

2022 йылдың 11 майынан республиканың 94 мәктәбендә уҡыу аҙналары дәүләт флагтарын күтәреүҙән һәм Рәсәй, Башҡортостан гимндарын башҡарыуҙан башлана. Ә 2022 йылдың 1 сентябренән ошондай мәктәп линейкаларын уҙғарыу проекты төбәктәге бөтә белем биреү учреждениеларына ҡағыла. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә һүҙ барҙы.
Төбәктең мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин хәбәр итеүенсә, Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы дәүләт символдарын файҙаланыу буйынса методик тәҡдимдәр ебәргән.
Төбәк етәксеһе Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенә линейкаларҙа Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - ҡоролтай депутаттарының, республиканың власть органдары етәкселәренең һәм йәмәғәтселек фекере лидерҙарының ҡатнашыу мөмкинлеген өйрәнергә ҡушты.
Уҙған аҙнала Радий Хәбиров Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығына дәүләт флагтарын күтәреү менән линейкалар ойоштороу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. - Уҡыусыларҙы дәүләт символдарына ҡарата ихтирамлы булырға өйрәтеү мөһим, - тип өҫтөнә республика Башлығы.