Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әсәйҙәр мәктәбе
18 Июль 2022, 19:10

Күңелендә донъя матурлығы

“Хоҙай донъяны иҫ киткес матур итеп яралтҡан. Беҙ – кешеләр, тормош мәшәҡәттәренән арынып, ошо матурлыҡты, гүзәллекте күрә, аңлай, һаҡлай белергә тейешбеҙ. Ҡулына ҡәләм алып, шиғриәт иленә аяҡ баҫҡандар ниндәй бәхетле! Уларҙың күңелендә ҡоштар һайрай, шишмәләр сылтырай, сал тарих менән бергә бөгөнгөбөҙ, киләсәгебеҙ йәшәй” тип яҙғайны бер мәл районыбыҙҙа билдәле шәхес, 36 йыл хеҙмәт стажы булған педагог, 10 йылдан ашыу “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһен етәкләгән шағирә Рәмзиә Ғайса ҡыҙы Монасипова.

Күңелендә донъя матурлығы
Күңелендә донъя матурлығы

“Хоҙай донъяны иҫ киткес матур итеп яралтҡан. Беҙ – кешеләр, тормош мәшәҡәттәренән арынып, ошо матурлыҡты, гүзәллекте күрә, аңлай, һаҡлай белергә тейешбеҙ. Ҡулына ҡәләм алып, шиғриәт иленә аяҡ баҫҡандар ниндәй бәхетле! Уларҙың күңелендә ҡоштар һайрай, шишмәләр сылтырай, сал тарих менән бергә бөгөнгөбөҙ, киләсәгебеҙ йәшәй” тип яҙғайны бер мәл районыбыҙҙа билдәле шәхес, 36 йыл хеҙмәт стажы булған педагог, 10 йылдан ашыу “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһен етәкләгән шағирә Рәмзиә Ғайса ҡыҙы Монасипова.

Ошо йәһәттән Рәмзиә Ғайса ҡыҙының үҙен дә бик бәхетле тип әйтергә була. Ул теүәл 67 йыл элек хозур тәбиғәтле, шағир күңеленә илһам бирерлек бейек тауҙары, йырып сыҡҡыһыҙ урмандар ҡуйынындағы Мәндем ауылында донъяға килә. Тыуған яғының гүзәллегенә һоҡланып, ғорурланып үҫкән ҡыҙ, күңелендә тыуған хистәрҙе шиғыр юлдарына һала. Алтынсы класта уҡығанда уның шиғырҙары республика балалар гәзитендә баҫыла башлай. Шиғриәткә ғашиҡ кеше урта мәктәп тамамлағас, артабан Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетын һайлай. Уны тамамлап, 1977 йыл тыуған мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Йәш педагогтың тырышлығын, ойоштороу һәләтен күреп, уны директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары итеп ҡуялар һәм ошо вазифаны Рәмзиә Ғайса ҡыҙы тәүҙә - тыуған Мәндем мәктәбендә, һуңынан Красноусол башҡорт гимназия-интернатында күңел биреп башҡарҙы. Шиғриәтте лә ташламаны. Үҙе лә яҙҙы, ижади түңәрәк ойоштороп балаларҙы әҙәбиәткә, шиғриәткә ылыҡтырҙы. Уҡыусылары ижади конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар алып килде. Намыҫлы, тырыш хеҙмәт, әлбиттә, баһаланмай ҡалмай. Уға “РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы” билдәһе (1991 йыл), “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” (2006 йыл) исеме бирелде. “Иң яҡшы башҡорт теле һәм рус теле уҡытыусыһы” республика конкурсы еңеүсеһе” (2007 йыл). “Ал да нур сәс халҡыңа” (2019), “Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы” (2019) миҙалдарына лайыҡ булды. Башҡортостан хөкүмәте, мәғариф министрлығы, район хакимиәте, “Табын” район гәзитенең Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Ә иң мөһиме һәм бәхеттең иң ҙуры – Рәмзиә Ғайса ҡыҙы бөгөн дә, район ағинәйҙәре ойошмаһын етәкләп тынғыһыҙ, яуаплы мәшәҡәттәр менән булғанда ла ҡулынан ҡәләмен төшөрмәй, ҡатын-ҡыҙҙың тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек ҡырылмаһа ҡырҡ мәшәҡәттәрен бер мәлгә генә ситкә ҡуйып, йөрәккә үтерлек шиғырҙар ижад итә. Тәү ҡарашҡа үтә тыныс, әммә тетрәндергес, уйландырғыс шиғырҙар. Артабан да донъя матурлығын күреп, ошо гүзәллектән илһам алып ижад итергә булһын, Рәмзиә Ғайса ҡыҙы. Үҙегеҙ әйтмешләй күңелендә йыр-моң, шиғриәт булған кеше ниндәй бәхетле. Ошо бәхеттән айырмаһын бер үк Хоҙай.
Фәрғәт ҒӘЛИН.

 

Рәмзиә МОНАСИПОВА.

Баһа.

Кеше һүҙенә төшкәндәр
Бәхеттән ҡолаҡ ҡаға.
Кеше һүҙе һис аямай,
Йөрәккә яра һала.

Кеше һүҙен һис ваҡытта
Күңелеңә үткәрмә.
Ҡабул итмә, туп шикелле
Ҡайтар ҡабат үҙенә.

