Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
18 Апрель 2022, 15:15

Алдынғы ҡарашлы, маҡсатлы йәштәр өсөн

Уҡыусыларҙы оҙата килгән лицей һәм гимназия етәкселәре, уҡытыусылары өсөн түңәрәк ҡор ҙа ойошторолдо.

Алдынғы ҡарашлы, маҡсатлы йәштәр өсөнАлдынғы ҡарашлы, маҡсатлы йәштәр өсөн
Алдынғы ҡарашлы, маҡсатлы йәштәр өсөн

Өфө ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты баш ҡаланың башҡорт лицей-гимназиялары уҡыусылары өсөн Лидерҙар мәктәбен презентацияланы.

«Лидерҙар мәктәбе» финанс, сәйәсәт, медиа, заманса технологиялар, әҙәбиәт, сәнғәт кеүек йәш шәхестәр тәрбиәләүҙең төрлө йүнәлештәрен үҙ эсенә алған курстар ойоштороуҙы күҙаллай. Беренсе йүнәлеш — финанс грамотаһы буйынса дәрестәр Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала Башҡорт гимназияһы базаһында үтәсәк, тип хәл ителде һәм тиҫтәләгән белем усағынан килгән 40-лап уҡыусы финанс эксперты Фатима Янбаева үткәргән дәрестә ҡатнашты.

Эксперттың лекцияһынан һуң уҡыусыларҙың һорауҙар яуҙырыуына, үҙ фекерҙәрен белдереп сығыш яһауҙарына ҡарағанда, был башланғыс үҙенең кәрәклеген һәм мөһимлеген раҫланы. Уҡыусыларҙы оҙата килгән лицей һәм гимназия етәкселәре, уҡытыусылары өсөн түңәрәк ҡор ҙа ойошторолдо. Уны Өфө ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Гөлназ Әхмәҙиева алып барҙы. Унда шулай уҡ «Лидерҙар мәктәбе» йүнәлештәре билдәләнде. Өфө балалары ҡоролтайын ойоштороу тураһында ла фекер алыштылар.

"Ҡоролтай" төркөмөнән.

 

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас