

Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайынан хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына ярашлы «Ҡурай» балалар баҡсаһының «Бөркөт» төркөмө тәрбиәләнеүселәре ҡала кимәлендә «Боҙ оҙатыу» йолаһын күрһәткән.
«Был фольклор байрамы юғалып барған йоланы тергеҙеү маҡсатында үткәрелде. Сара барышында балалар башҡорт телендә һанамыштар, шиғырҙар һөйләне, теләктәр әйтте, өләсәйҙәре менән бергә ҡобайыр, яҙ тураһында йырҙар башҡарҙы, халыҡ уйындарын уйнаны. Балалар барыһын да яратып, ҡыҙыҡһынып башҡарҙы.
Йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреү эшендә фольклорҙың өлөшө ҙур икәне күптән билдәле. Балаларҙа башҡорт халҡының байрамдарына, аш-һыуына, кейемдәренә, ғөрөф-ғәҙәтенә һөйөү, ҡыҙыҡһындырыу тәрбиәләргә мөмкин. Шуға күрә лә йолаларҙы оноторға ярамай, уларҙы киләсәк быуынға еткереү, тапшырыу беҙҙең ҡулда», — тиелә төркөмдә.
"Ҡоролта" төркөмөнән.