Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
30 Март 2022, 05:43

"Алға" ла алдынғылар ял итә

Бында уҡыйҙар ҙа, ял да итәләр. 

"Алға" ла алдынғылар ял итә"Алға" ла алдынғылар ял итә
"Алға" ла алдынғылар ял итә

1-се Аҡъяр мәктәбендә «Алға” исемле уҡыу күнекмәләре йыйыны икенсе йыл рәттән Гөлнәзирә  Хәсәнова,  Дилбәр  Исҡужина ҡыҙы етәкселегендә эш башланы. Барыһы 7 вожатый, 12 магистр йәлеп ителгән.

Әле бында төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа еңеү яулаған, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан 60 бала ял итә. Биология, химия, математика, физика, йәмғиәтте өйрәнеү, инглиз теле, география фәндәре буйынса бөтә Рәсәй олимпиадаларына әҙерлек бара. Был предметтарҙы тәрәндән өйрәнеү өсөн Өфө ҡалаһының инженер лицейынан химия фәндәре кандидаты  Айнур Ғүмәров, балаларға өҫтәлмә белем биреү үҙәгенән доцент Гөлдәр Йомағолова,  биология фәненән уҡыта, БДПУ-нан  Сергей Уткин географияны өйрәтә.

Шулай уҡ район мәғариф бүлеге идараһынан Зилә  Ирназарова математиканы алып барһа, 1- се  Аҡъяр мәктәбенең тәжрибәле, алдынғы уҡытыусылары  Ә. М. Таҡалова - физиканан, Ш.М. Баймырҙин, Ш.М.Хәсәнова йәмғиәтте өйрәнеү, Р.Р. Юлдашбаева  инглиз теле серҙәрен аса.  Шулай уҡ Степной мәктәбенән  В. Н. Йәтимова - биология,  Р. С. Булатов  география фәнен төшөндөрә.  З. К. Аслаева “Алға ” йыйынының гимнын өйрәтһә,  Ф. В. Тулыбаева күңелле бейеүҙәре менән балаларҙың күңеленә дәрт өҫтәй.
 

Г. И. Ишбулатова,  А.Х Шәйехмырҙина.

 

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас