

Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, апрель айына офис ҡағыҙына ҡытлыҡ мәсьәләһе хәл ителергә тейеш.
Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә ҡағыҙ етештереүсе 3 эре предприятие эшләй. Улар эске баҙарҙағы һорауҙы тәьмин итеүҙән тыш, офис ҡағыҙын сит илдәргә лә һата ине.
Санкцияларға бәйле сикләүҙәр һәм импорт химикаттар менән тәьмин ителеш туҡталыу сәбәпле, комбинаттарҙа технологик процесстар үҙгәртеп-ҡорола, сәнәғәт үҫеше өсөн яңы шарттар тыуҙырыла. Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы апрель айына был мәсьәлә тотороҡланасаҡ тип күҙаллай.
Рәсәй предприятиелары илдәге ихтияжды тулыһынса ҡаплата, шуға ла артабан офис ҡағыҙына ҡытлыҡ булмаясаҡ.