1. Һине биргәнгә Раббыма мең шөкөр. Мәрхәмәтле бул. Игелекле бул. Тырыш бул. Сабыр бул. Бал кеүек татлы бул. Арыҫландай ҡыйыу, көслө бул. Елдәй етеҙ бул. Ҡарағайҙай бейек бул. Имәндәй таҙа бул. Ҡайындай һомғол бул. Һау-сәламәт бул! Ҙур бул, бай бул.
2. Һин минең ҡыуанысым, Әлхәмдүлиллаһ! Ата-әсәңә лайыҡ булырға яҙһын.
3.Аллаһы бойорһа, хәйере менән барыһын да булдырырһың, Ин ша Аллаһ; Аллаһы Раббым ярҙам бирһен.
4. Ғәфү ит. Яңылышҡанмын. Аллаһы Тәғәлә кисерһен.
5.Яңылыштың. Аллаһы Тәғәлә кисерһен. Мин һине ғәфү итәм.
6.Ин ша Аллаһ, барыһы ла яҡшы булыр. Раббым ярҙамынан ташламаһын.
7. Күҙ теймәһен, Сөбханаллаһ!
8. Аллаһҡа тапшырҙыҡ, хәйерле юлдар насип итһен! Юлдарың уң булһын!
9. Мине ололаған өсөн һине Аллаһ ҙурлаһын!
10. Аллаһы Раббыбыҙ бәлә-ҡазаларҙан, яман бәндәләрҙән аралаһын!
11. Аллаһының рәхмәте яуһын!
12. Аллаһы хаҡы өсөн эшлә шуны. Кеше алдында хур булырға яҙмаһын. Йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермә. Туған халҡыңа лайыҡ бул.
13. Аллаһы Тәғәлә үткер зиһен, файҙалы ғилемдәр, тел асҡыстары бирһен. Ҡулыңдан ҡыуанырға яҙһын. Хәйерле эштәр насип итһен.
14.Ярҙамың өсөн Аллаһы Тәғәлә әжерен ҡайтарһын. Ике донъя рәхәтен күреп йәшә.
15. Бәхетең-тәүфиғың артһын. Нәҫел-нәсәпле йәр менән пар булырға насип итһен.
Амин!