Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
13 Апрель 2022, 05:06

Водитель таныҡлығының ваҡыты сыҡһа ла ярай

Штраф һалмаясаҡтар.

Водитель таныҡлығының  ваҡыты сыҡһа ла ярайВодитель таныҡлығының  ваҡыты сыҡһа ла ярай
Водитель таныҡлығының ваҡыты сыҡһа ла ярай

Тиҙҙән ғәмәлдә булған водитель таныҡлыҡтары ваҡытын  өс йылға оҙайталар. Был хаҡта 12 апрелдә  Рәсәй Хөкүмәте премьер-министры Михаил Мишустин белдерҙе. Уның әйтеүенсә,  алдағы  ике йылда  (2022 йылдың 1 ғинуарынан 2023 йылдың 31 декабренә тиклем) алмаштырырға кәрәк булған  Рәсәйҙең милли водитель таныҡлыҡтары срогы өс йылға оҙайтыла.  

Бынан тыш, Алыҫ Төньяҡ райондарында теркәлгән хәүефле йөктәрҙе ташыу өсөн тәғәйенләнгән транспорт саралары өсөн диагностика карталарының ғәмәлдә булыу ваҡыты бер йылға оҙайтыла, тип билдәләне хөкүмәт башлығы. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бындай сара яҡынса 600 ойошмаға ҡағыла.

6 апрелдә Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығы водитель таныҡлығын оҙайтыу тураһында сығыш яһаны. Бындай ҡарар санкциялар шарттарында бизнесҡа ярҙам итеүҙе күҙ уңында тотто. Документтарҙың ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайтыу бөтә ил буйынса 5 миллиондан ашыу водителгә ҡағыла.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас