

Кэшбэк алыр өсөн путевканы «Мир» картаһы аша түләргә кәрәк. Биш көн эсендә 50 процентҡа тиклем кире ҡайтарырға мөмкин, тик сикләүҙәр бар - хаҡы 20 мең һумдан артырға тейеш түгел.
31 мартта юлламалар һатыу башлана, "мирпутешествий. рф" сайтында "балалар лагеры" бүлегендә балалар өсөн ял итеү урыны һайларға мөмкин. Заезд 1 майҙа башлана.
Йәш сикләүҙәре юҡ, һәр бала өсөн кешбэк алырға була.
Шулай уҡ төбәктәрҙә урындағы лагерҙарға путевкалар һатып алыуға компенсация алыусыларға ташламалар һаҡлана. Уның күләме путевка хаҡына 30 процент ҡуйылған – 5934,6 һум (был йәйге сменаға).
Ташлама менән файҙаланыу өсөн ата-әсәләргә "мирпутешествий. рф" сайтында түләгәндән һуң 30 көн эсендә урындағы мәғариф бүлегенә банк картаһының күсермһе, паспорт, тыуыу тураһында таныҡлыҡ документтарын бирергә кәрәк.
Республика бюджеты иҫәбенә 15 эш көнө дауамында аҡсаны кире ҡайтарасаҡтар.