+21 °С
Болотло


Льготалы ипотека буйынса ставка Рәсәй иҡтисадының тотороҡланыуы фонында кәмергә тейеш. Был хаҡта 25 апрелдә иҡтисади мәсьәләләр буйынса кәңәшмәлә Рәсәй президенты Владимир Путин белдерҙе.
«Льготалы ипотека буйынса ставканы йылына 9 процентҡа тиклем кәметергә тәҡдим итәм», - тип белдерҙе Путин.
«Ысынлап та, ставканы урынлаштырғанға күптә үтмәне, әммә хәл ыңғай һәм беҙгә кәметергә мөмкинлек бирә. Шулай уҡ был льготаны йыл аҙағына тиклем оҙайтырға кәрәк», - тип өҫтәне ул.