Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
30 Март 2022, 15:50

Был ауылдарҙа эсмәйҙәр!

Тағы кемдәр улар өлгөһөнә ҡушылыр?

Был ауылдарҙа эсмәйҙәр!Был ауылдарҙа эсмәйҙәр!
Был ауылдарҙа эсмәйҙәр!

Хәйбулла районының Әбүбәкер һәм Бәләкәй Арыҫланғол ауылдары граждандар йыйылышында алкоголь продукцияһын һатыуҙы тыйырға ҡарар итте һәм «ҡоро закон» индереү башланғысын күтәреп сыҡты. Был проект район депутаттары ултырышының көн тәртибенә индерелде.

Район советы ҡарарын артабан Башҡортостан парламенты раҫларға тейеш. Башҡортостандағы ғәмәлдәге закондар буйынса, һәр ауыл биләмәһе халҡы эскелеккә ҡаршы сикләү индерә ала. Бының өсөн ауыл халҡы йыйылыштарҙа ҡарар ҡабул итә һәм уны дәүләт органдарына еткерә.

Мәғлүм булыуынса, был йәһәттән Күгәрсен районының өс ауылы, Көйөргәҙе районының ике ауылы мөрәжәғәттәре БР Дәүләт Йыйылышына килгән, артабан раҫлау өсөн Хөкүмәткә ебәрелгән. Үрҙә күрһәтелгән ауылдарҙың өлгөһөнә «Айыҡ ауыл» республика конкурсында еңеүселәр ҙә эйәрер, үҙҙәренең юғары статусын нығытыр, тип ышанабыҙ.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас