Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
27 Март 2022, 09:48

Социаль пенсиялар 8,6 процентҡа индексациялана...

"Бынан алда эшләмәгән граждандар һәм хәрби пенсионерҙар өсөн пенсия индексацияланды. Был граждандарыбыҙға берҙән-бер ярҙам саралары түгел. Рәсәй Президенты яҡын-арала бөтә социаль түләүҙәрҙе, шул иҫәптән пособиеларҙы һәм пенсияларҙы арттырыу буйынса өҫтәмә ҡарарҙар ҡабул ителәсәк" — тип  аңлатты ул.

Социаль пенсиялар 8,6 процентҡа индексациялана...Социаль пенсиялар 8,6 процентҡа индексациялана...
Социаль пенсиялар 8,6 процентҡа индексациялана...

Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин 27 мартта үҙенең Telegram-каналында 2022 йылдың апрелендә көсөнә инәсәк закондар хаҡында хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, социаль пенсиялар 8,6 процентҡа индексациялана. Был ҡарар 4 миллион кешегә ҡағыла.

"Бынан алда эшләмәгән граждандар һәм хәрби пенсионерҙар өсөн пенсия индексацияланды. Был граждандарыбыҙға берҙән-бер ярҙам саралары түгел. Рәсәй Президенты яҡын-арала бөтә социаль түләүҙәрҙе, шул иҫәптән пособиеларҙы һәм пенсияларҙы арттырыу буйынса өҫтәмә ҡарарҙар ҡабул ителәсәк" — тип  аңлатты ул.
 
Вячеслав Володин Украинала махсус операцияла ҡатнашыусыларҙы, Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында хәрби хәрәкәттәр ветерандары тип таныу тураһында үҙ көсөнә ингән законды айырым билдәләне.
 
«Был норма уларға һалым, транспорт, ер, торлаҡ социаль ярҙам саралары һәм коммуналь түләүҙәр буйынса льготаларға мөмкинлек бирә. Илдең суверенитетын һәм граждандарыбыҙҙың именлеген яҡлаусы һалдат-офицерҙарға ярҙам итеү мөһим», - тип белдерҙе ул.
 
Бынан тыш, 5 апрелдән РФ дәүләт органдарының сит илдәрҙәге эшмәкәрлеге тураһында ялған документтар өсөн яуаплылыҡ тураһында закон көсөнә инә. Ялған мәғлүмәт өсөн РФ Хәрби көстәренең эшмәкәрлеге тураһындағы фейктар кеүек яуаплылыҡ янай. Атап әйткәндә, һүҙ илселектәр, прокуратура, Рәсәй гвардияһы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Рәсәй Федерацияһының Тәфтиш комитеты хаҡында бара. Закон боҙоусыларға өс йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай. Шулай уҡ сит илдәрҙә Рәсәй дәүләт органдары эшен дискредитациялау өсөн штрафтар индерелә. 
 
Вячеслав Володин быйыл апрелдә эшләй башлаясаҡ башҡа мөһим закондарҙы ла һанап үтте:
 
- 14 йәштән өлкән үҫмерҙәр «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында үҙ аллы теркәлә ала. Улар үҙҙәренең СНИЛС-ын, паспорт мәғлүмәттәрен, кеҫә телефонын һәм электрон почтаның адресын күрһәтергә тейеш. 14 йәшкәсә балаларҙы законлы вәкилдәр - ата-әсәләре, опекундары теркәй. Мәҫәлән, уҡыусылар үҙҙәренең электрон көндәлегенә инеп, өйгә эштәрҙе белә, уҡыу йортона инеү тураһында мәғлүмәт ала аласаҡ. Социаль ярҙам алыуҙы ябайлаштырыу. Бының өсөн Берҙәм идентификация һәм аутентификация системаһын файҙаланып, «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында шәхси кабинетта тейешле форма биттәрен тултырырға кәрәк.
 
- Тиҙ түләүҙәр системаһы аша түләү еңелерәк буласаҡ. Тиҙ түләүҙәр системаһында ҡатнашыусы банктар физик шәхестәрҙән юридик шәхестәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға күсереү өсөн мобиль ҡушымта менән ҡулланыу мөмкинлеген тәьмин итергә тейеш. Аҡса күсереүҙең бындай ысулы тауарҙар һәм хеҙмәттәр өсөн түләүҙә файҙаланыласаҡ.
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас