа. Әгәр юлды япһалар, таҡ һандар юлдың уң яғына, йоп һандар һул яғына теҙелергә. Әхмәҙинең Камазының номеры – 57-се була. Юлда төрлө көтөлмәгән хәлдәр булып тора. Кандағар ҡалаһына керер алдынан Баттал егете Илгиз Бирғәлиндең машинаһы боҙола. Шуға уның машинаһы буксирҙа килә. Илгиз алдағы машинаға пассажир урынына күсеп ултыра. “Йәшел зона”ға кергән саҡта “душман” снайперы Илгиздең башына төбәп ата, ауыр яранан Баттал егете шунда уҡ һәләк була.
Салауат районы Саргамыш ауылынан Александр Дульцев исемле һалдат боеприпастар ташый. Юлға сығыр алдынан приказ уҡыйҙар: бер ҡайҙа ла туҡтамаҫҡа, боеприпастарҙы тапшырғас, документтарҙы ғына алырға ла, икенсе машинаға күсеп ултырып, ул урындан китергә. Машинаға атҡан осраҡта ла һалдат беренсе сиратта техниканы түгел, үҙ ғүмерен һаҡлап ҡалырға тейеш. Кандағарға килеп кергәс, гранаталар тултырылған йәшниктәр яна башлай. Саша приказды тыңламай, машинаға менеп, янғынды үҙе һүндерә. Тирә-яҡ тулы урындағы халыҡ. Боеприпастар тулы машина шартлап өлгөрмәй. Ҡыйыу һалдатты рота командире “Ҡыҙыл йондоҙ” орденына тәҡдим итә. Әммә батальон командиры тәҡдимде инҡар итеп, Александр Дульцевты тик “За боевые заслуги” миҙалы менән наградлай.
Бер мәл машиналары боҙолоп, Әхмәҙигә яҡташы Моратшин Айҙар менән бер “спальник” эсенә инеп йоҡларға тура килә. Нисек шул “спальник”кә икәүләп һыйҙыҡ икән ул, тип әле лә аптырайым, ти үҙе. Афғанстанда булыуын өйҙәгеләргә “Монголияла хеҙмәт итәм” тип яҙа. Конверт тышындағы адресы ла “Ялан почтаһы” тип кенә яҙыла бит?
Учалынан яҡташтары күп була. Бер йылдан ашыу хеҙмәт иткәндән һуң тыуған ауылы Наурыздан да кемдер эләккәнен хәбәр итәләр. Оҙаҡ ҡына кем икәнен белә алмай. Күршеһе Алмаз Камалов булып сыға. Кушкаға юлға сыҡҡан саҡта ауылдаштар, ниһайәт, ҡыуанышып күрешә. Алмаз да иҫән-һау ауылына әйләнеп ҡайта.
Ике йыл да, биш ай хеҙмәт итергә тура килә Әхмәҙи Мөхәмәҙиевҡа. Уның менән бергә Юлдаш ауылынан Айҙар Ибәтуллинды, Көҙөйҙән Надир Байегетовты, Иманғолдан Айҙар Моратшинде, Салауат районынан Мансур Ғәйнизамановты тәүҙә машиналарын ремонтлар өсөн ҡалдыралар. Һуңынан... бөтөнләй оноталар. Дембелдәр бөттө, тип хәрби округ етәкселәренә хәбәр итәләр. 602-се батальондың кураторы подполковник Маслаков килгәнен ишетеп, яҡташтар үҙҙәре уның янына баралар. Шул көндө үк, төш ваҡытында, уларҙы өйҙәренә оҙаталар. 1984 йылдың 17 апрелендә хеҙмәткә алынған Әхмәҙи Мөхәмәҙиев 1986 йылдың сентябрь айында ғына тыуған йортона ҡайтып етә.
1988 йылда Нәфисә исемле ҡыҙға өйләнеп, ике балаға ғүмер бирәләр. Ҡыҙҙары Әнисәгә 25 йәш, 22 йәшлек Илнур өйләнгән.
Әхмәҙи Әүхәҙи улы егерме йыл буйы Учалы комбинатында машинист булып эшләп, “Атҡаҙанған шахтер” исеменә лайыҡ була. Бригадир итеп ҡуялар. Һуңынан себер тарафтарына эшкә юллана. Әлеге ваҡытта Уренгой “Газ үткәргесе”ндә экскаваторсы булып эшләй.
Афған өсөн “70 лет Вооруженных сил СССР”, “Воину – интернационалисту”, “От благодарного Афганского народа” исемле миҙалдары, Мәскәүҙән ебәрелгән грамотаһы бар.
Сәлиә Ғатауллина
3 ғинуар, 2014 йыл – Учалы.