Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
9 Апрель 2022, 14:18

Ни эшләп эскәс, руль артына ултыраһың?

Бәлки, ҡанундарҙы тағы ла ҡатыраҡ итер кәрәктер, һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Ни эшләп эскәс, руль артына ултыраһың?Ни эшләп эскәс, руль артына ултыраһың?
Ни эшләп эскәс, руль артына ултыраһың?

Башинформ” агентлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһы үткәргән иҫкәртеү сараларының һөҙөмтәһе буйынса, үткән тәүлектә 50 иҫерек водитель тотолған.

Бөтәһе 2000-дән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы асыҡланған. Аҙна аҙағында Башҡортостан буйынса ЮХХДИ йома һәм ял көндәрендә киң күләмле иҫкәртеү саралары тураһында хәбәр иткәйне.

Айырыуса иҫерек водителдәрҙе, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен ҡәтғи  боҙоуҙарҙы асыҡлауға, шулай уҡ балаларҙы йөрөтөүгә иғтибар биреү күҙаллана. Бынан тыш, оператив-иҫкәртеү саралары барышында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре водителдәрҙең һәм пассажирҙарҙың документтарын тикшерә, шулай уҡ юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың ҡоралдарҙы, боеприпастарҙы, наркотик матдәләрҙе законһыҙ ташыу осраҡтарын булдырмау маҡсатында Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте талаптарын үтәүенә дәүләт күҙәтеүен үтәүҙең административ регламентына ярашлы транспорт сараларын тикшереү үткәрә. 

Тикшереүҙәрҙе ЮХХДИ-ның шәхси составының күпселеген йәлеп итеп,  Башҡортостандың бөтөн биләмәһендә ойоштороу күҙаллана.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас