76-сы йәшендә ЛДПР етәксеһе Владимир Жириновский яҡты донъянан китте. Был хаҡта Рәсәй Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин яңыраҡ хәбәр итте.
Әйткәндәй, Владимир Жириновский 9 февралдә коронавирус менән ауырып, дауаханаға эләккәйне. "Mash" хәбәр итеүенсә, һуңғы көндәрҙә сәйсәмәндең хәле ныҡ ауырлашҡан, ул ауыр һөйләшкән, ә үпкәләре эшләмәй башлаған. Ахырҙа уны ИВЛ-ға тоташтырырға һәм медикаментоз йоҡоға ебәрергә мәжбүр булғандар. Академик һәм вирусолог Виталий Зверев белдереүенсә, ЛДПР лидеры һигеҙ тапҡыр ковидтан прививка эшләткән, һөҙөмтәлә артыҡ тырышып, иммунитетын "үлтергән".