Оҫта һаҡсы кеүек әгәр
Һаҡлаһаң үҙ ҡапҡаңды,
Бахыр булмай, батыр булып,
Күтәрерһең баһаңды.

7

Бейеклек.
Борма - борма юлдар кеүек,
Тауҙар ҙа төрлө - төрлө.
Ауыр булһа ла кешене
Саҡыра тауҙар үре.

Ҡаяларға үрләгәнгә
Донъя киң, сағыуыраҡ.
Болоттар баш осонда ғына.
Йөрәктәр ярһыуыраҡ.

Кешеләр тормош юлдарын
Насип һуҡмаҡтан үтә.
Бәхет тигән бейеклеккә
Бары сабырҙар етә.

Улдарға нәсихәтем.

Улым, һиңә нәсихәтем,
Килен, һин дә ҡолаҡ һал.
Кешеләрҙән ҡарғыш алма,
Асыу йыйма, алғыш ал.
Һаулыҡ һораш башлап үҙең,
Сәләмен ал - биргәндең.
Ололарҙы ихтирам ит,
Ҡыя күрмә күңелен.
Ғаиләңде һәр саҡ ҡайғырт,
Булһын өйөң, ҡыйығың.
Өҫтәлеңдән өҙөлмәһен
Тәмле - татлы ризығың.
Кәләшеңә бул яғымлы,
Тойһон кәңәш, ярҙамың.
Йәшлегеңдә саф күңелдән
Уны үҙең һайланың.
Балаларың һәр саҡ, улым,
Атай тиеп ҡыуанһын.
Оло йөрәкле булырға
Үҙеңдән үрнәк алһын.
Һөнәрле булып үҫһәләр
Уландарың, ҡыҙҙарың,
Битеңә ҡара яҡмаҫтар,
Тыныс булыр ҡартлығың.
Туғандарың яҡын күрер,
Яҡты булһа йөҙҙәрең.
Ҡәҙерле ҡунаҡ итерҙәр
Биреп һиңә түрҙәрен.
Һаҡлан хәмер, боҙоҡлоҡтан,
Тормошоң тарҡалмаһын.
Балаларың, күҙ нурҙарың
Йәтим тороп ҡалмаһын.
Һүҙ йөрөтмә, дошманлашма,
Көнө ҡыҫҡа үсленең.
Әҙәп менән, иман менән
Хаҡ донъяла көслөһөң.
Халҡың өсөн йәшә ерҙә,
Халҡың һине күтәрһен.
Азамат ир булды тиеп,
Хөрмәтләп хәтерләһен.
Көндө төнгә ялғап һис тә
Байлыҡ артынан ҡыума.
Мохтаждарға ҡулыңды һуҙ,
Тәккәбер, ҡомһоҙ булма.
Улым, һиңә нәсихәтем,
Килен, һин дә ҡолаҡ һал.
Белемле бул, алға ынтыл,
Ғүмер буйы ғилем ал.
Шәжәрәңде дауам иттер,
Нәҫел ебеңде өҙмә.
Бала тауышы тынмаһын,
Яңғыраһын өйөңдә.
Үҙ телендә аралашһын
Һәр ваҡыт балаларың.
Өйрәнһен башҡорт йырҙарын,
Ете тажлы ҡурайын.
Мәңгелек түгел ғүмерҙәр,
Донъялар фани ғына.
Көн артынан көндәр уҙа,
Ерҙә беҙ ҡунаҡ ҡына.
Торған ерең ҡәҙерен бел,
Ҡәҙерен бел һыуыңдың.
Тәләфләмә бер бөртөгөн
Хоҙай биргән байлыҡтың.
Улым, һиңә нәсихәтем,
Килен, һин дә ҡолаҡ һал.
Парлап яһағыҙ аҙымды,
Талмаһын ҡанатығыҙ.
Мәңгелек йәрем һин тиеп,
Өҙөлһөн үҙәгегеҙ.
Ғүмерлеккә юлдаш булһын
Тоғоро йөрәгегеҙ.

 

Өй йылыһы.

Әсәй кәрәк, үҫкәнем, тип,
Наҙлап ҡына йыуатырға.
Атай кәрәк, ҡошсоғом, тип,
Баштан һыйпап яратырға.
Атай кәрәк, әсәй кәрәк,
Улар миңә һәр саҡ терәк.
Сабыр, түҙем өләсәй кәрәк,
Әкиәт һөйләп йоҡлатырға.
Һәр саҡ әҙер олатай кәрәк,
Илдәр гиҙеп йөрөтөргә.
Өләсәй кәрәк, олатай кәрәк,
Улар миңә һәр саҡ терәк.
Кәңәш биргән, ышыҡ булған,
Ағай кәрәк яҡлашырға.
Бала саҡтан уйнап үҫкән,
Һеңле кәрәк серләшергә.
Ағай кәрәк, һеңлем кәрәк,
Улар миңә һәр саҡ терәк.
Һәр кемгә лә был донъяла
Өй йылыһы, ғаилә кәрәк.
Атай менән, әсәй менән,
Өләсәй менән, олатай менән.
Ағай менән, һеңле менән
Йәшәүҙәре шундай рәхәт.

Фото: "ТабыН" гәзите.

Автор:
Читайте нас: