Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
12 Апрель 2022, 10:48

Оло Йыһанға – бер аҙым

Силәбе башҡорто, 1-се класлы хәрби осоусы-космонавт, запастағы подполковник Ансар Илһам улы Шәрәфетдинов 1939 йылдың 26 июнендә Силәбе өлкәһенең Һатҡы ҡалаһында тыуған.

Оло Йыһанға – бер аҙымОло Йыһанға – бер аҙым
Оло Йыһанға – бер аҙым

Силәбе башҡорто, 1-се класлы хәрби осоусы-космонавт, запастағы подполковник Ансар Илһам улы Шәрәфетдинов 1939 йылдың 26 июнендә Силәбе өлкәһенең Һатҡы ҡалаһында тыуған.

1963 йылдың декабренән Космонавтар отрядына ингәнсегә тиклем Польшала, башта Хойна ауылы, аҙаҡ Ключево ҡалаһы янында хәрби-һауа көстәренең истребитель авиация полкында өлкән осоусы булып хеҙмәт иткән.

1965 йылда махсус медицина комиссияһын уңышлы үткән һәм 18 октябрҙә Мандат комиссияһы ултырышында уның кандидатураһы хупланған.

1965 йылдың 23 октябрендә Мандат комиссияһының йомғаҡлау ултырышында космонавтар отрядына инеү тәҡдим ителгән. Хәрби-һауа көстәренең 1965 йылдың 28 октябрендәге 942-се Баш комитеты бойороғо менән Хәрби-һауа көстәре Үҙәк комиссариатының 1-се отряды тыңлаусы-космонавты вазифаһына тәғәйенләнгән.

1965 йылдың ноябренән 1967 йылдың декабренә тиклем дөйөм йыһан әҙерлеген үткән. Әммә үткән йылдарҙағы хеҙмәттең ауыр шарттары һаулығын ҡаҡшатыу сәбәпле, Ансар Шәрәфетдинов 1968 йылда граждан хеҙмәтенә күскән.

"Ҡоролтай" төркөмөнән.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас