Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
25 Апрель 2022, 08:44

Республикала йылытыу миҙгеленең ҡасан тамамланасағы билдәле булды

  Башҡортостанда ете муниципалитетта йылылыҡ миҙгеле тамамланыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Ә ҡалғандар...

Республикала йылытыу миҙгеленең ҡасан тамамланасағы билдәле булдыРеспубликала йылытыу миҙгеленең ҡасан тамамланасағы билдәле булды
Республикала йылытыу миҙгеленең ҡасан тамамланасағы билдәле булды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев Республикаға идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмәлә ағымдағы йылытыу миҙгеленең тамамлау хаҡында һөйләне.

«Тыштағы һауа температураһын иҫәпкә алып, муниципаль берәмек башлыҡтарының иғтибарын Коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү ҡағиҙәләре нормаларына йүнәлтәм: тышта һауа температураһы биш тәүлек рәттән +8 градустан юғары булһа, муниципалитет йылытыу миҙгелен тамамлау тураһында ҡарар ҡабул итә. Күп фатирлы йорт милекселәренең дөйөм йыйылышы ҡарары буйынса, йылытыу миҙгеленең иртәрәк тамамланыуы ихтимал, бының өсөн тейешле мөрәжәғәтте һәм йыйылыш протоколын идара итеүсе компанияға тапшырырға кәрәк», — тине ул.

Ведомство етәксеһе һүҙҙәренсә, хакимиәттәрҙең мәғлүмәтенә ҡарағанда, район-ҡалаларҙың күпселеге йылытыу миҙгелен — апрелдә, ҡалғандары майҙа тамамларға ниәтләй. 25 апрелгә Асҡын, Борай, Ишембай, Мәләүез, Стәрлетамаҡ райондары, Сибай һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары йылытыу миҙгелен тамамлау тураһындағы ҡарар ҡабул иткән.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас