Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әсәйҙәр мәктәбе
11 Февраль 2023, 13:45

ЭКО-ға яңғыҙ ҡатындар ҙа иҫәп тота ала

2021 йылда ғына ла илдә 87 меңгә яҡын ЭКО циклы уҙғарылған.   Ярҙам һорап, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? 

ЭКО-ға яңғыҙ ҡатындар ҙа иҫәп тота ала
ЭКО-ға яңғыҙ ҡатындар ҙа иҫәп тота ала

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, ЭКО хеҙмәтен республикала йәшәгән һәр ҡатын-ҡыҙ мотлаҡ медицина страховкаһы иҫәбенә бушлай алыу мөмкинлегенә эйә. 

 Экстракорпораль аталандырыу - түлһеҙлекте дауалауҙың иң һөҙөмтәле ысулы. Уның менән Рәсәйҙәге һәр ғаилә файҙалана ала. 2021 йылда ғына ла илдә 87 меңгә яҡын ЭКО циклы уҙғарылған. 

 - Ярҙам һорап, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? 

 Йәшәгән урын буйынса ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына мөрәжәғәт итергә. Унда «түлһеҙлек» диагнозын раҫлау өсөн тикшереү үтергә кәрәк. Әгәр ЭКО-ға ғаилә әҙерләнһә, ике партнёр ҙа тикшерелә. 

 Мөһим. 6-12 ай дауамында консерватив дауаланыуҙың һөҙөмтәһе булмаған осраҡта ошо процедураға йүнәлтмә бирелә. 

 - Был процедураны кемгә эшләргә ярамай? 

Һаулыҡ торошо һәм овариаль резерв буйынса сикләүҙәр булған ҡатын-ҡыҙҙарға эшләргә ярамай. Антимюллер гормоны (АМГ) - кәмендә 1,2 нг/мл, ике түллектә фолликулдар кәмендә 5-әү булырға тейеш. 

 АМГ йәшкә ҡарап кәмей һәм йомортҡалыҡтың фолликуляр резервын күрһәтә: әгәр ул үтә түбән булһа, ЭКО программаһы, ҡағиҙә булараҡ, һөҙөмтә бирмәй. 

Йөклөлөккә йәки овариаль стимуляцияға ҡаршылыҡтар булған пациенттар, дауаланып, ҡаршылыҡтар бөтөрөлгәндән һуң ғына ЭКО-ға йүнәлтмә алырға мөмкин. 

 Башҡортостанда йәшәүселәргә ЭКО сират буйынса яһала. Сират Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы комиссияһы тарафынан ярҙамсы репродуктив технологияларҙы ҡулланыу өсөн сикләүҙәрҙе һәм ҡаршылыҡтарҙы иҫәпкә алып төҙөлә. Сиратта тороусылар һәм пациенттың шифры (шәхси мәғлүмәттәрһеҙ) күрһәтелгән сират ҡағыҙының электрон формаһы Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында урынлаштырылған: 

https://health.bashkortostan.ru/document… 

 Документтар Республика медицина-генетика үҙәгендә ҡабул ителә. Адресы: Өфө ҡалаһы, Чернышевский урамы, 41, 2-се ҡат. Ҡабул итеү ваҡыты: дүшәмбе - йома, сәғәт 9.00-ҙан 15.00 сәғәткә тиклем. Комиссия секретары менән бәйләнеш телефоны: 7 (347) 246-83-97. 

Мотлаҡ медицина страховкаһы фонды аҡсаһы иҫәбенә ЭКО этаптары тураһында беҙҙең карточкаларҙа ҡарағыҙ. 

Былтыр Башҡортостанда 1мең 814 ҡатын экстракорпораль аталандырыу (ЭКО) процедураһын Мотлаҡ медицина страховкалауы фонды иҫәбенә бушлай эшләтә алды. Мотлаҡ страховкалау фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был маҡсатта барлығы 231,84  миллион һум аҡса бүленгән.

Бөгөн ЭКО – ярҙамсыл репродуктив технологиялар булышлығында ғаиләләргә һәм яңғыҙ ҡатындарға түлһеҙлек проблемаһын хәл итеү юлы. 2013 йылдан ул Мотлаҡ медицина страховкалауы фонды иҫәбенә бушлай үткәрелә. 10 йыл эсендә Рәсәйҙә Мотлаҡ медицина страховкалауы фонды иҫәбенә 615,9  мең ЭКО процедураһы атҡарылған.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәйҙә һәр бишенсе пар түлһеҙлек менән йонсой. Төп сәбәптәрҙең береһе – әсәйлекте һуңға ҡалдырыу.

Әйткәндәй, ЭКО эшләтеү өсөн никахҡа инеү мотлаҡ түгел. ЭКО-ға яңғыҙ ҡатындар ҙа иҫәп тота ала, тик уларға донор спермаһы хаҡын түләргә тура киләсәк.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: