Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Илнур һәм Рида Вәхитовтар ғаиләһе үрҙә һанап үтелгән сифаттарға эйә. Ете йылдан ашыу улар ныҡлы ғаилә булып йәшәй.
Илнур Вәхитов Салауат районының Илтәй ауылында тыуған. Башланғыс кластарҙы тамамлағандан һуң Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатына уҡырға китә. Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжында юриспруденция һөнәре буйынса уҡый. Юғары белемде Башҡорт дәүләт университетында ала. Әйтергә кәрәк, ул бөтә уҡыу йорттарын да яҡшы билдәләренә генә тамамлаған.
Ул 10 йылдан ашыу полицияла тәфтиш төркөмө тикшереүсеһе вазифаһында эшләй. Бөгөн Илнур Вәхитов – юстиция капитаны.
Уның хеҙмәте иғтибарһыҙ ҡалманы – почет грамоталары менән баһаланды, Эске эштәр министрлығының Баш тәфтиш идаралығы рәхмәт хаты менән бүләкләнде. 2018 йылда “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” номинацияһында Мәсетле районы хакимиәте дипломына лайыҡ булды.
Рида Вәхитова дауаханала юристконсульт булып эшләй. Мәләкәҫ ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағандан һуң Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһында уҡый. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Мәсетле районы судында судья ярҙамсыһы булып башлай.
Улар эштә таныша. Рида ул ваҡытта судта эшләй, ә Илнур унда эш сәфәре менән килә. Беренсе ҡараштан уҡ улар яҙмыштары менән бер-берҙәренә билдәләнеүҙәрен аңлай. Бер йылдан гөрләтеп туй үткәрәләр.
Бөгөн уларҙың ғаиләһендә ике иҫ киткес бала: алты йәшлек ҡыҙҙары Иллария һәм өс йәшлек Ранель исемле улдары үҫә.
– Ғаиләбеҙ бик татыу, беҙ һәр саҡ бөтә сараларға бергә йөрөйбөҙ. Беҙҙең һәр иртәбеҙ зарядканан башлана. Шулай уҡ ҙур баҡсабыҙ бар, беҙ уны ҡарарға яратабыҙ.
Ҡыҙым бәләкәй булһа ла, һәр ваҡыт ярҙам итергә тырыша, ял һайын берәй тәмле ризыҡ әҙерләйбеҙ. Ә улым күп ваҡытын атаһы менән бергә үткәрә, уның эш ҡоралдарын өйрәнеү оҡшай. Буш ваҡытта тәбиғәткә сығырға, ғаилә пикниктары ойошторорға яратабыҙ, – тип һөйләй Рида Вәхитова.
Вәхитовтарҙың ғаилә ояһы – яҡты һәм уңайлы. Бында айырым бер мөхит хөкөм һөрә. Йәмле ихата, матур сәскәләр менән тулы баҡса, өй таҙалығы һәм тәртип, тәмле икмәк еҫе, стеналағы балалар-ҙың фотолары – ябай тормош күренеше, ләкин тап улар-ҙан бәхетле ғаилә донъяһы барлыҡҡа килә.
Диана АБДРАХМАНОВА.
Сығанаҡ: "Мәсетле тормошо"