

Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов һәм Төркиәләге «Башҡортостан Республикаһы Конгресс-бюроһы» ойошмаһы вәкиле Марат Танһыҡҡужин төбәктә пластик торбалар, плитәләр һәм профилдәр етештереү буйынса инвестиция проектын ғәмәлгә ашырырыға "Sanica Pipe" компанияһының вәкилдәре менән эш кәңәшмәһе үткәрҙе.
Кәңәшмә барышында инвестор алдан өлгәшелгән килешеүҙәр буйынса проектты ғәмәлгә ашырырға ниәтләүен раҫланы. Әлеге мәлдә бизнес-план эшләнеп бөтөп килә һәм производствоны башлау өсөн кәрәкле ҡорамалдар һатып алына. Проектҡа һалынған аҡсаның күләме, 120 яңы эш урыны булдырып, яҡынса 1,5 миллиард һум тәшкил итә. Мәҫәлән, алты етештереү линияһы «Өфө» индустриаль паркы биләмәһендә урынлашасаҡ. Проекттың киләһе этаптары «Алға» махсус иҡтисади зонаһы майҙансыҡтарында ойошторола.
- Производствоны локалләштереү өсөн майҙансыҡтар әҙер, оҙаҡламай беҙ инвестор менән тейешле килешеүҙәр төҙөү этабына тотонасаҡбыҙ, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов. - Әлеге осрашыу барышында проектты «Инвестиция сәғәте» ултырышында ҡарарға һөйләштеләр.
Әйткәндәй, үткән осрашыуҙан алда Үҫеш корпорацияһы генераль директоры Наил Ғәббәсов Төркиә Республикаһына эш сәфәре менән барҙы. Унда компания етәкселеге уны етештереү процесы һәм сығарылған продукция менән таныштырҙы. - Сәфәр барышында инвестор предприятиеһының масштабын баһалап, «Алға» махсус иҡтисади зонаһы биләмәһендә электр күтәргестәр етештереүҙе урынлаштырыу мөмкинлеген ҡарарға ниәт ителде. Хәҙер беҙ берлектә проекттың деталдәрен әҙерләйбеҙ, - тине Наил Ғәббәсов.