

Стәрлетамаҡ мэры Рөстәм Ғәзизов «кешеләргә мөмкин тиклем яҡыныраҡ» булыр өсөн таксиҙа кеше ташырға булған.
Бер нисә сәғәт дауамында ҡала башлығы, пассажирҙарҙан ҡаланың проблемалары тураһында һорашып, кешеләрҙе бөтөнләй бушлай йөрөткән. "Бындай аралашыу ысулы халыҡтың үҙҙәре өсөн дә уңайлы - рәсми учреждениеларға барыу урынына улар таксиға ултырып, борсоған проблемалары хаҡында һөйләне", ти Ғәзизов.
«Шәмбе көнөн ҡаланы йыйыштырыуҙан башланым, һуңынан осраҡлы пассажирҙар менән бергә уларҙың маршруты буйынса таксиҙа йөрөргә булдым. Был улар өсөн көтөлмәгән хәл ине. Шуға күрә халыҡ асыҡ, ихлас булды», - тип билдәләне Ғәзизов социаль селтәрҙә. Пассажирҙар борсоған мәсьәләләр һәм уларҙың ҡаланы күрергә теләгәндәре хаҡында эскерһеҙ һөйләште. Стәрлетамаҡ башлығы яҡын арала үтәсәк оператив кәңәшмәлә ошо проблемаларҙы вәкәләтле кешеләргә еткерергә вәғәҙә итте, ә уларҙың үтәлешен ул үҙ контроле аҫтына аласаҡ.